Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Сентябрь 2022, 10:45

ЮЛЫҠ—ТАРИХИ АУЫЛ

Гәзитебеҙ дуҫы Артур Иҫәнов Юлыҡ ауылы тураһында бик матур видеояҙма төшөргән.

ЮЛЫҠ—ТАРИХИ АУЫЛ
ЮЛЫҠ—ТАРИХИ АУЫЛ

Башҡортостаныбыҙҙың тағы ла бер ҙур тарих һаҡланған ерҙәренең береһе—Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы. Борон был ауыл почта ташыу, сауҙа итеү үҙәге булараҡ дан тотҡан. 
Шулай уҡ был ерҙәрҙә  1869 - 1917 йылдарҙа Рәмиевтар алтын сығарыу эштәре менән бөтә илгә билдәле булған. Уларҙың таштан эшләгән йорто, күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи эшләгән китапхана бинаһы һәм тигеҙ итеп һалынған алтын һаҡлай торған келәт, тимерҙән һуғылып, семәрләп эшләнгән ҡапҡа ишектәре барса кешене һоҡландыра.

Өлкәндәр билдәләүенсә, был таш биналарҙы сит илдән килгән архитекторҙарҙарҙың проекты буйынса эшләгәндәр. Юлыҡ ауылынан йыраҡ түгел Рәмиевтарҙың алтын йыуған урыны әле лә һаҡлана. Ул осорҙа бары тик ҡул көсө менән генә башҡарылған шахталарҙың тәрәнлеге һәм уларҙың тармаҡлы булыуы ғәжәпләндерә. Урман-тау уртаһында урынлашҡан, Мағаш йылғаһы буйындағы үҙенсәлекле ауылдың төҙөклөлөгө, өйҙәрҙең заманса итеп биҙәлеүе—был ерҙә татыу һәм тырыш халыҡ йәшәүен иҫбатлай. Ауылдың эргәһендә генә шифалы "Яманташ шишмәһе" сығанағы бар. Был шишмәгә Юлыҡ ауылынан ғына түгел, ә оло юлдан үтеүселәр ҙә, күршә ауылдарҙан да эсәр һыу алырға киләләр. Ҡышын да был шишмәгә юл таҙартыла. Матур тәбиғәтле Юлыҡ ауылының быуаһына балыҡҡа йөрөүселәр, һыу инеп ял итеүселәр бик күп.
Быуаның үҙенә генә хас ниндәйҙер матурлығы күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Юлыҡ ауылы халҡының тарихи биналарҙы һаҡлап алып ҡала алыуҙары оло ХӨРМӘТКӘ лайыҡ!

Әгәр ҙә ошо ерҙәр Дәүләт кимәлендә һаҡлауға алынһа, киләсәк быуыныбыҙға тарихыбыҙҙы һис шикһеҙ еткерә алыр инек...

Р.S. Мәғлүмәттәр Юлыҡ ауылының өлкән быуындарынан алынды.

 

Сығанаҡ: Артур Иҫәновтың «Бәйләнештә»ге битләүе.

Автор:Резеда Валиева