АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
4 Февраль 2022, 22:15

МИЛЛИ ЙӨҘ

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа дингә тартылыу, сабыйҙарҙы бәләкәйҙән ислам ҡанундарына ярашлы тәрбиәләү матур күренешкә әйләнә. Тик бында ла “ҡаш төҙәтәм, тип, күҙ сығарыу” ише хаталар күберәк урын ала, минеңсә...

МИЛЛИ ЙӨҘ
МИЛЛИ ЙӨҘ

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа дингә тартылыу, сабыйҙарҙы бәләкәйҙән ислам ҡанундарына ярашлы тәрбиәләү матур күренешкә әйләнә. Тик бында ла “ҡаш төҙәтәм, тип, күҙ сығарыу” ише хаталар күберәк урын ала, минеңсә. Әйтәйек, дин юлына яңы ғына аяҡ баҫыусы сабый ни өсөн иң башта ғәрәпсә уҡый һәм яҙа белергә тейеш? “Тел белеүҙең ни зыяны?” – тиерһегеҙ... Әммә әсә телендә китап тотоп уҡымаған баланың сит телдә сатнатып һөйләү-уҡыуынан ни фәтеүә?
Был йәһәттән бөгөн үҙем йәшәгән төбәк балалары менән алып барылған дини тәғлимәтте, ислам һабаҡтарын өлгө итеп ҡуйыр инем! Балаға баштан уҡ аят сүрәләрен көйләп уҡырға өйрәтеү күпкә отошлораҡ түгелме һуң? Боронғо балалар уҡый-яҙа белмәһәләр ҙә аят-доғаларҙы ниндәй матур һәм дөрөҫ итеп ятлап өйрәнгән!
...Хәҙер дини сауҙа нөктәләренең кәштәләре көнсығыш кейем-һалымы менән шыплап тултырыла. (Дөрөҫ, һуңғы осорҙа башҡорт милли стилендә тегелгәндәре лә күҙгә салына!) Ир-егеттәр баштарына сәллә урап, түбәтәй кейеү, ҡатын-ҡыҙҙар көнсығыш илдәре шауҡымында сырманып йөрөү менән генә динле, тәҡүәле булып китәләрме икән ни? Мосолман кешеләре иң башта Аллаһ ҡаршыһына түбәнселек менән килеүҙәре, кеселекле һәм кешелекле, ярҙамсыл булыуҙары менән айырыла түгелме?!
Тағы ла, борон “хәҙрәт” исемен уҡымышлы, ниндәйҙер ҡөҙрәткә эйә дин әһелдәре генә йөрөткән... Аңлатмалы һүҙлектә лә бит был хаҡта түбәндәгеләр яҙылған: хәҙрәт –юғары дәрәжәләге мулла. 2. Юғары дәрәжәләге кешеләрҙе ҙурлап өндәшеү һүҙе. Хәҙер иһә һәр имам, мөьәзин үҙен: ”Мин – хәҙрәт!” – тип танытыуҙы модаға әйләндереп алды...
Белеп торам, яҙғандарым менән килешмәүселәр бихисап булыр. Әммә уйланырға урын бар!
Йомғаҡлап шуны әйтер инем: итәген ергә һөйрәлтеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар тәһәрәтле була аламы? Уларҙың алған ғына тәһәрәттәре лә шунда уҡ боҙола түгелме? Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙсә, башҡортса әҙәпле генә кейенеп, башҡалар алдында артыҡ шауламай ғына, дин юлында йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, “мин беләм”дән һалдырмаған дин әһелдәребеҙ хаҡлы һоҡланыу тыуҙыра! Уйланайыҡ, милләттәштәр!

 

МОТАЛ РӘМОВ.

ФОТО: интернеттан.

Автор:Резеда Валиева