АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Сентябрь 2022, 15:30

ХӘСТӘРЛЕ ИРҘЕҢ ҠАТЫНЫ ТАҪТАРЛЫ...

Әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ әле! Уҡытыусы, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасованың яҙмаһын кем нисек аңлай:Күпте белгән, уҡымышлы, зыялы бер дуҫым арҡамдан ҡағып "һин бит үҙ-үҙеңде таҫтарлы иткән ҡатын" тип баһалағас, элегерәк бер ҙә издиһат бирмәгән шул һүҙгә, минең өсөн серле булған әйбергә ҡыҙыҡһыныуым артты.. Мөмкинлек булған һайын, нимә һуң ул таҫтар, ниңә уға шул тиклем ҙур әһәмиәт биргәндәр, тигән эҙләнеүҙәрем йышайҙы.Таҫтар - башҡорттарҙа ырыуҙан ҡалған йәки олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған, бер осо сигеүле 2-3 метр оҙонлоҡтағы кизе-мамыҡ туҡыма. Көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ситса туҡыманан эшләгәндәр.Таҫтарлы булыу муллыҡ билдәһен дә, яҡлаулы, үҙ баһаһын белгән ҡатын дәрәжәһен дә белдергән.Халыҡта "Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы була", тигән әйтем юҡтан бар булмаған бит. Таҫтар бөгөн киңерәк төшөнсәлер......Хәстәр һәм таҫтар...Таҫтар япмағанға хәстәргә ҡытлыҡ кисерәме был баштар, әллә хәстәр күрмәгәнгә таҫтар оронсоҡ кеүекме бөгөн.....Үҙ-үҙҙәрен таҫтарлы иткән ҡатындар, ғәфү иткеһеҙ күп түгелме һуң улар беҙҙең заманда?...

ХӘСТӘРЛЕ ИРҘЕҢ ҠАТЫНЫ ТАҪТАРЛЫ...
ХӘСТӘРЛЕ ИРҘЕҢ ҠАТЫНЫ ТАҪТАРЛЫ...

Күпте белгән, уҡымышлы, зыялы бер дуҫым арҡамдан ҡағып "һин бит үҙ-үҙеңде таҫтарлы иткән ҡатын" тип баһалағас, элегерәк бер ҙә издиһат бирмәгән шул һүҙгә, минең өсөн серле булған әйбергә ҡыҙыҡһыныуым артты.. Мөмкинлек булған һайын, нимә һуң ул таҫтар, ниңә уға шул тиклем ҙур әһәмиәт биргәндәр, тигән эҙләнеүҙәрем йышайҙы.
Таҫтар - башҡорттарҙа ырыуҙан ҡалған йәки олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған, бер осо сигеүле 2-3 метр оҙонлоҡтағы кизе-мамыҡ туҡыма. Көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ситса туҡыманан эшләгәндәр.
Таҫтарлы булыу муллыҡ билдәһен дә, яҡлаулы, үҙ баһаһын белгән ҡатын дәрәжәһен дә белдергән.
Халыҡта "Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы була", тигән әйтем юҡтан бар булмаған бит. Таҫтар бөгөн киңерәк төшөнсәлер...
...Хәстәр һәм таҫтар...
Таҫтар япмағанға хәстәргә ҡытлыҡ кисерәме был баштар, әллә хәстәр күрмәгәнгә таҫтар оронсоҡ кеүекме бөгөн..
...Үҙ-үҙҙәрен таҫтарлы иткән ҡатындар, ғәфү иткеһеҙ күп түгелме һуң улар беҙҙең заманда?...

Миләүшә Ҡыҙрасова.

 

фото: интернеттан

Автор:Резеда Валиева