АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Август 2022, 10:10

АШАТ, ТӘРБИӘЛӘ ҺӘМ ЕБӘР...

Малайҙарҙы ауырлыҡтар аша тәрбиәләү уларҙы ысын ир-егет итә. Студент икән, ятаҡта йәшәһен, аҡса кәрәк икән, эшләргә өйрәнһен. Уның маҡсаттары, ынтылыштары булырға тейеш. Ҡыҙҙарға был сифаттар әллә ни кәрәк түгел. Ул өй йылыһын һаҡлаусы, йәғни эске энергия. Ә ир-егет—ул көрәшсе, тышҡы энергия. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн киреһенсә булып бара. Замана ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәрҙән көслөрәк, күберәк аҡса эшләй, ә ир-егеттәр бушаҡ.

АШАТ, ТӘРБИӘЛӘ ҺӘМ ЕБӘР...
АШАТ, ТӘРБИӘЛӘ ҺӘМ ЕБӘР...

Үҙемдең бала саҡ менән хәҙергеләрҙе сағыштырам да уйға төшәм: ҡайһы дәүер дөрөҫ тәрбиә бирә? Эйе, күптәр хәтирәләрендә Совет осорона барып әйләнәсәк: пионер, комсомол ойошмалары, идеялар һәм башҡалары—барыһы ла киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ныҡлы нигеҙ һалған. Бергәләп ағас ултыртыуға йөрөү, картуф алырға яланға барыу, сөгөлдөр утау, ололарға ярҙам итеү. Һанай китһәң бик күп. Күренеүенсә, тәрбиәнең төп йүнәлеше хеҙмәт булған. Ә хәҙерге быуын нисегерәк тәрбиәләнә? Эйе, йәштәрҙе лә хурларға йыйынмайбыҙ. Улар алдынғы ҡарашлы, замана технологияларын яҡшы белә, уҡырға ынтыла. Әлбиттә, белем алырға, һөнәр үҙләштерергә атлығыуҙары яҡшы. Элекке кеүек һинең үҫкәнеңде көтөп кенә торған колхоз-совхоз да, ҡалаларҙа шаулап эшләгән фабрика-завод та юҡ. Заманға ҡулайлашып, кәрәкле һөнәр алыуҙары бик хуп. Шулай ҙа...

Хәҙерге балалар тыуғандан телефонды, компьютерҙы яҡшы белә, тибеҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Һуң заманы шул булғас. Ҡулына әйбер тота алған сабыйға телефон бирәбеҙ, шулай булғас, әлбиттә, ул уны яҡшы беләсәк. Уның ҡарауы замана балалары көрәк, салғы, балта тота белмәй ҙә ҡулына сепрәк алып иҙән йыумай. Был да бәхәс уятыр фекер, шулаймы? Техника бесән сапҡас, өйөңә газ үткәс, һәр төрлө ҡулайламалар булғас, ниңә эшләргә? Баланың буш ваҡыты күп. Тик уны яҡшы яҡҡҡа файҙаланмаусылар ҙа була. Эш белмәһә—белмәй, әммә тәмәке тартырға, һыра эсергә тиҙ өйрәнгән. Сибай урамынан үтеп барһаң, һәр мөйөштә тиерлек тәмәке көйрәтәләр. Шундай 10-11 йәшлек малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа осрай. Иҫерек йөрөгән үҫмерҙәр ҙә булғылай. Ә «ҡатлы-ҡатлы» итеп һүгенешеп һөйләшкәндәре аҙым һайын. Ошондай компанияға балам барып эләкмәһен тип хафаланған ата-әсә, әлбиттә, балаһын ныҡ контролдә тотасаҡ. Үҙ сиратында был да ярайһы ғына ҙур һорау тыуҙыра. Үҙ проблемаһын үҙе хәл итә белмәгән, йомоҡ, магазиндан ары бер ҡайҙа бара алмаған бала үҫмәҫме? Бәлки, һәр нәмә лә сама кәрәктер? Бәлки, дөрөҫ итеп аңлатырға ла, ҡыҙ һәм улыңа ышаныс белдереп, уны иреккә сығарырғалыр?

