Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Март 2022, 21:55

Батырмы беҙ, бахырмы?

Яңыраҡ бер егет ҡаҙаҡ кешеһе менән әңгәмәләшеүен һөйләне. Ҡаҙаҡ әйтә, ти: “Ә ниңә беҙгә үҙебеҙгә эшләргә, башҡорттар бар ҙа инде. Улар тамаҡ менән эске өсөн дә бил бөгөргә әҙер. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа, башҡорт ҡыҙҙары һымаҡ, шешәнән һыра һемереп йөрөмәй”. Мин был һүҙҙәрҙе ҡаҙаҡ халҡына нәфрәт уятыу өсөн яҙмайым (әсе хәҡиҡәтте әйткәне өсөн, бәлки, рәхмәт әйтергә тейешбеҙ). Һүҙ башҡорттоң, ысынлап та, бахырлыҡҡа төшә башлауы тураһында. Меҫкенләнеп, яңғыҙ тамағын да туйҙыра алмай, ете ят ерҙә араҡыға алданып, тиҙәк таҙалап йөрөүселәр арта. Ҡаҙаҡтың ҡыҙҙар тураһында ла хәбәре дөрөҫ түгел, тип әйтеп булмай.

Батырмы беҙ, бахырмы?
Батырмы беҙ, бахырмы?

Яңыраҡ бер егет ҡаҙаҡ кешеһе менән әңгәмәләшеүен һөйләне. Ҡаҙаҡ әйтә, ти: “Ә ниңә беҙгә үҙебеҙгә эшләргә, башҡорттар бар ҙа инде. Улар тамаҡ менән эске өсөн дә бил бөгөргә әҙер. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа, башҡорт ҡыҙҙары һымаҡ, шешәнән һыра һемереп йөрөмәй”. Мин был һүҙҙәрҙе ҡаҙаҡ халҡына нәфрәт уятыу өсөн яҙмайым (әсе хәҡиҡәтте әйткәне өсөн, бәлки, рәхмәт әйтергә тейешбеҙ). Һүҙ башҡорттоң, ысынлап та, бахырлыҡҡа төшә башлауы тураһында. Меҫкенләнеп, яңғыҙ тамағын да туйҙыра алмай, ете ят ерҙә араҡыға алданып, тиҙәк таҙалап йөрөүселәр арта. Ҡаҙаҡтың ҡыҙҙар тураһында ла хәбәре дөрөҫ түгел, тип әйтеп булмай. Асҡарҙың Асҡарында ла хәҙер тәмәке көйрәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар осрай башланы, иҫерек йөрөүселәре лә юҡ түгел.

Совет осорондағы идеология шул кешеләргә үҙҙәре үк емереп ташлаған динде алмаштырҙы буғай. Дин тыйылһа ла, идеология кешегә ниндәйҙер йәшәү мәғәнәһе биргән һымаҡ алға әйҙәне. Берҙән-бер көн был тәғлимәт ҡапыл юҡҡа сыҡҡайны, кешеләр көтөүсеһен юғалтҡан мал өйөрө кеүек аптырап ҡалды. Рәйес Түләк поэмаһында янған кәртә эсенә ағылған һарыҡтар һымаҡбыҙ беҙ хәҙер. Эскелек тигән кәртә эсенә һаман инәбеҙ, янабыҙ, янғаныбыҙҙы ла аңламайбыҙ. Бында инде шайтандың Аллаһы Тәғәләгә биргән вәғәҙәһе ғәмәлдә күренә. Шайтан Ҡөръәндә, мин кешеләргә гонаһлы эштәрҙе матур итеп күрһәтермен һәм тура юлдан яҙҙырмын (15-се сүрә, 39-сы аят). Уға уңдан да, һулдан да, алдан да, арттан да бәйләнәсәкмен, гонаһ эшләргә һәм Аллаһҡа ҡаршылашырға ҡотортасаҡмын тигән (7-се сүрә, 17-се аят).

