АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Сентябрь 2022, 16:10

САБЫРЛЫҠ ТӨБӨ АЛТЫНМЫ?

Киске аш әҙер булмауына ир көйәләнеп, өйҙә ғауға сығара. Ванна тулы бәшмәк ятҡанын күреп, итеген кейеп тороп ваннаға төшөп баҫа ла бәшмәктәрҙе изғыслай. Ҡатын ҡысҡыра, һыҡтай, балалар аталарының салбарына йәбешеп илай...

САБЫРЛЫҠ ТӨБӨ АЛТЫНМЫ?
САБЫРЛЫҠ ТӨБӨ АЛТЫНМЫ?

Күршем ҡырҡ йыл инде иренә түҙеп йәшәй. Ире эсте, йөрөнө, кәмһетте, аҡса бирмәне...Ә ҡатын ҡорбан хәленә инде лә, сабырлығым менән ғаиләмде һаҡлап киләм, тип ғорурланды.

 

Һалҡын көҙ көнө, ваҡ ҡына ямғыр яуып торған мәлдә, ҡатын балалары менән үҙе генә урманға бәшмәккә барҙы. Ер еүеш. Ҡоштар ҙа һаран ғына унда-бында тауыш сығарып ала. Балалар күңелһеҙләнеп кире ҡайтырға ашҡына. Әммә әсәләре бәшмәк йыйыу ҡомары менән яна ине. Күп итеп бәшмәк йыйып ҡайтып инәләр. Уларҙың артынса ғаилә башлығы ҡайта. Киске аш әҙер булмауына көйәләнеп, өйҙә ғауға сығара. Ванна тулы бәшмәк ятҡанын күреп, итеген кейеп тороп ваннаға төшөп баҫа ла бәшмәктәрҙе изғыслай. Ҡатын ҡысҡыра, һыҡтай, балалар аталарының салбарына йәбешеп илай...

 

Бындай хәл бер бөгөн түгел был ғаиләлә... Ҡатын бер көн кешесә ял итә алмауына, берҙе лә диңгеҙ күрмәүенә, тыныс ҡына ултырып йылы килеш бәлеш ашай алмауына һуҡрана.


Ҡыҙҙары буй еткереп, тыуған оянан «осоп китте» һәм йыш ҡына әсәләренә үпкәләнеләр, психологтарға йөрөүҙәрен белгерттеләр. Һәр ирҙә атаһына оҡшап торған тиран күреү сәбәпле, кейәүгә сығырға теләмәүҙәрен белгерттеләр. Ә әсәләре: «Мин бит һеҙҙең атайлы булып үҫеүегеҙҙе теләп түҙҙем»,—тип күҙ йәше түкте. Ә ҡыҙҙар: «Ә беҙҙең атай булдымы?»—тип һораны.


Ә ир...эсте, өс тапҡыр инсульт кисергәнсе эсте...Әле ята...Кәләше ҡалаҡлап ашата, баға, тәрбиәләй.

Сабырлыҡ төбө алтынмы? Эйе, сабыйыңдың эсе ауыртып төн йоҡлатмаһа түҙергә кәрәк. Тышта һыуыҡ булһа сыҙарға була. Урамда машина тығынына эләкһәң сабыр итергә мөмкин. Ә үҙгәртеп, төҙәтеп булырҙай нәмәгә түҙергәме? Ирҙе, фатирҙы, эште, торған ерҙе, тормошҡа булған мөнәсәбәтте үҙгәртергә була бит! Кеше насар йәшәү өсөн түгел, һәйбәт йәшәр өсөн тыуа. Һәр кемдең бәхеткә хаҡы бар!

 

/Автор: Ирина Говоруха/

 

Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе.




Автор:Резеда Валиева