Һәр кем үҙ һәм балалары миҫалында уйланырға, һығымта эшләргә тейештер. Мәҫәлән, мин Өфөгә университетҡа барғас, бер ни тиклем баҙап ҡалдым. Төркөмдәштәремдең барыһы ла ауыл балалары булһа ла бик үткен инеләр, сөнки улар үҙаллы булырға өйрәнгәндәр. Бөтәһе лә ҡалаларҙа гимназия-интернат тамамлаған, ә мин ауылдан бер ҙә ситкә китмәгән, ятаҡ тормошон белмәгән, икенсе мөхиттә үҫкәндәр менән аралашыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡыҙмын. Әлбиттә, яңы тормошҡа яраҡлашыуы ауыр булды. Эйе, бер мин түгел, күптәр ошо баҫҡысты үтә. Мәктәпте тамамлағас, йәғни 17-18 йәштә үҙаллы тормош башлайһың. Был ғәҙәти хәл. Әммә 25-30 йәшен тултырып та әле һаман ата-әсә ҡосағынан айырыла алмаған «балалар» була. Был иһә етди проблема. Ныҡ әпәүләүҙән, үтә ныҡ ҡурсалауҙан шундай түгелме улар? Үҙаллы булырға ирек бирмәгән өлкәндәр ғәйепле түгелме икән? Ике танышымдың миҫалын тағы килтереп китмәксемен. Бер ауыл ғаиләһендә 3 малай үҫә. Ата-әсәһе бәләкәйҙән эш ҡуша уларға. Береһе мал ҡарай, икенсеһе утын яра, өсөнсөһө картуф утай, тигәндәй. Үҫә килә улар ялланып утын ярырға, көтөү көтөргә йөрөй башланы. Шулай итеп, үҙҙәренә телефон, компьютер, мотоцикл, хатта ҡулдан булһа ла машина алырлыҡ аҡса эшләнеләр. Ә икенсе ғаилә ҡалала фатирҙа йәшәй. Ата-әсәй көнө буйы эштә, бала мәктәптән ҡайта ла компьютерға ултыра йә телефонда «соҡона». Бөтә белгән эше—сүп-сарҙы контейнерға сығарып ташлау йә магазинға икмәккә барып килеү. Түңәрәктәргә йөрөтөргә ата-әсәнең аҡсаһы самалы. Шулай итеп өйҙә үҫте, шул уҡ ҡалала студент булып китте. Каникулдарында шул бер «эш» менән шөғөлләнеүен дауам итте. «Йәй өләсәһе менән ҡартатаһына барһын, бесән эшләшһен, мал ҡарашһын»,—тигән булдым бер мәл танышыма.

—Әле ҡайтырға ваҡыт юҡ әле, отпускымды яҙ алып ҡуйғайным,—тине әсә кеше.

—Улығыҙ ҙур бит инде, үҙе генә ҡайтһын,—тип әйтеүемә, әсә кеше аптырап:

—Нисек? Йыраҡ бит. Таксиҙа яңғыҙын ҡайтармайым!

Эйе, яңғыҙын ебәрмәйем, яңғыҙын йөрөтмәйем, яңғыҙын сығармайым, яңғыҙын ҡайтармайым... Ысынлап, ниңә беҙ шул тиклем әпәүләйбеҙ һуң? Бәлки, интернет ғәйеплелер? Унда баланы эт талаған, тегендә машина тапап киткән, ә тегендә маньяк йөрөй икән... Бәлки, ошондай ҡурҡыныс яңылыҡтар беҙҙе өркөтөп бөткәндер? Ҡурҡһаң—урманға барма тигәндәй, хәҙер ҡурҡып урманға түгел, урамға сыҡмаҫҡа мөмкин дә бит... Тик былай йәшәп буламы? Ҡурҡыу, үтә ныҡ ҡурсалау, артығынан тыш контролдә тотоу зыянлы, баланың киләсәге өсөн кәртә булғанын да оноторға ярамай. Был—бер. Икенсенән, балиғ булған балаға әле һаман бала тип ҡарау ҙа килешеп етмәй. Эшләй башалған икән, ашарына, кейеренә үҙе тапһын, йәшәр ерен хәстәрләһен. Шулай теҙгенде ысҡындырмаһаҡ, ҡасан йәшәргә өйрәнә һуң ул? Айырыуса егеттәрҙе үҙаллылыҡҡа өйрәтергә кәрәк. Юғиһә, мыйыҡтары тиртһә лә, һаҡалдары етһә лә ата-әсәһенә эйәреп ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөүсе «малайҙар» бар. Үтә ныҡ әпәүләгәнгә лә бөгөн егеттәребеҙ әле «бәпәй» булып йәшәмәйме? Кәләш алыуҙан, ғаилә ҡороуҙан, яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡалар түгелме?

Һорауҙар күп. Уларға һәр кем үҙе яуап бирергә тейеш. Баланы ныҡлы контролдә, йәғни «ситлектә» тотоп ҡына уны яҡшы кеше итеп үҫтереп булмай. Ауырлыҡты үҙ елкәһендә татыған, үҙ проблемаһын үҙе хәл иткән, үҙ хатаһында үҙе өйрәнгән үҙаллы бала ғына тормошта юғалып ҡалмай. Бының өсөн иң беренсе ололар ғаиләлә үрнәк күрһәтергә тейеш.

Ошо йәһәттән бер нисә фекергә күҙ һалайыҡ әле.

Ғәлиә Салихова, психолог:

—Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын артыҡ әпәүләүен, улар тураһында көн-төн хәстәрлек күреүен хәүефле, ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ, минең күҙ уңынан ысҡынһа, балам менән берәй насар хәл булып ҡуйыр тигән ҡурҡыу менән аңлата. Бындай шик-шөбһәләр бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға хас.

Эйе, яҡты донъяға яңы килгән сабый тулыһынса әсә хәстәренә мохтаж. Әсә кеше балаһының тормошонда үҙенең төп роль уйнағанын аңлай һәм сабыйын баға. «Балам өсөн тулыһынса мин яуаплымын»,—тигән ҡарашты балалар бәләкәй саҡта аңларға булһа ла, үҫеп еткән ул-ҡыҙҙарҙын һаман да үҙенән айыра алмаған әсәләр ҙә бит бихисап. Тормошта шундай хәлдәр ҙә күҙәтелеп ҡуя: бала үҫеп етә, ҙур тормошҡа аяҡ баҫа, үҙ ғаиләһен ҡора, ә әсә кеше уны үҙенән айыра алмай, йә айырырға теләмәй. Әлбиттә, нисә генә йәштә булһа ла, әсә өсөн ул-ҡыҙҙары һаман бала булып ҡала. Тик һаман да уларҙы бер туҡтауһыҙ әпәүләп, һәр аҙымын тикшереп, контролдә тоторға тырышыу кәрәкме икән?

Бындай күренештәргә нигеҙ булып, бәлки, түбәндә әйтеп кителгән сәбәптәр яталыр:

«Балам тормошо—минең тормошом» тигән принциптан сығып йәшәү. Әсә кешеүҙенең йәшәйешен тулыһынса балаһының тормошона көйләгән, үҙен айырым шәхес булараҡ ул күрмәй ҙә, ҡабул итә лә алмай. Балаһын үҙенән айырған осраҡта тормошонда һәм күңелендә бушлыҡ барлыҡҡа килеүен кемдәрҙер аңлай, ә күпселек аңлап та етмәй, ә нисек итеп ошо бушлыҡты тултырырға белмәй, бушаған ваҡытты ҡуйыр, әле ташып торған көс-ҡеүәтте йүнәлтер урыны юҡ. Шуға күрә балаһының хәстәрҙәрен үҙенеке тип ҡабул итеп, шуға әүрәп, әпәүләп йәшәүен дауам итә.

«Балама кәрәгем бөтөп ҡуйыр» тигән шик-шөбһәләр. «Ниндәйҙер эште минһеҙ йә минең контролһеҙ үҙ аллы атҡарап сыға алһа, артабан да балам эштәрен шул юҫыҡта дауам итергә теләүе мөмкин. Был осраҡта минең уға кәрәгем бөтәсәк, минең әйткәнде тыңламай башлаясаҡ». Ошо йүнәлештәге ҡурҡыуҙар әсәгә балаһын ҡулынан ысҡындырмай, нығыраҡ тоторға нигеҙ булып тора ла инде. Тик хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙ ниндәйҙер мәсьәләне һеҙҙең ярҙамһыҙ, үҙ аллы хәл итә алған икән, быға ҡыуанырға кәрәк, тимәк һеҙ тәрбиәнең төп маҡсатына ирешкәнһегеҙ тип әйтергә була. Йәғни француз прозаигы һәм драматургы Эрнест Легуве һүҙҙәре менән әйткәндә: «Тәрбиәнең төп маҡсаты—балаларыбыҙҙы беҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш йәшәргә өйрәтеү».