Ҡиммәттәр алмашыныуы

Эскелек шул хәтлем тормошобоҙға үтеп инде, хатта мәҙәниәтебеҙ менән йолаларыбыҙға ла ҡуша үрелде. Халыҡ хәмерҙе ниндәйҙер әшәкелек тип түгел, ә байрам үткәреүҙең айырылғыһыҙ өлөшө, ҡунаҡты хөрмәтләү билдәһе тип ҡабул итә. Күптәр тап хәмер эсеүҙе йәшәү ҡыҙығы бирә торған ләззәт, яманһыу донъянан онотолоу, күңел асыу сараһы тип уйлай. Халыҡтың күпселеге араҡы эсеүҙе гонаһ күҙлегенән ҡарамай. Көн дә тиерлек бахмурҙан ағыуланып үлгән, иҫерек килеш рулгә ултырып, аварияла үҙенең генә түгел, тағы бер нисә кешенең башына еткәндәр тураһында ишетеп торабыҙ. Бындай хәбәрҙәр тетрәндерһә лә, сәбәптәре бер кемде лә уйландырмай тиерлек. Шул уҡ көндә ҡунаҡ йыйып, тағы ла бер-береһен ҡыҫтай-ҡыҫтай эсерергә тотоналар. Нисек тә булһа беренсе рюмканы эсергә күндерһәләр, артабан икәү иттерәләр (аяғың икәү ҙәһә!), өсөнсөһө – мөхәббәткә, ҡалғандарына инде ҡыҫтау ҙа кәрәкмәй. Һаулыҡ өсөн дә тоталар, ләкин һаулыҡ менән араҡының ниндәй уртаҡлығы барҙыр – аңлайышһыҙ.

Бөйөк яңылышыу

Табын хужалары кеше иҫертеүҙә бер ниндәй хилафлыҡ күрмәй, уйланмай ҙа, күңелен дә бер нәмә лә өйкәмәй, сөнки был бөтәһе лә эшләгән йәмғиәт ҡануны. Ә шулай ҙа уйланырға кәрәк, бәлки, тап һин эсергән рюмка арҡаһында водитель аварияға эләгер, пассажирын да, үҙен дә теге донъяға оҙатыр. Тап һин ҡыҫтап-ҡыҫтап эсергән “аҡбаш” арҡаһында ҡунағың бисәһен сәнсеп үлтерер, һин йотторған сәмәйҙән кемдер бағана төбөндә туңыр һ.б. Ләкин “бындай ғына ваҡлыҡтар” өсөн бер кемде лә выжданы борсомай шикелле. Бында хатта, киреһенсә, хәбәр һөйләйҙәр, имеш тә, бахмурҙан үлеп ҡалыусыға араҡы эсерер кәрәк булған, йәнәһе лә, врачтар шулай тип әйткән. Яңыраҡ шулай мәрхүмдәрҙе телеүсе табип менән әңгәмә тыңланым, ул алкоголдең кеше организмына бер ниндәй файҙаһы юҡ, тип иҫбат итә.
Мәҙәниәтле мәжлестәрҙә эсергә күнеккәндәрҙең, тора-бара урамда эсеү кимәленә төшөүе ихтимал. Ундайҙарҙа донъя көтөү ҡайғыһы юҡ, балаһының да ас булыуы ҡыҙыҡһындырмай. Эшкә барған һымаҡ, урам ҡыҙырырға сығалар. Ауыл өсөн файҙалы өмәләргә йәлеп итеп булмаһа ла, шешә өсөн алыҫтарға барырға ла йыбанмай улар, йөҙ грамм өсөн үҙ-үҙен хурлыҡҡа төшөрә торған һәр төрлө эш ҡылырға әҙерҙәр. Урамда һәптәндәүсе градус аҫтындағылар, аулаҡ тапһа, уйнаш итеү гонаһын да урап үтмәй. Бындай “өмә”ләрҙән һуң ауырға ҡалған ҡатындар балаһының атаһы кем икәнен дә белмәй, Аллам һаҡлаһын.

Баҡа эксперименты

19 быуатта ғалимдар ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәрә. Улар баҡаны йылымыс һыу ҡойолған һауытҡа төшөрә лә ут өҫтөнә ҡуя. Һыуҙың яйлап эҫенеүе һөҙөмтәһендә баҡа хәүеф тоймай, рәхәт кеүек тойолған мөхиттә иҙрәй, бешә барыуын аңламай. Ҡайнар сиккә етә башлағас ҡына бахыр хайуан һыуҙан ырғып сығырға маташа, ләкин инде һуң була. Ә икенсе баҡаны йылымыс һыуға түгел, ә шунда уҡ эҫе шыйыҡсыға ырғыталар. Аңлауығыҙса, был хайуан шунда уҡ кире һикереп сыға һәм тере ҡала.
Эскелек мәсьәләһендә лә кешене ошо баҡа менән сағыштырырға мөмкин. Әҙәм дә бит бер рюмканан ғына түбәнгә тәгәрәмәй. Был процестың бер нисә йәки тиҫтә йылдарға һуҙылыуы мөмкин. Йәш, сәләмәт саҡта рюмка араҡыны бер тынала йотоу йәки, һыра тотоп, эре генә һемереп йөрөүҙәре матур тойолалыр. Тора-бара кешенең йөҙ-ҡиәфәте генә түгел, күңеле лә йәмһеҙләнә, ҡарая. Ләкин, йылы мөхиттә иҙрәгән баҡа һымаҡ, кеше лә үҙенең эскесегә әйләнә барыуын, иҫерек мәлдә иң әшәке эштәр ҡылыуын, оятҡа, хурлыҡҡа ҡалыуына иғтибар итмәй башлай, кешелектән сыға барыуын аңламай. Әгәр ҙә кеше беренсе рюмканы эсеүҙән үк, бөтәһе тарафынан ихтирам юғалтыу дәрәжәһенә етәсәген аңлаһа, ул, бәлки, ҡайнар һыуға ырғытылған баҡа һымаҡ, шунда уҡ шайтан һыуынан баш тартып, башҡа бер ваҡытта ла уны ауыҙына алмаҫ ине. Ләкин...

Йолалар боҙолғанда

Шарап ғәләмәте туй-никахтарҙы ла урап үтмәй. Бер һарыҡ та, бер йәшник араҡы алып килерһегеҙ, тип һөйләшә саҡырыусы ҡоҙалар бер-береһе менән. Йолаһы шулай. Ижәпте мулланы өйгә саҡырып үткәрһәләр, ҡатындарға яулыҡ ябындырыла (ваҡытлыса), ирҙәргә түбәтәй кейҙерелә. Мулла никах ғәмәлен тамамлап ҡайтһа, яулыҡтар сиселә, өҫтәлдәргә аҡбаш менеп ултыра. Ҡунаҡтарға араҡы эсерергә яуаплы булған көрәгәсене лә һайларға онотмайҙар. Йолаһы шулай. Яңы йыл корпоративтары, юбилей, тыуған көн, хатта ололар менән үткәрелгән саралар ҙа шайтан һыуынан тыш үткәрелмәй тиерлек. Йолаһы шулай.
Һыу юлын күрергә сыҡҡан килендең юлына әле бер өй, әле икенсе өй алдында арҡан тартып араҡы “һығып” эсеү ғөрөф-ғәҙәткә ингән. Арҡан тартыусыларға хәмерҙе ҡатын булып кейенгән ирҙәр һәм дә ир булып кейенгән ҡатындар эсерә. Йолаһы шулай. Тәғәйен ерҙә лә килен һыуҙы буш алмай, һатыулашып-һатыулашып бер нисә баш “йылтыр” түләгәс кенә биҙрәһенә һыу тултыра. Йолаһы шулай.
Кемдер мәжлесте хәмерһеҙ үткәреп маташһа, уны тиҙ генә урынына ултырталар. Уңайһыҙ булыр, кеше аңламаҫ, беҙ һаран түгел, араҡы алырлыҡ ҡына хәлебеҙ бар, йолаһы шулай булғас, ҡалайтаң, тиерҙәр. Туйҙарҙы бер ниндәй хәмерһеҙ, алама йолаларһыҙ үткәреүселәр үпкәләй күрмәгеҙ, дөйөм картинаны һүрәтләргә тырыштым.

“Һәйбәт араҡы” буламы?

