Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Февраль 2022, 20:10

ЕҢЕЛЛЕК БИРГӘН КӘҢӘШ

Дауаханала ятҡан саҡта ғүмере күрмәгән, белмәгән бер апай менән һөйләшеп киттек. Мин уға хәсрәтемде һөйләйем. Ул мине ихлас тыңланы ла үҙенең тормошон һөйләне. Ул күргәндең мин сиреген дә күрмәгәнмен икән, тигән уйға килдем. Шул тиклем ауыр тормош юлы үткән булып сыҡты был апай, әммә бирешмәгән, бөгөлмәгән, һынмаған. Күҙҙәре көлөп, йөҙө балҡып тора. Әйтерһең дә бер ҡайғы-хәсрәт күрмәгән, бар ғүмере тик шатлыҡҡа сорналған. Үҙ хәлен, үҙ тормошон һөйләп бөткәс миңә өндәште:

ЕҢЕЛЛЕК БИРГӘН КӘҢӘШ
ЕҢЕЛЛЕК БИРГӘН КӘҢӘШ

Дауаханала ятҡан саҡта ғүмере күрмәгән, белмәгән бер апай менән һөйләшеп киттек. Мин уға хәсрәтемде һөйләйем. Ул мине ихлас тыңланы ла үҙенең тормошон һөйләне. Ул күргәндең мин сиреген дә күрмәгәнмен икән, тигән уйға килдем. Шул тиклем ауыр тормош юлы үткән булып сыҡты был апай, әммә бирешмәгән, бөгөлмәгән, һынмаған. Күҙҙәре көлөп, йөҙө балҡып тора. Әйтерһең дә бер ҡайғы-хәсрәт күрмәгән, бар ғүмере тик шатлыҡҡа сорналған.

Үҙ хәлен, үҙ тормошон һөйләп бөткәс миңә өндәште:

--Һеңлем, нимәлер килеп сыҡмай икән, төңөлөп өйрән, онот. Үҙҙеңде ашауҙан ни фәтеүә? Үҙеңде бөтөрәһең генә. Килеп сыҡмаған икән – килеп сыҡмаған, ни эшләйһең?! Был тормошта бөтә нәмә һин теләгәнсә, һин уйлағанса бармай. Яҙмышыңа күнергә лә өйрәнер кәрәк. Булғанына риза бул, артығын һорама. Иң беренсе үҙең бәхетле булырға өйрән, шул саҡта һинең яныңдағылар ҙа бәхетле буласаҡ. Ғаиләләге мөхит, кәйеф ҡатын-ҡыҙҙан тора. Шуға тәүҙә үҙеңде ярат, шунан башҡаларҙы яратып йәшәрһең. Һәм тағы ла кеше нимә әйтер тип ҡурҡып йәшәмә. Үҙең теләгәнсә, үҙең дөрөҫ тип уйлағанса йәшә!

Апайҙың әйткәндәрен теүәл генә иҫләмәйем, әммә яҡынса шуларҙы әйтте миңә. Уның кәңәшенән һуң мин еңеллек кисерҙем. Әле тормошта уның кәңәштәрен тоторға тырышам. Бәлки, уның кәңәштәре “Атайсал” гәзитен уҡыусыларға  аҙ булһа ла ярҙам итер...

 

Ихтирам менән—Сәлиә.

Баймаҡ районы.

 

Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.

 

Автор:Резеда Валиева