Үрҙә әйтеп кителгәндәр бер нисек тә, үҫеп етте, хәҙер нисек теләй шулай йәшәһен тип, балаларҙың яҙмышына бөтөнләй вайымһыҙ булырға кәрәк тигәнде лә аңлатмай. Әммә ҙурайған балаларҙың бөтә тормошон һаман да контролдә тоторға маташыу, уларҙы туҡтауһыҙ тәрбиәләү, өгөт-нәсихәт уҡыу ҙа төптө дөрөҫ түгел. Бында алтын урталыҡты табыу, сама белеү мөһим. Был хәлгә ҡағылышлы һинд халҡының матур әйтеме иҫкә төшә: “Бала—һинең йортоңда ҡунаҡ ҡына: ашат, тәрбиәлә һәм ебәр!”

 

Айбулат Уразбахтин, эшҡыуар, кеше психологияһын өйрәнеүсе:

—Ата-әсә ниндәй—бала шундай, йәғни алма ағасынан алыҫ төшмәй. Кеше бар нәмәгә лә ғаиләлә өйрәнә. Ата-әсәнең мөнәсәбәте бала күңеленә һеңә һәм аҙаҡ шул тормошта шытып сыға. Балалар беҙҙе ҡабатлай. Шуға баланы тәрбиәләгең килһә, иң беренсе үҙеңде тәрбиәлә. Нисә йәштә тәрбиәләй башларғамы? Яралғанға тиклем. Енси яҡынлыҡҡа килгәнгә тиклем һинең ниндәй балаға ғүмер бирергә теләүең формалашырға, йәғни образ тыуырға тейеш. Киләһе быуын беҙҙән яҡшыраҡ булһын тиһәк, быға ысынлап етди ҡарау мөһим. Психогенетиканы төплө өйрәнгәндә, ысынлап та быға инанаһың. Алама ғәҙәттәре булмаған, тәрән зиһенле, яҡшы уйлы, һау-сәләмәт ата-әсәгә балаларҙың киләсәге бәйле. Бөгөн аҡсаһыҙлыҡҡа һылтанып күптәр бер генә балаға ғүмер бирә. Был хаталы ҡараш. Минең тәүге улым беҙ студент саҡта донъяға килде. Етеш йәшәү хаҡында ул саҡта хыялланырға ғына ҡала ине. Ир кешегә ғаиләне аҫрау проблемаһы бирелһә, ул уйлана, ул-был хәлдән сығыу юлдарын эҙләй башлай. Миңә лә уҡырға, шул уҡ ваҡытта ике эштә эшләргә тура килде. Ғаиләмде ашата алмаҫмын тигән ҡурҡыу булманы, ятаҡта йәшәнек. Хәҙерге йәштәр бынан ҡурҡа һәм уҡып бөткәс, өй һалғас йә фатир алғас ҡына ғаилә ҡорорға уйлай. Ә бит бөгөн күп йәш ғаиләләр етеш йәшәй, матди яҡтан зарланмай, ә уларҙың мөнәсәбәтендә бер ниндәй ҙә шатлыҡ юҡ. Шуға ла ғаилә тиҙ тарҡала. Ике кеше ғаилә ҡора икән улар яуаплылыҡ тигән төшөнсәне белергә тейеш. Әҙергә-бәҙер булған ерҙә бер-береңә ҡарата ихтирам да, ышаныс та, яуаплылыҡ та булмай. Ә ундайҙар бала тәрбиәләй аламы? Кеше матди тәьмин ителерҙән алда рухи үҫешергә тейеш. Бөгөнгө йәмғиәт билдәле бер матрицала йәшәй: аҡса эшләү. Ә тәрбиә хаҡында бөтөнләй онотҡандар. Бәләкәй генә балаларға ла гаджет, смартфон, компьютер һәм башҡаһын алалар. Етмәһә көнө-төнө телевизор эшләй. Бала ата-әсә менән аралашмай тиерлек. Ә бит ата-әсә—тәүге уҡытыусы. Был хаҡта оноттоҡ. Бала тәрбиәләгәндә шуны иҫтә тотоғоҙ: 5 йәшкә тиклемге балаға батшаға ҡараған һымаҡ ҡара, 5 йәштән 10-12 йәшкә тиклем ул  ҡол, 12 йәштән—дуҫ. Эйе, 5 йәшкәсә бала формалаша. Ул күп нәмәне аңламай. Шуға уға яратып ҡарарға кәрәк, әрләмәҫкә. Унан инде нимә яҡшы, нимә насар өйрәтә башлайһың. Эш ҡушаһың, өлгө күрһәтәһең, рухи үҫеш хаҡында уйланаһың. 