Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Сентябрь 2022, 14:50

ҺӘР НӘМӘНЕҢ ҮҘ ВАҠЫТЫ

Бик күп йылдар элек, өләсәйем иҫән ваҡытта, әсәйебеҙ менән икәү яңы тәҙрә пәрҙәләре элеп йөрөгәндә, ул беҙгә аҡыллы һүҙ әйткәйне. Тәҙрә пәрҙәләре бик ҡупшы ине: ламбрекенлы, төрлө матур суҡтар менән биҙәлеп тегелгән. Кәрнизгә уларҙы элә, элә хәлебеҙ бөттө, һүҙгә лә килешеп алабыҙ, көлөп тә ебәрәбеҙ.Өләсәйемдең аҡыллы һүҙҙәре:— Әле ҡасан ғына, минең бындай пәрҙәләрем барлыҡҡа килһә, шатлығымдан үрле-ҡырлы һикергән булыр инем. Хәҙер бер генә лә теләгем юҡ. Ул юғала, балаларым... теләк юғала. Һәр нәмәгә ҡарата, әйберҙәргә лә, кешеләргә лә.

ҺӘР НӘМӘНЕҢ ҮҘ ВАҠЫТЫ
ҺӘР НӘМӘНЕҢ ҮҘ ВАҠЫТЫ

Бик күп йылдар элек, өләсәйем иҫән ваҡытта, әсәйебеҙ менән икәү яңы тәҙрә пәрҙәләре элеп йөрөгәндә, ул беҙгә аҡыллы һүҙ әйткәйне. Тәҙрә пәрҙәләре бик ҡупшы ине: ламбрекенлы, төрлө матур суҡтар менән биҙәлеп тегелгән. Кәрнизгә уларҙы элә, элә хәлебеҙ бөттө, һүҙгә лә килешеп алабыҙ, көлөп тә ебәрәбеҙ.

Өләсәйемдең аҡыллы һүҙҙәре:

— Әле ҡасан ғына, минең бындай пәрҙәләрем барлыҡҡа килһә, шатлығымдан үрле-ҡырлы һикергән булыр инем. Хәҙер бер генә лә теләгем юҡ. Ул юғала, балаларым... теләк юғала. Һәр нәмәгә ҡарата, әйберҙәргә лә, кешеләргә лә.

Нимәлер эшләргә теләгегеҙ барҙа, эшләп ҡалығыҙ. Аҡсағыҙҙы йәлләп, ваҡ-төйәккә әрәм итмәйем, тип ултырмағыҙ. Алған әйберегеҙ шатлыҡ бүләк итә, аҡса - юҡ. Нимәгә йыйырға, хәйереңәме? Шатлығығыҙ булғанда, шатланығыҙ, балаларым. Яратаһығыҙ килгәндә, яратығыҙ. Сит кешенең йылыһын да теләмәгән ваҡыттар етә. Бер нәмә лә теләмәгән ваҡыттар... Моғайын, тәбиғәттә махсус рәүештә шулай эшләнәлер, әйберҙәргә лә, кешеләргә лә йәбешмәй генә хушлашыуы тынысыраҡ булһын өсөн. Бына мин дә китергә әҙермен.

Әгәр ҙә һеҙҙең кеүек ваҡытыма ҡайта алһам, бөгөнгө көндөң ҡәҙерен белеп йәшәр инем, һәр теләгемә шатланыр инем.

Өләсәйебеҙ күптән юҡ...

Ә мин тап шулай йәшәйем: бөгөнгө көн менән, һәр бер теләгемә ҡыуанып ❤️

© Лилия Град
Тәржемә: "Хазина" төркөмө

Автор:Резеда Валиева