Фекер
6 Июня 2022, 08:35

Рус теле көнө

Беҙ- рус теленә Пушкин, Есенин әҫәрҙәре аша өйрәнгән быуын, шуға ла был телдә телмәребеҙ бай, үҙенсәлекле, ҡатмарлыраҡ та тойолалыр. Студент саҡта уҡ әйтә торғайнылар: һеҙ ун туғыҙынсы быуаттағыса һөйләшәһегеҙ, тип))) Әйткәндәй, урыҫса ирешә алмайым һаман да) көнкүреш телен үҙләштерә алманыҡ, шикелле) Ә рус теленең бөгөн шул кимәлгә төшөүе ҡыҙғаныс. Шундай телде шул тиклем ярлыландырыу! Бында ЕГЭ-ның роле бик ҙур. Тел буйынса белемде тест менән тикшереү ҡайһы аҡыллы баштың башына килде икән!?

Рус теле көнөРус теле көнө
Рус теле көнө


Ғүмер буйы урыҫ теле уҡытҡас, русса яҙыуы еңелерәк тә булыр ине, бәлки, аудиториям да киңерәк булыр ине, тик мин үҙ туған телемдә яҙыуҙы һайланым. Яңылышмағанмындыр, тием.
Беҙ- рус теленә Пушкин, Есенин әҫәрҙәре аша өйрәнгән быуын, шуға ла был телдә телмәребеҙ бай, үҙенсәлекле, ҡатмарлыраҡ та тойолалыр. Студент саҡта уҡ әйтә торғайнылар: һеҙ ун туғыҙынсы быуаттағыса һөйләшәһегеҙ, тип))) Әйткәндәй, урыҫса ирешә алмайым һаман да) көнкүреш телен үҙләштерә алманыҡ, шикелле) Ә рус теленең бөгөн шул кимәлгә төшөүе ҡыҙғаныс. Шундай телде шул тиклем ярлыландырыу! Бында ЕГЭ-ның роле бик ҙур. Тел буйынса белемде тест менән тикшереү ҡайһы аҡыллы баштың башына килде икән!?
Есенин шиғырҙарын яратам, Пушкинды яттан беләм, тип әйтә алам. Әле лә ҡабатлап уҡыйым.
Мәгәр үҙ телемдә яҙам. Бер телдән дә телем кәм түгел!

Ләлә Рафиҡова.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас