Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Февраль 2022, 23:00

ЙӘШЛЕГЕМӘ КӘҢӘШ БИРӘ АЛҺАМ...

Йоҡо, тамаҡ туймауҙан ҡаҡ һөйәккә ҡалып, ирҙән туҡмалып йәшәлгән. Ә бит бөткән нервыны ҡайтарып булмай...

ЙӘШЛЕГЕМӘ КӘҢӘШ БИРӘ АЛҺАМ...
ЙӘШЛЕГЕМӘ КӘҢӘШ БИРӘ АЛҺАМ...

Кисә һеҙҙең сайтта “Еңеллек биргән кәңәш” тигән яҙманы уҡыным да уйланып ултырҙым. Ысынлап та, үҙеңде яратып йәшәр кәрәк шул. Әле килеп 60 йәште үткәс ошо хаҡта тәрән уйланам. Кеше ни әйтер тип тә йәшәнем. Беҙҙең быуынды “Кешенән оял”, “Әҙәм көлдөрөп йөрөмә” тип ҡырҡ урындан тыйып үҫтерҙеләр. Бер яҡтан дөрөҫ һымаҡ та... Кешенән оялып, кәмһетелеп булһа ла йәшәнек, айырылманыҡ бит... Әммә кире яғы ла бар. Үҙ ғүмереңде кеше өсөн йәшәгән һымаҡ.

Иртә кейәүгә сыҡтым. Ауылда ҡәйнәм менән торҙоҡ. Күрмәгәнде күрһәтте. Яңы ғына бәпәй тапҡан ваҡыт. Илаҡ ине балам. Төнөн йоҡо туймай. Белдекһеҙлекме, уңайһыҙланыумы, бала менән ваҡыт тапмаумы – барыһы ла булғандыр, асыға инем. Ул ваҡытта магазин тулып төрлө һый ҙа ятманы, аҡса ла булманы. Ҡәйнәм тауыҡтың йомортҡа һалыуын көтөп кенә торғандай ҡыланды. Шунда уҡ ояларҙан йыйып ала ла магазинға тапшыра ине. Ул бер ҡайҙа китһә, унан алда өлгөрөргә тырышып, тиҙ генә йомортҡа алып бешереп ашаған саҡтар ҙа булды.

Бала аҡсаһын да үҙе юлланы ла үҙе ҡулланды. Яҙһаң күп инде. Улын да ҡаршы ҡотортоп туҡмата ине. Әммә нисектер түҙгәнмен.

Уйлап ҡараһаң, ул саҡта бит беҙ яңы 20 йәште тултырған ине. Ҡәйнәм 50-гә лә етмәгән булған. Ләкин ниңәлер таң менән уятып, әрләп эш ҡуша ине. Балалы кеше йоҡлаһын, төнө буйы сабыйы менән була бит, тип ниңә йәлләмәгән икән?

Йоҡо, тамаҡ туймауҙан ҡаҡ һөйәккә ҡалып, ирҙән туҡмалып йәшәлгән. Ә бит бөткән нервыны ҡайтарып булмай... Бөгөн йәш Зиләгә өндәшеп, кәңәш биреп булһа, кейәүгә сығырға ҡабаланма, һөнәр ал, тиң булырҙай аҡыллы йәр тап, ҡәйнәңдән айырым йәшә, үҙеңде ярат, ғүмер бер генә, кәмһетелеп йәшәмә, нервыңды, һаулығыңды һаҡла тиер инем...

Ҡалайтаһың, үткән үткән инде, балалар ҙурайҙы, үҙ ғаиләләре бар. Уларға ҡыҫылмайым. Бәхет кенә теләйем...

Сәләм менән Зилә апайығыҙ.
Йылайыр районы.

фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева