АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Сентябрь 2022, 16:25

Һөйгәнең һинең өсөн кем?

"Яратҡаным".  Үҙем өсөн ятыраҡ булған һүҙҙе ишетеүгә бер аҙ аптырап ҡалам. Бер-береһе өсөн йән атҡандар"матурым", "ҡояшым" кеүектәрен әйтә әйтеүен. Араларында "бәпесем", "йомшағым", "ҡуяным" тигәндәре лә осрай. Сит милләт вәкилдәренән күрмәксе, "моя", "золотая", "золотой" тип ебәрергә лә күп һорамайбыҙ.Бер танышым иһә үҙенең һөйгән кешеһенә "яратҡаным" тип өндәшә. Үҙ телебеҙҙә яңғыраған, ҡолаҡҡа ятып, күңелде иркәләп кенә торған һүҙгә уның бар хистәре, йылыһы, наҙы һыйғанын тоям. Яратҡаны ла тоялыр.Кем генә тип йөрөтмәйбеҙ инде һөйгәндәребеҙҙе. Ирҙәренә «матурым» тип өндәшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы мин, мәҫәлән, бөтөнләй аңламайым.🙈 Төҫкә ни тиклем генә сибәр булһа ла, көслө затҡа ҡарата әйтелергә тейеш һүҙ түгел ул, ә бына гүзәл заттарға килешә. Ни эшләп ир-егеттәргә "матурым" тип түгел, ә «батырым» тип өндәшмәҫкә? Уларға был һүҙ бик тә тура килеп торған кеүек😊 Ә һеҙ һөйгәнегеҙгә кем тип өндәшәһегеҙ? Үҙегеҙ уның өсөн кем❓

Һөйгәнең һинең өсөн кем?
Һөйгәнең һинең өсөн кем?

Берәүҙең һөйгәненә «сыпсығым»🐦 тип әйтеүен ишетеп, аптырап ҡуйғаным хәтерҙә. Улай ғына ла түгел, «бәпесем» тип ебәргәндәр ҙә бар.🙈
Ир менән ҡатын араһында ғына әйтелмәй, үҫмер, хатта ир ҡорона инеп барған улдарына ла ошондайыраҡ һүҙҙәр менән өндәшкән әсәйҙәр барлығын беләм. Һуңынан улар балаларын оло тормош юлына сығарғанда йомшаҡ холоҡло, ыуыҙ малайҙарына зарланып йөрөүсән. Наҙҙа ҡына үҫкән, «бәпесем» кеүек йомшаҡ һүҙҙәр менән иркәләнгән егеттәрҙең күбеһе ғүмере буйы шул бәпеслектән сыға алмай йонсой. 🙉
Башҡорт булһаҡ та, сит милләт һүҙҙәрен ҡулланырға ла аптырамайбыҙ. Башҡаларға эйәреп, яттарҙан күрмәк булып, бер-беребеҙгә ҡарата әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр ҡулланмайыҡ. Һөйгәнебеҙгә танышым кеүек «яратҡаным» тип өндәшәйек. Матур ҙа, мәғәнәле лә һүҙ бит!💯💕
Минеңсә, күпме генә яратһаң да, нисек кенә яғымлы өндәшергә теләһәң дә, көслө затты «бәпесем», «сыпсығым», «ҡуяным» тип көсһөҙләндерергә ярамайҙыр... 🤐

Р. S. Ә һеҙ һөйгәнегеҙгә кем тип өндәшәһегеҙ? Үҙегеҙ уның өсөн кем❓

Лена Хәйруллина.

Автор:Гульдар Кадаева