АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Ғинуар 2022, 18:50

ӘГӘР КЕШЕ КЕМДЕЛЕР ҠАРҒАҺА, УНЫҢ ҠАРҒЫШЫ КҮКТӘРГӘ КҮТӘРЕЛӘ

Кеше бит һинең абынғаныңды-һөрөнгәнеңде көтөп кенә йөрөй. Бер мәл мин дә ауыр тормош хәленә тарыным. Шәхси тормошомда ла, эшемдә лә проблемалар булды. Шул ваҡытта коллектив миңә ҡаршы торҙо һәм былай ҙа батып барған кешегә ярҙам итер урынға, ярҙан этәрҙе. Бындай ҡаршылыҡты көтмәгәс, миңә рәнйеү, ҡарҙауҙан башҡа әмәл ҡалманы. Нимәһе ҡыҙыҡ: ҡарғышым бөтәһенә лә төштө. Кәмселек, етешһеҙлектәремде күҙемә бәреп әйткән, хатта булмаған хәлде, булды тип иҫбатлаған, минең менән ныҡ булышҡан ир-ҡатындарҙың барыһының да ғаиләләре селпәрә килде, тиҫтәгә яҡын кешенең икәүһе генә ғаиләһен һаҡлап алып ҡалды. Беләм: улары ла тыныс йәшәмәй, ирҙәре икенсе ҡатындар артынан саба, бисәләре хыянат итә. Ҡарғышымдың төшөүенә бер яҡтан ҡыуанам, икенсе яҡтан күңелемә ҡыйын. Миңә нимә эшләргә?

ӘГӘР КЕШЕ КЕМДЕЛЕР ҠАРҒАҺА, УНЫҢ ҠАРҒЫШЫ КҮКТӘРГӘ КҮТӘРЕЛӘ
ӘГӘР КЕШЕ КЕМДЕЛЕР ҠАРҒАҺА, УНЫҢ ҠАРҒЫШЫ КҮКТӘРГӘ КҮТӘРЕЛӘ

Был хатҡа Тура юл – Ислам порталынан алынған мәғлүмәттә яуап бар.

 

ӘГӘР КЕШЕ КЕМДЕЛЕР ҠАРҒАҺА, УНЫҢ ҠАРҒЫШЫ КҮКТӘРГӘ КҮТӘРЕЛӘ

 

Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Әгәр кеше кемделер ҡарғаһа, уның ҡарғышы күктәргә күтәрелә. Ләкин уларҙың ҡапҡалары уны индермәйсә ябыла икән. Шунан был ҡарғыш ергә төшә, ләкин ерҙең дә ишектәре уны индермәй ябыла. Һәм ул уңға, һулға үрһәләнеп йөрөй. Үҙенә ишек тапмағас, ҡарғалған кеше әгәр лайыҡ булһа, шул кешегә йүнәлә. Әгәр юҡ икән, был ҡарғыш ҡарғаған кешенең үҙенә ҡайта».

 

Әбү-Дауыт 

Тура юл -- Ислам порталы

 

Автор:Гульдар Кадаева