Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Февраль 2022, 20:00

Һөйөп-һөйөлөп йәшәгең килһә, иреңә был 8 һорауҙы бер ҡасан да бирмә!

  Ҡатын-ҡыҙ - тормош киноһында Оскарға лайыҡ актриса. Башҡорт ҡатындарын ҡаты, тиҙәр. Матур һүҙҙәр юҡмы ни телебеҙҙә? Алырға теләгән яуабыбыҙҙы икенсе төрлөрәк итеп һорайыҡ, мәҫәлән:

Һөйөп-һөйөлөп йәшәгең килһә, иреңә был 8 һорауҙы бер ҡасан да бирмә!
Һөйөп-һөйөлөп йәшәгең килһә, иреңә был 8 һорауҙы бер ҡасан да бирмә!

- Ҡайҙа һәптәнләп йөрөнөң?
- Кем менән һөйләштең телефондан?
- Ҡунаҡҡа ниндәй күлдәгемде кейәйем?
- Эш хаҡыңды ҡайҙа иттең?
- Нисек уйлайһың, мин һимергәнменме?
- Һиңә кем мөһимерәк - ғаиләңме әллә атай-әсәйеңме? Аҙна һайын барабыҙ.
- Һинең миңә хыянат иткәнең бармы?
- Һин яратаһыңмы мине?

Ҡатын-ҡыҙ - тормош киноһында Оскарға лайыҡ актриса. Башҡорт ҡатындарын ҡаты, тиҙәр. Матур һүҙҙәр юҡмы ни телебеҙҙә? Алырға теләгән яуабыбыҙҙы икенсе төрлөрәк итеп һорайыҡ, мәҫәлән:

- Арып, асығып кайҙа йөрөйһөң, һөйөклөм?
- Ҡәйнәм шылтыратамы? Беҙҙән сәләм еткер.
- Ошо күлдәгемде миңә ныҡ килешә тигәйнең үткәндә. Шуны кейһәм нисек? .
- Ыҙалап көндәр буйы эшләгәнеңде, исмаһам, баһаланылармы һуң был айҙа, ҡәҙерлем?
- Тотоп ҡара әле, йәнем, билем урынындамы? Әллә әҙерәк һимереп киттемме?
- Ҡәйнәм менән ҡайнымды аҙна һайын барып бимазаламайыҡ. Оло кешеләрҙе күмәкләп барып баҫып арытмайыҡ. Был ялда өйҙә генә торорбоҙ, кис киноға барып килербеҙ йә.
- Һине осратҡаны бирле бер егеткә күҙ күтәреп ҡарағаным юҡ. Һин дә шулайҙыр ул, бәғерем?
- Ә был һорауға яуапты ир эше менән күрһәтер. Һорап йонсотмаһағыҙ ҙа анлашылыр.

 

Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә төркөмөнән.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева