Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Декабрь 2021, 16:35

Йыл буйы үҙем аҫраным

Улым әрме хеҙмәтен тултырып ашҡынып ҡайтып килә. Ул ҡыуана-ҡыуана тыуған яғына елә, ә мин шатлана алмайым...

Йыл буйы үҙем аҫраным
Йыл буйы үҙем аҫраным

 Сөнки баштан армия елек майымды һурҙы. Балам тиҙ үҫкәнлектән, умыртҡа һөйәгендә бүһер барлыҡҡа килде. Ундай диагноз менән әрмегә бөтөнләй алмайҙар. Табиптар медицина картаһын юғалтҡан булып улымды ебәрҙеләр. Уныһы яҡын тирәгә лә эләкмәне. Алыҫ Көнсығышҡа артиллерия ғәскәренә ебәрҙеләр. Кәүҙәгә ҙур, кейем ярата алмай йонсоналар, унан аяҡ кейеме табыу ҙур проблемаға әүерелде. Бөтә нәмәһен дә үҙебеҙ хәстәрләп һатып алып бирҙек. Физик нагрузка төшкәс тә сире яҙҙы. Бер ай госпиталдә ятты. Дарыуҙары юҡ, ашауҙары насар, ҡалаға барып компьютер тамографы үтеүенә лә беҙ аҡса ебәрҙек. Комиссовать итеп ҡайтырға ҡуштылар, улым бер башлағас аҙағыныса етәм тип үҙ теләге менән тороп ҡалды. Юҡ, уйлап ҡуймағыҙ улым зарлана тип, ул ауыртынһа ла, һыҙланһа ла бер ҙә һыр бирмәне, бурысымды үтәйем тип тырышты. Аллаға шөкөр, имен хеҙмәт итеп бөттө.

... Йәй буйы һыуҙары булманы, анау эҫлә һыу эсә лә, йыуына ла алмай интектеләр. Һалдат әсәйҙәре комитеты был мәсьәләне күтәргәс кенә, һыу проблемаһы хәл ителде. 4 тапҡыр посылка һалдым. Бер көн шулай нимәнелер буяп йөрөй ҙә: “Әсәй, буяҡ бөттө, аҡса һал әле, миңә бит эшләп бөтөргә кәрәк ,-- тип казарма стенаһын буярға ла үҙем аҡса ебәрҙем. Ҡайтыуына тағы үҙебеҙ билет алдыҡ. 7 тәүлек ҡайта торған балаға ҡоро паек та бирмәгәндәр. Ул юлда нимә ашап ҡайтырға тейеш икән һуң? Нишләп Рәсәй армияһы беҙҙең балаларҙы үҙ сафына алғас, кәрәк-ярағы менән тәьмин итмәй ул? Мине шул һорау борсой! Ошо йыл эсендә әрмеләге балама өйҙәге улымды аҫрауға киткән сығымдан күберәк аҡса тотондом. Ә уны бит мин унда үҙем теләп ебәрмәнем, хәрби комиссариат саҡыртып алып тороп китте лә, тейешенсә шарттар тыуҙырманы. Мин уңайлы шарттар тимәйем, исмаһам, йәшәрлек шарттар булдырһындар ине егеттәргә. Шулай, әсәйҙәр, балағыҙҙы әрмегә ебәрер булһағыҙ, аҡса йыйығыҙ. Бармы һеҙҙең арала минең кеүек армиялағы балаһын аҫраусылар?

Дилбәр Ю.

Автор:Гульдар Кадаева