АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
13 Ғинуар 2022, 15:45

ТОРМОШТО ЯРАТЫҒЫҘ!

Төндә ҡайҙалыр барырға кәрәк икән—барығыҙ. Иртәгәһенә, бәлки, эштә йоҡлап ултырырға тура килер, әммә тормошто йоҡлап үткәрмәгеҙ!

ТОРМОШТО ЯРАТЫҒЫҘ!
ТОРМОШТО ЯРАТЫҒЫҘ!

Файҙалы кәңәштәр

 

Ҡартайырға теләмәһәң …

Ҡартлыҡтан ҡотолоп булмай, әммә уның килеүен “әкренәйтеү” өсөн түбәндәгеләрҙе эшләү хәйерле:

  1. Велосипедта йөрөгөҙ.
  2. Ғашиҡ булығыҙ! Кемгәлер оҡшарға теләү ҙур ғына стимул бирә.
  3. Ябығығыҙ. Кәүҙәне формала тотоу кәрәк.
  4. Сәғәт кисе 7-нән һуң ашамағыҙ.
  5. Көнләшмәгеҙ!
  6. Һигеҙ сәғәттән кәм йоҡламағыҙ (13-сө пунктты иҫәпкә алмағанда).
  7. Аҡсаны еңел һәм күңелле ҡулланығыҙ. Аҡса йыйыу—ҡолаҡ артына сәс ҡыҫтырыу кеүек үк ҡартлыҡ билдәһе.
  8. Кәмендә йылына ике тапҡыр ял итегеҙ!
  9. Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ. Юғиһә, үҙе менән генә ҡыҙыҡһынған кеше сире хаҡында һөйләүе ихтимал.
  10. Юҡ ҡына нәмәгә лә һөйөнөргә өйрәнегеҙ—һауа торошона, сәскә атҡан гөлгә, һандуғас һайрауына.
  11. Байлыҡ һәм уңайлыҡты бәхет менән бутамағыҙ!
  12. Бер ҡасан да “Мин ҡурҡам” тимәгеҙ.
  13. Төндә ҡайҙалыр барырға кәрәк икән—барығыҙ. Иртәгәһенә, бәлки, эштә йоҡлап ултырырға тура килер, әммә тормошто йоҡлап үткәрмәгеҙ!
  14. Йомарт булығыҙ.
  15. Еңел булығыҙ! Нимәнелер үлсәп, иҫәпләп оҙаҡ уйлап ултырмағыҙ. Хәрәкәт итегеҙ, ынтылығыҙ. “Иң мөһиме—көрәшеү, ҡалғанын ҡарарбыҙ”,--тигән Наполеон. Эйе, ул насар тамамлаған, әммә сағыу йәшәгән.
  16. Ҡоштар һымаҡ булығыҙ! Бөгөнгө көн менән йәшәгеҙ!
  17. Кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ!
  18. Йәш күренергә тырышмағыҙ—көлкө тыуҙырырһығыҙ. Үҙ йәшегеҙҙә, әммә яҡшы күренегеҙ.
  19. Тормошҡа зарланмағыҙ! Бөтөнләй зарланмағыҙ!

 

 

 

фото: stihi.ru

 

 

 

 



Автор:Резеда Валиева