АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Декабрь 2021, 15:55

УЙҘАРЫМ БУТАЛДЫ...

Яңыраҡ мин уны яратмауымды аңланым. Уртаҡ балабыҙ булһа, эҫенеп китермен, тип уйлап яңылышҡанмын. Кеше һәйбәт булған өсөн генә уның менән йәшәп булмай икән. Ә хәҙер айырырға ҡурҡам, йәлләйем. Яҡшы кеше бит, күңеле таҙа, уйҙары саф, итәғәтле генә. Ә йөрәккә бойороп булмай…

УЙҘАРЫМ БУТАЛДЫ...
УЙҘАРЫМ БУТАЛДЫ...

“Хөрмәтле редакция! Һеҙгә бер аҙ үҙ хәлемде бәйән итәйем әле. Бәлки, кәңәш биреүсе, бәлки , һабаҡ алыусы булыр.

Йәш саҡта яратып өйләндем. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик бергә йәшәп китә алманыҡ. Һәр кемдең үҙ характеры, килешеп китмәнек. Мин дә, ул да ғорурлығыбыҙҙы еңә алманыҡ. Айырылдыҡ. Ике йылдан ул йәнә кейәүгә сыҡты, райондан күсеп китте. Ә мин ауылда йәшәй бирҙем… Мал үрсетеп, атай нигеҙен ташламау—маҡсатым. Тик ауылға килеп йәшәрҙәй кәләш таба алманым. Уҙған йыл ҡалала йәшәүсе бер балалы ҡатынды алғайным. Аҙна һайын ялдарҙа ғына килә, эшен ташлап ауылға ҡайтҡыһы килмәй. Уға инде 40 йәш, мин кесерәк, миңә--38. Һәйбәт, аҡыллы, тыныс ҡатын. Яңғыҙы ул үҫтерә. Тағы бәпәй табырға теләүен әйткәйне лә бит… Тик Хоҙай ниңәлер бирмәй… Ярай, уныһына ла күнер инем. Яңыраҡ мин уны яратмауымды аңланым. Уртаҡ балабыҙ булһа, эҫенеп китермен, тип уйлап яңылышҡанмын. Кеше һәйбәт булған өсөн генә уның менән йәшәп булмай икән. Ә хәҙер айырырға ҡурҡам, йәлләйем. Яҡшы кеше бит, күңеле таҙа, уйҙары саф, итәғәтле генә. Ә йөрәккә бойороп булмай… Ни эшләргә икән?

 

Исемемде Илсур тип кенә ҡуйығыҙ.”

 

Был хат беҙҙе уйға һалды. Ысынлап, ауыр хәл. Егет алдан уҡ яңылышҡан. Яратмайынса алмаҫҡа ине шул. Хәҙер үҙеңдең дә, ҡатындың да яҙмышын боҙҙоң. Бәлки, ауыр булһа ла, айырылырға кәрәктер… Хәйер, яҡшы ҡатын аҙым һайын осрап тормай шул… Әммә һөйөүһеҙ йәшәү ҙә ауыр… Гәзит уҡыусыларыбыҙ ни тип әйтер? Фекерҙәр көтәбеҙ.

 

Фото: интернеттағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева