АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Ғинуар 2022, 22:40

Миңә хәҙер нимә эшләргә?

  Йәп-йәш кенә башым менән күрә тора бер ир сыуалдым. Бына-бына ҡатынын, балаһын ташлар ҙа беҙ бергә булырбыҙ тип өмөт иттем. Уным мине иртәгә айырылам, балам уҡырға барғас, ҡатыным бизнесты минең исемгә күсергәс, тип көндә беҙҙең ҡауышыуҙы кисектерҙе. Бер көн түҙмәнем, ҡатынына барҙым.

Миңә хәҙер нимә эшләргә?
Миңә хәҙер нимә эшләргә?

--Һеҙҙең ирегеҙ мине ярата, мин дә унһыҙ йәшәй алмайым. Әлегә тиклем ул һеҙҙең менән ҡалыуының сәбәбе – һеҙҙе йәлләүе. Бер фатирын, һеҙ әле йөрөгән машинаны ул һеҙгә ҡалдыра, -- тинем, беҙ һөйгәнем менән һөйләшкәнсә.

--Мөлкәт тулыһынса минеке, был йортта уның бер чемоданынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Әҙерәк көтһәң, әйберҙәрен йыйып чемоданына һалып бирәм,-- тине ҡатыны аптырамай ғына.

Йорттан сығып йүгергәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...

Шул тиклем ғәрләндем: байлығына ҡыҙығып йөрөгән ирҙең бер нәмәһе лә үҙенеке булмай сыҡты. Иргә ни нимә икенсе бай ҡатын табыр, ә минең исемем сыҡты. Шул тиклем алйот булғанмын. Хәҙер миңә нимә эшләргә?!

Автор:Гульдар Кадаева