“Һәйбәт араҡы” тигән төшөнсә бар. Тағы ла алама, насар араҡы бар тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Имеш тә, шул-шул кеше насар араҡы эсеп үлгән. Насар араҡы ниндәйҙер зарарлы химикаттар ҡулланып осһоҙ ысул менән табыла, тиҙәр. Уны эскән кеше ағыуланып, шул уҡ көндә үлеүе мөмкин. Ә “һәйбәт араҡы” эскән кеше ҡасан үлә? “Һәйбәтен” эсеүселәр күп осраҡта, гонаһты күберәк эшләп, туғандарын нығыраҡ ыҙалатып, оҙағыраҡ йәшәп үлә.
Ныҡ иҫерек кешене ләйаҡыл иҫерек тиҙәр. “Ләйаҡыл” ғәрәпсәнән ингән һүҙ (“алкоголь” дә, “араҡы” һүҙе лә ғәрәп теленән). “Лә” – юҡ, “аҡыл” аҡыл тигәнде аңлата. Тимәк, ләйаҡыл иҫерек булыу – аҡылы юҡ булғансы эсеү тигән һүҙ. Ә аҡылы бар кеше араҡыны бөтөнләй эсмәҫкә тейеш. Аллаһ ни өсөн беҙгә баш биргән? Кәпәс кейер һәм яулыҡ ябыныр өсөн генә түгелдер бит.
Кемдер, мин бит, араҡы эсһәм дә, алкаш түгелмен, самаһын бер ваҡытта ла онотмайым, эскесегә әйләнмәм, тиер. Һин, бәлки, әйләнмәҫһең, ә шулай ҙа теге донъяла тыйылғандан тыйылмағаның өсөн яуап бирергә кәрәк буласаҡ. Һин һыйлаған беренсе рюмканан, бәлки, кемдер эскеселек һуҡмағына баҫыр, гонаһы һиңә лә төшәсәк. Теге донъя тигәне бер кемде лә урап үтмәй. Үлер алдынан кеше барыбер диндең хаҡ булыуын аңлаясаҡ, ул бер ваҡытта ла араҡыны әҙерәк эскәне өсөн үкенмәйәсәк. Бер кем дә хәмерҙе эсеп бөтөрә алмаҫ, мәгәр ул беҙҙе бөтөрә ала, әгәр бөгөндән тыйылмаһаҡ.

Кем беҙ?

Иң бысраҡ күләүек эсендә ятыусы иҫерек башҡортто уятып, һин мосолманмы, тип һораһаң, ул һис икеленмәйенсә, эйе, мин мосолман, тип яуаплаясаҡ. Башҡорт мосолман икәнен белә, шул уҡ мәлдә сәмәй эсеүенән туҡтамай, һыраһын да һемерә. Улай була микән һуң, араҡы ла эсергә, шул уҡ мәлдә мосолман да булырға? Ҡөръәндә әйтелә: “Эй, һеҙ, иман килтереүселәр (мосолмандар)! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар (отош уйыны өсөн ҡулланылған) – шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ” (5-се сүрә, 90-сы аят). Тағы ла был турала Мөхәммәт (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) пәйғәмбәребеҙҙең ошондай хәҙисе бар: “Аллаһы тәғәлә хәмерҙе һәм уны эсеүсене һәм уға шул хәмерҙе ҡойоусыны, хәмер һатыусыны һәм һатып алыусыны, хәмер яһаусыны һәм хәмер яһатыусыны, хәмер ташыусыны һәм хәмер килтертеүсене ләғнәт ҡылды” (“Сүнән Әбү-Дауыт” китабы, 3674-се хәҙис).
Әгәр кем дә кем, Аллаһынан ҡурҡып, ҡушҡанын үтәргә теләп, Уның ризалығы өсөн араҡы эсеүҙән, эсереүҙән һәм уны һатыуҙан туҡтаһа, Аллаһы Тәғәлә был кешене уның өсөн яҡшыраҡ нәмә менән бүләкләйәсәк (“Имам-Әхмәт” китабы, 5/363). Был – Аллаһы Тәғәлә вәғәҙәһе.

Ҡотолоу ҡайҙа?

