Бөтә яңылыҡтар
Фекер
13 Сентябрь 2022, 15:55

ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ ИКӘН—ЕБӘР!

Тормошоңда иң ҡәҙерлеһе—энергия. Ваҡыт самалы түгел ул, энергия аҙ. Нимәгә иғтибар һәм ваҡыт күберәк бүләһең—шул һинең йәшәү асылың. Тормошоңдо ҡәлғә ит, унда һине тыңлай белгән, хәстәрләгән, һинең менән ихлас аралашҡан кешеләрҙе генә индер. Кемделер ҡотҡарырға кәрәкмәй...

ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ ИКӘН—ЕБӘР!
ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ ИКӘН—ЕБӘР!

Был ғорурлыҡ түгел, ә аң позицияһы. Үҙгәрергә теләмәгән кешеләр менән ауыр аралашыуҙар алып барыуҙан туҡта. Һинең барлығыңа шат булмаған компанияла булыуҙан арын. Һине яратырға әҙер булмағандарға һөйөүеңде һәм энергияңды әрәм итмә. Быларҙың барыһы ла һинең ваҡытыңды, энергияңды ала һәм дөрөҫ фекерләргә ҡамасаулай.

Үҙ тормошоңдо ҡыҙыҡ күреп, шатланып йәшәй башлаһаң, бар кешеләр ҙә һинең яныңда ҡалмаҫ. Был һиңә үҙгәрергә кәрәк икәнен аңлатмай. Һинең күп ваҡытыңды алған кешеләр һине кәмһетә, онота йә яуап бирмәй (игнор) икән, ниңә һин уларға энергияңды әрәм итәһең?

Һин—барыһы өсөн дә түгел, барыһы ла—һинең өсөн түгел. Һинең менән эскерһеҙ дуҫлашҡан, аралашҡан, һине ихлас яратҡан кеше табылған осраҡта, йәшәү бүләккә әйләнә. Был планетала миллиардлаған кеше, шулар араһында һинең менән бер кимәлдә булған, бер вибрациялы, бер үк ҡиммәттәрҙе яҡын күргән кешеләр бар. Әгәр һине яҫтыҡ, запас вариант йә иһә терапевт сифатында ғына файҙаланған кешеләр янында оҙаҡ булһаң, ҮҘ кешеләрең һинән алыҫлаша.

Эйе, һин энергияңды биреүҙән туҡтаһаң, мөнәсәбәтте өҙһәң, ул кешеләр һине онотор ҙа. Бәлки, һин телефондарына смс-хәбәр ебәрмәһәң, шылтыратмаһаң, улар һине аҙналар буйы иҫенә төшөрмәҫ. Һин энергия бирмәһәң—һөйөү бөтә. Был һин ғәйепле тигәнде аңлатмай. Тимәк, быға тиклем һин генә «йәбешеп» ятҡанһың. Был һөйөү түгел, был өйрәнеү, бары өйрәнгәнһең.
Тормошоңда иң ҡәҙерлеһе—энергия. Ваҡыт самалы түгел ул, энергия аҙ. Нимәгә иғтибар һәм ваҡыт күберәк бүләһең—шул һинең йәшәү асылың. Тормошоңдо ҡәлғә ит, унда һине тыңлай белгән, хәстәрләгән, һинең менән ихлас аралашҡан кешеләрҙе генә индер. Кемделер ҡотҡарырға кәрәкмәй. Йәл булған өсөн кемгәлер ярҙам итеү һинең эшең түгел, һин бит «тейеш» түгел.

Һинең эшең—аңлау һәм хәл итеү, һин яҙмышыңдың хужаһы һәм һөйәркәһе. Һин ысын дуҫлыҡҡа, эскерһеҙ һөйөүгә лайыҡ.

Бер минутҡа тын ҡал...һәм ҡара: барыһы ла бик тиҙ үҙгәрә.

/Синтия Сабина/

Резеда Усманова тәржемәһе.

Автор:Резеда Валиева