Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Сентябрь 2022, 15:05

ҮҘЕҢДЕ ИХТИРАМ ИТ!

Үҙеңде ихтирам ит. Ярты йылға бер генә ҡулдарына алып, күңел асыу өсөн файҙаланылған саңланып ятҡан гитара булма. «Кәйеф өсөн генә», «ваҡытты үткәреү өсөн генә» булма. Кеше тормошо байрамының «тәғәме»нә әйләнмә. Иҫеңдә тот: кешенең бысраҡ ҡулы менән ҡойолған шарап булғансы, үҙ стаканыңдың һыуы бул!

Үҙеңде ихтирам ит һәм артыҡ өсөнсө булма. Һинең ҡәҙереңде белмәгәндәрҙең номерын юйып ташла, шанстар һәм йыллыҡ абонемент бирмә!

Үҙеңде һаҡла, һаулығыңды ҡурсала, тормошоңа хужа бул. Юҡһа, ҡағыҙҙай күреп йомарлап ташларҙар.

Үҙеңде ихтирам ит. Һөйөүһеҙ үбеүҙәр, һалҡын түшәк өсөн ҡәҙерле ваҡытыңды әрәм итмә. Бел: мыҫҡыллы һүҙҙәр һәм ҡараштарға ҡарағанда таҙа бушлыҡ күпкә яҡшыраҡ.

Бөгөнгөңдө ярат... Ул ҡабатланмай.

Эльчин Сафарли.

Резеда Усманова тәржемәһе.

Автор:Резеда Валиева