Үрҙә яҙғанымса, шайтандың ныҡышмалы ҡотортоуы арҡаһында йәмғиәт бөйөк яңылышыу хәлендә, рухи ҡиммәттәр буталды. Беҙ насар нәмәләрҙең күбеһен яҡшы, яҡшы нәмәләрҙе насар итеп күрәбеҙ. Ялған ҡиммәттәрҙән арынып, ата-олатайҙарыбыҙ тотҡан дин юлына кире баҫырға тейешбеҙ. Ҡотолоу – исламда.
Кешегә дин тураһында һөйләй башлаһаң, күптәре шунда уҡ йөҙ сөйөрә. “Беләм инде мин муллаларҙы. Улар, ана, халыҡты алдап, аҡса йыя, машина ала”, тигән кеүек тоҙһоҙ аҡланыуҙарын теҙә башлай. Ришүәт өмөт итеп ултырыусы башҡа һөнәр вәкилдәре булған кеүек, муллалар араһында ла ҡомһоҙҙар, оятһыҙҙар бар, әлбиттә. Ләкин, билдәле әйтемдәгесә, беткә үс итеп, тунды яғырға ярамай.
Мәҫәлән, кеше хаҡлы ялға сығыу йәшенә еткәнсе эшләне лә пенсия юлларға бара, ти. Пенсия фонды етәксеһе менән һүҙгә килешһә, аҡсаһын юлламайынса ҡул һелтәмәй бит. Пенсиянан баш тартыу иҫәрлек булған кеүек, айырым бер муллаға ғына үпкәләп, ғүмер буйы мәсеткә инмәй, диндән ваз кисеү ҙә ҙур алйотлоҡ булыр.
Кеше динде мулла өсөн түгел, Аллаһ ризалығына ирешеүенә өмөт итеп, үҙенә кәрәк булғанға тоторға тейеш. Ислам беҙгә бишектән алып ләхеткәсә дини ғилем алырға бойора. Муллаң өйрәтһә лә, өйрәтмәһә лә, динде өйрәнергә үҙең ынтылырға тейешһең.
Күптәребеҙ динде намаҙ, ураҙа тотоу, мәрхүмде ерләү кеүек ғәмәлдәрҙән генә тора, һәм ул ғәмәлдәрҙе мулла үтәй, башҡаларға был мотлаҡ түгел тип ҡарай. Бер хәҙрәт әйткәнсә, диндең бер өлөшө генә ғибәҙәт, йәғни, әле һанап кителгән намаҙ, ураҙа, мәрхүм ерләү кеүек мәсьәләләрҙән тора, ҡалған туғыҙ өлөшө – мөғәмәләт. Мөғәмәләткә кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе ҡағиҙәләр инә. Ислам беҙгә иң матур ҡағиҙәләргә таянып йәшәргә ҡуша.

Иң яҡшы йәшәү рәүеше - ислам

Был динде еткереүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.), мин әхлаҡты, йәғни, кеше холҡон, иң яҡшы, күркәм рәүешкә еткерергә ебәрелдем, тип әйткән. Ул беҙгә теге йәки был мөнәсәбәттәрҙә ниндәй үрнәк күрһәткән, мосолмандар шул өлгөгә эйәрергә тейеш.
Пәйғәмбәрҙән кем ул мосолман тип һорағанда, ҡулы һәм теле менән башҡаларға зарар итмәүсе, тип яуаплаған (“Әл-Бохари”, 10). Ислам ғәйбәтте тыя, кеше үҙе булмаған мәлдә уның етешһеҙлектәрен һөйләргә ҡушмай (“Мөслим”, 2589). Динебеҙ, әйтергә теләгән һүҙең яҡшы булһа ғына һөйлә, улай булмаһа, шым тороп ҡалыуың яҡшыраҡ, тип өйрәтә (“Әл-Бохари”, 6018). Бер-берегеҙ менән өс көндән дә артыҡ һөйләшмәй йөрөмәгеҙ тигән хәҙис тә бар (“Мөслим”, 2560). Кем дә кем башҡа мосолмандың етешһеҙлектәрен фаш итмәй, йәшереп ҡалһа, Аллаһы Тәғәлә уның да кәмселектәрен йәшерер, был донъяла ла, теге донъяла ла, тине пәйғәмбәребеҙ (“Мөслим”, 2590). Мосолмандар күршеләре менән дә, туғандары менән дә иң күркәм мөнәсәбәттәр ҡорорға тейеш («Ән-Ниса» сүрәһе, 36-сы аят). Дин уйнаш итеүҙе тыя, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен саф һаҡларға ҡуша («Исра» сүрәһе, 32-се аят). Мөьминдәр бер кемде лә мыҫҡыл итергә, көлөргә тейеш түгел («Хужүрəт» сүрәһе, 11-се аят).
Мин әле ысын диндең күркәм ҡағиҙәләренең бәләкәй генә өлөшөн һанап үттем. Ислам беҙгә ошоғаса тапмай ыҙалаған милли идея һәм дә тормоштоң бөтә өлкәләрен көйләргә ҡөҙрәтле, иң ғәҙел ҡанундар тәҡдим итә ала. Кемдер әйтер, мин дин тотҡан мосолмандарҙы беләм, улар бер ҙә улай түгел, урлашалар, кеше менән талашып, бөтә күршеһен биҙҙерә, хатта араҡы эсә тип һәм башҡа әллә күпме алама сифаттарҙы һанауы мөмкин. Ризамын, ундайҙар бар. Ләкин һеҙ шул кешеләргә ҡарап ҡына тотош ислам тураһында фекер йөрөтмәгеҙ, улар динде яңылыш аңлаусы, белемдәре бик һай мосолмандар.

Яуаптарҙы ҡайҙан табырға?

Ҡайһы бер дин ғалимдары, Ҡөръәндә бөтә һорауҙарға ла яуап табып була, тип раҫлай. Изге китабыбыҙ әлеге мәлдә күптәребеҙҙе уйландырған коронавирус мәсьәләһенә лә асыҡлыҡ индергәндәй. “Әл-Әнғәм” сүрәһенең 125-се аятында былай тиелә: “Әгәр Аллаһ кемделер тура юлға күндерергә теләһә, ислам өсөн уның күкрәген киңәйтә, әгәр юлдан яҙҙырырға теләһә, әйтерһең дә, күккә менгәндәге кеүек күкрәген тар, ҡыҫынҡы итә. Иман килтермәгән кешеләргә Аллаһ бына шулай яза бирә”. Коронавирус менән ауырыусының да бит күкрәге тарайып, тыны ҡыҫыла, сир ныҡ аҙһа, кеше үҙаллы һулай ҙа алмай. Эпидемия таралыуын таралһа, бында инде гонаһлылар ҙа, гонаһыҙҙар ҙа ҡуша эләгеүе мөмкин, сөнки сир кешене айырып тормай. Был аятты тура мәғәнәһендә коронавирус менән бәйләргә лә мөмкин, күсмә мәғәнәлә инде эскелек өсөн генә түгел, башҡа хаталарыбыҙ өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе иҡтисади, социаль яҡтан ярлылыҡ менән тормошобоҙҙо тарайтыуы, һыу баҫыу йәки киреһенсә ҡоролоҡ кеүек афәттәр менән ҡыҫа тип аңларға ла була. Беҙҙән алда йәшәгән әллә күпме халыҡ-цивилизациялар ҙа Аллаһ ҡанундарынан ситкә тайпылып, эшләгән төрлө хаталары өсөн һәләк ителде.

Нимә өсөн йәшәй кеше?

Яуапты һорауҙың үҙенән үк табырға мөмкин. Кеше, Аллаһ ҡушҡандарын үтәп, кеше булып йәшәү өсөн йәшәргә тейеш. Бахыр, меҫкен, эскесе булыр өсөн түгел. Эскесенең аңы шул хәтлем томаланған, уны араҡынан кодировкалап йәки өшкөртөп айыҡтырһалар ҙа, ул үҙен йәшәү ҡыҙығынан мәхрүм ителгән кеүек тойоп тик йөрөй. Сөнки ул араҡыны гонаһ тип ҡабул итмәй. Өҫтәүенә, ҡатыны, бисәләр йыйып, уның алдында тәмләп-тәмләп араҡы эсә башлайҙар. Тегеһе күпмелер түҙә-түҙә лә тағы ысҡына.

Аллаһ беҙҙең халыҡтың мосолман булыуын теләгәс, мосолман булырға тейешбеҙ. Етәрҙер инде беҙгә араҡыны ҡәҙер итергә, алама ғәҙәттәребеҙгә һылтау эҙләп, аҡланып маташмайыҡ. Үҙебеҙҙе ҡулға алып, ихтыяр көсөн туплап, шайтанға ла, нәфсегә лә ҡәтғи рәүештә “юҡ!” тип әйтәйек. Аллаһ ҡушҡанды үтә һәм бәхетле бул тигән ябай ғына ҡағиҙә бар. Динебеҙҙең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәйек, һәм шунда ғына бахыр түгел, батыр булырбыҙ.

А. Көмөшбаев,
БДУ-ның “Ислам теологияһы” бүлеген тамамлаусы.

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева