Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Февраль 2022, 21:45

БЕҘҘЕҢ УЛЫБЫҘ БАР...

Иртәнсәк улыбыҙ тыуҙы. Хәл кереү менән иремә шылтыраттым. Алманы. Эштә бушамайҙыр тип уйланым да түҙмәй смс-хәбәр яҙҙым: “Беҙҙең улыбыҙ бар”. Оҙаҡ ҡына яуап булманы. Унан ҡот осҡос хәбәр килде:

БЕҘҘЕҢ УЛЫБЫҘ БАР...
БЕҘҘЕҢ УЛЫБЫҘ БАР...

Редакцияға килгән хат:

 

“Яратышып өйләнештек. Тәүҙә ҡуртымға алған фатирҙа торһаҡ, бәпәй тыуғас, ҡәйнәмдәрҙә йәшәнек. Балаға 2 йәш тулғас, күберәк аҡса эшләү маҡсаты менән икенсе төбәккә күстек. Эшкә урынлашып, баланы балалар баҡсаһына биреп, ипотекаға фатир алып ҡәҙимге йәшәп киттек. Икенсегә ауырға ҡалдым.  Әллә ауырлы булыу тәьҫир иттеме, яңғыҙы эшләп, аҡса еткерә алмау кәйефен төшөрҙөмө - ғаиләлә иреш күбәйҙе, ир эшендә йыш тотҡарлана башланы. Ярай, бала имен-һау тыуһын, капитал алып, ипотека ябырбыҙ, минең хис-тойғолар ҙа урынына ултырыр, тип үҙемде лә, уны ла тынысландырып маташтым.

Бала табыр көн етеп килгәс, бәпәй тыуғас, бергә килерһегеҙ тип, өлкән балабыҙҙы әсәйҙәргә ебәрҙек.

Төнөн ауырып киткәс, ирем бала табыу йортона илтеп ҡуйҙы. Иртәнсәк улыбыҙ тыуҙы. Хәл кереү менән иремә шылтыраттым. Алманы. Эштә бушамайҙыр тип уйланым да түҙмәй смс-хәбәр яҙҙым: “Беҙҙең улыбыҙ бар”. Оҙаҡ ҡына яуап булманы. Унан ҡот осҡос хәбәр килде: “Ғәфү ит, мин икенсене яратам”.

Ярһығанды, илағанды күрһәгеҙ ине. Бала табыу йортонда уҡ “киптем”, “һулыным”. Баланы имеҙерлек тә һөтөм булманы...

 Ярай, әсәйем менән атайым сос, өлкән малайҙы алып килеп еттеләр. Мине һәм сабыйҙы ҡаршы алып, өйгә алып ҡайттылар. Атайыма рәхмәт, яңғыҙы донъя көтөргә риза булып, әсәйемде ҡалдырып ҡайтты. Тәүҙә әсәйем ярҙам итте. Унан үҙемә йәшәргә тура килде... Балалар аҡсаһы, алимент етмәгәс, торт, бәлештәр бешереп һаттым. Әсәйҙәр мөмкин тиклем аҡса күсереп торҙо, кәрәк саҡта килеп тә еттеләр. Әле бәләкәсемә 2 йәш тулып килә, өлкәне быйыл мәктәпкә бара. Мин тырнаҡ маникюр серҙәренә төшөнөп курс үтеп алдым, өйҙә ҡыҙҙарҙы ҡабул итеп, тырнаҡ буяп, аҡса эшләйем.

Балаларҙың аталары иһә ике балаһы менән иренән айырылған коллегаһы менән йәшәй. Әле ул ҡатыны ауырлы икәнен белдем... Был хаҡта ишеткәс, башҡа төрлө уйҙар керҙе, ҡасандыр мине – ауырлы ҡатынды рәнйеткәндәре өсөн ҡарғағы килеп китте. Әммә Хоҙайҙан ҡурҡам. Раббым барыһын да күреп торалыр...

 

Сәләм менән - Миңзиә (авторҙың исеме үҙгәртелде—редакция).”

 

Был хат буйынса нимәләр уйлайһығыҙ? Ҡатын рәнйешен ебәрә алмай. Ниндәй кәңәштәр булыр?

Автор:Резеда Валиева