Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Ғинуар 2022, 08:50

НАСАР УЙЛАМА - СИРЛӘРҺЕҢ

Авиценна иһә: “Сир менән көрәшеү өсөн табиптың өс алымы бар—һүҙ, үлән, бысаҡ”—ти. Иғтибар итегеҙ: тәүге урында—һүҙ!

НАСАР УЙЛАМА - СИРЛӘРҺЕҢ
НАСАР УЙЛАМА - СИРЛӘРҺЕҢ

Көнсығышта: “Яман дошмандар ҙа үҙ уйҙарың килтерер бәләне теләмәй”,--тигән әйтем бар.

Авиценна иһә: “Сир менән көрәшеү өсөн табиптың өс алымы бар—һүҙ, үлән, бысаҡ”—ти.

Иғтибар итегеҙ: тәүге урында—һүҙ!

Париж госпиталендә йәш психолог Эмили Кьи, баш табип ҡушты тигән булып, сирлеләргә көнөнә 10 тапҡыр: “Мин үҙемде көндән-көн яҡшы тоям” тип әйтергә тәҡдим итә. Быны исем өсөн генә түгел, ә ихласлап, матур итеп әйтергә өндәй. Нимәһе ҡыҙыҡ: иң ауыр сирлеләр ҙә һауыға башлай, күптәренә операция эшләү ҙә кисектерелә.

Боронғо ғалим Парацельс та бит ышаныс, өмөт мөғжизә тыуҙыра тигән. Тимәк, беҙҙең уйҙар юғары көскә эйә.

--Һәр төрлө сирҙән, инфекциянан һаҡланыуҙың иң яҡшы юлы—үҙ һаулығыңдың ныҡ булыуына ышаныс һәм ыңғай хис-тойғолар,--ти психотерапевт Андрей Метельский.—Кире уйҙар кешене боҙа, емерә. Мәҫәлән, нимәгәлер көйөү ашҡаҙан-эсән ауырыуына килтерә, үпкәләү бауырҙы эшлектән сығара.

Тимәк, тик яҡты уйҙар һәм ныҡлы ышаныс менән йәшәргә кәрәк. Яҡшы уйлаһаң—яҡшы булыр. Насар уйлаһаң—насарлыҡ көт.

Юҡ-бар өсөн көйәләнмәгеҙ! Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, матур йәшәйек, яҡты уйҙар менән йәшәйек!

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева