Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Сентябрь 2022, 15:00

ЭЙЕ, ҺИН ХАҠЛЫ!

“Эйе, һин хаҡлы”, - тине ҡатын иренә. Ир ҡатынын йәмһеҙһең, һимеҙһең, насар әсәйһең тип битәрләне, юҡҡа ғына ваҡытында киҫәтеүсе әсәһен тыңламауына үкенесен белдерҙе. Ә ҡатын бығаса ҡысҡыра, ҡаршы ирешә, үҙен яҡлап ҡырҡ һүҙгә етә ине. Ә хәҙер килеп иренең хаҡлы булын әйтте, уның менән килеште.

ЭЙЕ, ҺИН ХАҠЛЫ!
ЭЙЕ, ҺИН ХАҠЛЫ!

ЭЙЕ, ҺИН ХАҠЛЫ

 

“Эйе, һин хаҡлы”, - тине ҡатын иренә. Ир ҡатынын йәмһеҙһең, һимеҙһең, насар әсәйһең тип битәрләне, юҡҡа ғына ваҡытында киҫәтеүсе әсәһен тыңламауына үкенесен белдерҙе. Ә ҡатын бығаса ҡысҡыра, ҡаршы ирешә, үҙен яҡлап ҡырҡ һүҙгә етә ине. Ә хәҙер килеп иренең хаҡлы булын әйтте, уның менән килеште.
“Эйе, шулай. Ҡарт, һимеҙ, йәмһеҙмен шул. Юҡҡа ғына кәләш итеп алғанһың. Был ҙур хата. Мин ғәйепле”. Ошо һүҙҙәрен әйтте лә ҡатын телевизорға текәлде.

Ир өнһөҙ ҡалды, хатта шөрләне лә. Хәҙер ул нимә эшләргә лә белмәне. Таяҡты үтә ныҡ “бөгөп” ташлауын аңлап, хәлде төҙәтеп буласағын һөйләргә кереште: “Әҙерәк ябығырға кәрәк, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә, балаларҙан күберәк талап итергә...” Ҡатын ире нимә әйтһә лә килешеүен белдереп, башын һелкте. Ҡаршы бер һүҙ өндәшмәне.

Ғауға туҡтаны. Балалар мәктәптән ҡайтты. Өйҙә тыныс. Һиллек.

Кеше үҙенең яманлығы, насарлығы, бер нигә эшкинмәгәнлеге менән килешә икән, иреш бөтә. Мөнәсәбәт тә бөтә.

Ир был тыныслыҡҡа аптыранды, аҡланды. Ул быны күҙ уңында тотмай ине, ә бары тик уға ябығырға кәрәклеген әйтергә теләгәйне... Ә ҡатын һаман башын ҡағып, өнһөҙ килешеп ултырҙы. Эйе, ҡатын ғәйепле. Тормоштары шул тиклем насар бит.

Кеше бөтә ғәйепте үҙенә алһа, ысынлап мөнәсәбәт туҡтай. Ә ҡасан ул үҙен яҡламай, көрәшмәй, яуап бирмәй башлай - конфликт бөтә. Тойғолар һүнә. Һөйөүгә нөктә ҡуйыла.

Ир ҡатынын бүләккә күмә башланы, ғәфү үтенде, һөйөү хаҡында һөйләне. Ә ҡатынмы? Бары тыңланы, башын ҡаҡты. Ә күҙҙәре иренең яурыны аша тәҙрәнән алыҫҡа төбәлгән ине: ағастар һары, күк йөҙө күм-күк... Яралы йөрәктәр гелән шул яҡҡа ҡарай – алыҫҡа...


Кешене ғүмер буйы ғәйепләргә, кәмһетергә ярамай: ирҙе лә, ҡатынды ла, ҡул аҫтыңда эшләгән хеҙмәткәреңде лә... Унан бер кемгә лә яҡшы булмай.


/ Автор: Анна Кирьянова/

Резеда Усманова тәржемәһе.

 

фото интернеттан.

 

Автор:Резеда Валиева