12 йәштән ул аңлы. Бында ул өлгөрөп еткән. Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы төрлөсә тәрбиәләргә кәрәк. Атай улына ҡатыраҡ булырға тейеш (был яратмауҙы аңлатмай), ә ҡыҙына киреһенсә. Әсәй ҡыҙына ҡатыраҡ мөғәләмәлә, ә улына киреһенсә. Малайҙарҙы ауырлыҡтар аша тәрбиәләү уларҙы ысын ир-егет итә. Студент икән, ятаҡта йәшәһен, аҡса кәрәк икән, эшләргә өйрәнһен. Уның маҡсаттары, ынтылыштары булырға тейеш. Ҡыҙҙарға был сифаттар әллә ни кәрәк түгел. Ул өй йылыһын һаҡлаусы, йәғни эске энергия. Ә ир-егет—ул көрәшсе, тышҡы энергия. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн киреһенсә булып бара. Замана ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәрҙән көслөрәк, күберәк аҡса эшләй, ә ир-егеттәр бушаҡ. Донъя баш түбән әйләнгәнме ни? Шуны әйтергә кәрәк: көслө ҡатын-ҡыҙға көсһөҙ ир-егет кенә тартыла. Ә ниңә көсһөҙ ир-егеттәр күбәйҙе? Сөнки тәрбиә процесы дөрөҫ түгел. Ғаиләлә—әсәй, балалар баҡсаһында—апай, мәктәптә уҡытыусы йәнә гүзәл зат. Ҡатын-ҡыҙҙың эске психологик көсө күпкә көслөрәк һәм ошо көс малайҙарҙы бала саҡтан «йота». Малайҙар шуҡ була. Шаярһа тәрбиәсе уға «яза» бирә. Ә мин алдан әйттем: әсә кеше, йәғни ҡатын-ҡыҙ малайға ҡаты булырға тейеш түгел.

Әлфиә Вилданова, тәрбиәсе:

—Йылдан-йыл балалар интеллектуаль яҡтан көслөрәк була бара. Күп нәмә беләләр. Уларҙың таланты хаҡында ҡайһы бер ата-әсәләр белмәй ҙә. «Һеҙҙең улығыҙ шәп йырлай, һеҙҙең ҡыҙығыҙ шиғырҙы оҫта һөйләй»,—тиһәң, ғәжәпләнеп китәләр. Сөнки улар үҙҙәре шөғөлләнмәй. Балалар баҡсаһынан алып ҡайталар ҙа ҡулына гаджет биреп ҡуялар, күрәһең. Бәләкәстәр араһында насар күргән, арҡалары кәкрәйә башлағандар күп. Бының да сәбәбе—шул гаджеттарҙыр. Йәнә шуны ла йәтәм: балам башҡортса белмәй ул тип рус төркөмөнә алып киләләр. Бәләкәй балалар тиҙ өйрәнә, хатта рус балаларын балалар баҡсаһында тиҙ генә башҡортсаға өйрәтеп була. Әгәр башҡорт ғаиләһендә бала башҡортса белмәй икән, был ата-әсәнең ялҡаулығынан ғына килә. Замана ата-әсәләре тәрбиә менән шөғөлләнмәй. Бөтә бәлә ошонан.

 

Һүрәт интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева