Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Сентябрь 2022, 12:00

ҮТӘ ҠЫҘЫЛ ТИҘ УҢА

Йәһүд халҡы шулай ти: “Көслө утҡа ҡуйылған кәстрүл тиҙ ҡайнап бөтә”. Кеше тойғолары менән дә шулай. “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, -ти беҙҙең халыҡ.

ҮТӘ ҠЫҘЫЛ ТИҘ УҢА
ҮТӘ ҠЫҘЫЛ ТИҘ УҢА

Ҡатын-ҡыҙ ниндәй була? Йәш һәм йәш түгел. Тәүгеләре тормош көтөргә йәр эҙләһә, икенселәре күп йылдар инде – кейәүҙә. Йәштәр үҙҙәренән өлкәнерәктәрҙең тотороҡло тормошо өсөн көнләшеп ҡараһа, Бальзак йәшендәгеләр, киреһенсә, матур күлдәген кейеп, һөйгән егете менән осрашыуға ашыҡҡан ҡыҙ ваҡытын һағына...

Һуңғы ваҡытта йыш ҡына йәш парҙарҙың мөхәббәте оҙаҡҡа һуҙылмай. Хатта ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың егеттәр менән мөнәсәбәте аҙна-ун көнгә лә етмәй. Көслө хистәр менән башланып киткән мөхәббәт тарихы бик тиҙ тамамлана. Был осраҡта ҡыҙҙарҙың күбеһе сәбәпте көслө заттан эҙләй. Яҡшы яҡтарына ҡарағанда киреһен күберәк таба. “Үҙеңдең яртыңды тапҡансы, йөҙ тәлмәрйенде үбергә тура килә”, - ти инглиз халҡы. Башҡорт халҡында ла ошо юҫыҡтағы әйтеме бар: “Бер һөйгәнем арҡаһында алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн”. Бәхеткә юл еңел булмай ул, еңеллек эҙләргә ярамай.

Мөнәсәбәттәрҙең тиҙ һыуыныуына шулай уҡ йәштәрҙең танышыу менән көнө-төнө бергә булыуҙа. Бында сама белмәү ныҡ ҡамасаулай. Ҡыҙҙар үҙен тулыһынса тапшыра, осрашыу мөмкин булмаһа, иртәнән кискә тиклем телефондан аралаша, минут һайын яратыуын, һағыныуын белдереп, смс яҙа.

Бына шулай улар бөтә ваҡытын бергә үткәрә һәм бер-береһенән тиҙ арый. Йәһүд халҡы шулай ти: “Көслө утҡа ҡуйылған кәстрүл тиҙ ҡайнап бөтә”. Кеше тойғолары менән дә шулай. “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, -ти беҙҙең халыҡ. Бер-береһенән ялҡып киткәс, бер аҙ ял итеп алырға уйлайҙар. Ваҡытын бушҡа сарыф итергә теләмәгән ҡыҙҙар башҡалар менән мөнәсәбәт ҡора башлай. Быны бөгөнгө замандың һөҙөмтәһе тип әйтергә урын бар, сөнки ваҡыт тиҙ үтә, бөтә нәмәгә өлгөрөргә кәрәк, ашыҡмаһаң, һуңлап ҡуйыуың ихтимал...

“Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылыта” тигән аҡыллы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Яратҡан кешеләр араһында ла ара һәм ваҡыт булырға тейеш. Шулай булғанда, киреһенсә, уларҙың хистәре йылыраҡ, нығыраҡ була.

Оло ҡатындар быны аңлай. Шуға ла улар тәүлек әйләнәһенә яратҡан кешеһенең муйынына аҫылыныуҙан ҡаса. Һөйөүҙән тыш, яратҡан шөғөл дә, эш тә булырға тейеш. Бер аҙ яңғыҙ ҡалып, уйҙарыңды тәртипкә килтереү ҙә яҡшы. Һөйгән кешеңде яратҡан әйберҙәренән, мауығыуҙарынан тартып алырға ярамай. Бөтә ваҡытын һиңә арнауын ир-егеттән талап итергә ярамай. Унан ғына хистәр нығынмай. Көслө зат һеҙҙең уға мөнәсәбәтегеҙҙе белһен, әммә донъя яулауын дауам итһен. Икенсе яртығыҙҙы нығыраҡ тоторға теләһәгеҙ, дилбегәне бушатығыҙ. Уны ҡыҫҡа арала тоторға теләгәндәр, киреһенсә, юғалта. Бына шундай ҡатын-ҡыҙҙы ир-егет нығыраҡ ярата.

Автор:Лена Абдрахманова.
 
Сығанаҡ: https://kungak.ru/news/novosti/2022-09-05/byl-orau-a-yauap-y-y-t-gelme-2936576
Автор: