АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Сентябрь 2022, 14:10

БӨГӨНГӨҢДӨ ИРТӘГӘГӘ КҮСЕРМӘ!

Бер әйбейҙең бер йәшник грушаһы булған. Ул һәр көн сереп барған грушаны ашаған, яҡшыраҡтарын иртәгәлеккә ҡалдырған. Ә иртән тороуына икенселәре серей башлаған. Шулай көндән-көн боҙола башлағандарын ашап, башҡаларын иртәгәһенә ҡалдыра барған. Һөҙөмтәлә, бер генә яҡшы тороштаға грушаны тәмләй алмаған. Яңыраҡ күршемде осратҡас, ошо хәл иҫкә төштө. Күршем ниңәлер бошонҡо ине. “Ни булды, ниңә кәйефең юҡ?”,--тип һораштым. Ул уфтанып, күңелен бушатты.

БӨГӨНГӨҢДӨ ИРТӘГӘГӘ КҮСЕРМӘ!
БӨГӨНГӨҢДӨ ИРТӘГӘГӘ КҮСЕРМӘ!

Бер әйбейҙең бер йәшник грушаһы булған. Ул һәр көн сереп барған грушаны ашаған, яҡшыраҡтарын иртәгәлеккә ҡалдырған. Ә иртән тороуына икенселәре серей башлаған. Шулай көндән-көн боҙола башлағандарын ашап, башҡаларын иртәгәһенә ҡалдыра барған. Һөҙөмтәлә, бер генә яҡшы тороштаға грушаны тәмләй алмаған.
Яңыраҡ күршемде осратҡас, ошо хәл иҫкә төштө. Күршем ниңәлер бошонҡо ине. “Ни булды, ниңә кәйефең юҡ?”,--тип һораштым. Ул уфтанып, күңелен бушатты.

--Ғүмерем үтте лә китте... Аҡса эшләйем әле, йорт һалайым, балаларҙы үҫтерәйем, шунан рәхәтләнеп йәшәрмен тигәйнем дә бит. Үҙем теләгән прическаны эшләтеп, матур күлдәк, каблуклы туфлиҙар кейеп тыҡладата баҫып йөрөрмөн тигәйнем дә... Уңайлы тип салбар кейҙем дә йөрөнөм...

 

Тынып ҡалды бер аҙ. Ҡабаландырманым. Тағы һөйләй башланы:

 

--Балалар үҫте, йорт һалынды, аҡса бар...ә мин һаман салбарҙа, прическала юҡ--әле һаман артҡа йыйып резинкаға ҡуйылған сәс.

Күршемде дәртләндергем килде.

--Әйҙә, хәҙер үк парикмахерға бар. Күлдәк ал!

Ә ул теләр-теләмәҫ кенә көлөп ҡуйҙы.

--Юҡ, кәрәкмәй. Арыным. Мәшәҡәттәр менән йүгереп ҡартайылды инде.

 

Уйға ҡалдым. “Аҙаҡтан”, “Һуңынан” тигәнебеҙ тора бара “Бер ҡасан да” тигән менән алышына. Шуға хәҙер йәшәр кәрәк! Хәҙер! Хәҙер үк! Беҙгә икенсе ғүмер бирелмәй! Матур һауыт-һабанан эсегеҙ, ашағыҙ. Әллә килер, әллә килмәҫ ҡәҙерле ҡунаҡҡа тип шкаф төбөндә тотмағыҙ шул матур һауыт-һабаны. Матур күлдәктәрегеҙҙе лә бөгөн кейегеҙ! Емеште лә туңдырып ниндәйҙер көн еткәнен көтмәгеҙ! Ашарға теләйһегеҙ икән—алығыҙ ҙа ашағыҙ! Китап уҡығыҙ, сәйәхәт итегеҙ! Күңел асырға теләйһегеҙ икән—алға! Тәмле итеп ашарға теләйһегеҙ икән—тәмле итеп хәҙер үк бәлеш бешерегеҙ! Күңел һораған эште эшләү бәхет бүләк итә. Ә бәхетле кеше барыһын да эшләй ала, барыһын да булдыра!

 

фото: интернеттағы асыҡ сығанаҡтан




 

Автор:Резеда Валиева