Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Февраль 2022, 22:25

АТАЙЫМА ОҠШАРҒА ТЕЛӘМӘГӘЙНЕМ...

--Мин белгәндән атайым әсәйемде кәмһетте. Эсеп ҡайтыр ҙа туҡмар ине. Апайым менән илашып, ҡурҡып үҫтек. Әсәйебеҙ ниңә түҙгәндер?

АТАЙЫМА ОҠШАРҒА ТЕЛӘМӘГӘЙНЕМ...
АТАЙЫМА ОҠШАРҒА ТЕЛӘМӘГӘЙНЕМ...

Бер ирҙең һөйләгәндәренән:

--Мин белгәндән атайым әсәйемде кәмһетте. Эсеп ҡайтыр ҙа туҡмар ине. Апайым менән илашып, ҡурҡып үҫтек. Әсәйебеҙ ниңә түҙгәндер? Үҫкәс, өй һалып, әсәйемде һәм апайымды алып ситкә китеү минең маҡсат ине. Унынсыла уҡығанымда атайым шул эскелегенән үлеп китте. Әсәйем коллежда уҡыған апайым менән мине артабан уҡытыр өсөн көсөн йәлләмәне. Яҡшы ғына уҡыһам да, әллә кем булырға хыялланһам да юғары уҡыу йортона барманым. Һөнәрселек училищеһында водитель, иретеп-йәбешереүсегә уҡыным, әрмегә барҙым. Унан ҡайтҡас, үҙебеҙҙең яҡта унда-бында эшләнем. Аҙ эш хаҡы менән мандып булманы. Ҡартатайҙарҙан ҡалған өй ҙә иҫкергән ине. Сөнки атайыбыҙ йорт-ҡаралты тип тырышманы. Шул иҫке өйҙән ҡотолоп, яңыһын төҙөү теләге күңелде ҡытыҡлап тик торҙо. Себергә сығып киттем. Шул саҡта ғаиләбеҙгә йәнә ҡайғы килде. Апайым фажиғәле мәрхүмә булды. Был ҡайғына күтәрә алмай әсәйем дә гүр эйәһе булды. Япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Ҡайғы баҫам тип туҡтамай эстем.  Шул эскелек арҡаһында эсеүгә әүәҫ ике балалы ҡатын менән йәшәй башланым. Үҙебеҙҙең уртаҡ бала – ҡыҙ тыуҙы. Был бәхет минең күҙемде асты, тормошом мәғәнәһе барлыҡҡа килде. Эсмәҫкә, бөтөнләй эсмәҫкә, баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тигән уй тыуҙы. Ләкин ҡатынды тыйып алып булманы. Бер һуҡтым, ике... Ә бит мин атайым һымаҡ булырға теләмәгәйнем...

Ҡатынды айырҙым, ҡыҙымды алып ҡалдым. Ул эсеүен дауам итә, ике балаһын приютҡа алдылар.
Ҡыҙым ауырыһа, халат кейгән ҡатындар менән бер дауаханала ятыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Был, ярай, ваҡытлыса. Ә тормошта миңә тағы ла ауырыраҡ. Себергә эшкә китһәм, баланы ҡайҙа, кемгә ҡалдырайым тигән һорауҙар йоҡо бирмәй. Урынлаштырып китеүен китәм дә вахтала йәнем үртәлә...

Бер уңмағас уңмай икән кеше тормошта...

Фото: интернеттан

Автор:Резеда Валиева