Бөтә яңылыҡтар
Фекер
21 Ноябрь 2021, 10:20

Мөхәббәтте ҡотҡарып алып ҡалыуы ихтимал

Ҡайһы берҙә бәләкәй генә бер әйбер, бәләкәй генә ынтылыш мөхәббәтте ҡотҡарып алып ҡалыуы ихтимал.

Мөхәббәтте ҡотҡарып алып ҡалыуы ихтимал
Мөхәббәтте ҡотҡарып алып ҡалыуы ихтимал

... Улар айырым ашай башланы. Шуға барып еттеләр. Башта иреш булды, шунан ярашыу. Аҙаҡтан инде әрләшмәнеләр ҙә, ярашманылар ҙа.
Айырым бүлмәлә йоҡлай башланылар. Уларҙың бергә йәшәүенә 20 йыл. Ир менән ҡатын айырым ашай икән, был бөтөнләй һыуыныу тигән һүҙ.

Айырылышыу тураһында һөйләшмәнеләр. Бары һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәне. Ире, яңғыҙы ғына шифаханала ял иткән сағында танышып ҡайтҡан ханым менән, хат алышты. Сит ҡатын ирҙе яҡшы аңланы, хәләл ефете кеүек түгел.

Ә ҡатыны бер кем менән дә танышманы. Бары шым ғына йәшәне. Нимә тураһында һөйләшәһең инде, әйтеләһе әйтелгән, барыһы ла көн кеүек асыҡ. Һине башҡа яратмайҙар. Һәм, бер нимә лә хәл итергә теләмәйҙәр.

Таң атты. Ҡатыны, халатын кейеп кухняла баҫып тора. Эшкә йыйынырға кәрәк. Бәләкәй генә табала бер йомортҡа әҙерләй ине ул. Бер... йомортҡа. Табалағы йомортҡаһы ла, ҡатыны кеүек бәләкәй генә. Бәләкәй генә ҡатын. Сәстәрен дә ҡупшы тип әйтеп булмай, уларға сал ҡуна башлаған. Биҙәнмәгән, халат кейгән ҡатыны, берҙән-бер йомортҡа бешерә.

Ире кухняға үҙенә сәй яһарға инде. Ул да эшкә йыйына ине. Һәм, ғөмүмән, йыйына ине. Китергә. Ҡатыны уға моңһоу, ғәйепле итеп ҡараны. Һәм, табаны уға һуҙып, "йомортҡа ашайһыңмы?",- тип һораны.

Ул барыһын да иҫенә төшөрҙө. Икеһенә бер йомортҡа булған саҡтары бар ине бит. Бер таба, ике сәнске. Бер сынаяҡ. Һалдат одеялы. Дөйөм ятаҡ. Ә ҡатыны - йәш күңелле студентка. Һәм, бөгөнгөләй моңһоу ҡарашлы түгел, шаян, шуҡ ҡарашлы. Бәләкәй генә пониға оҡшаш ине ул, алдан киҫелгән сәстәре аша шат йылмая торғайны.

Ул йомортҡаны өҫтәлгә ҡуйҙы һәм ҡатынын ҡосаҡлап алды. Нишләптер насарланышып киттек шул тип һөйләнә башланы. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, башы буталаныуы, бының нимә икәнен үҙе лә белмәүен әйтте. Ғәфү үтенде, ә бәлки, күҙ йәштәре лә сыҡҡандыр, ҡатыны быны күрмәне, ул бейек ине, ә ҡатыны бәләкәй. Ә өҫтәлдә — алтындай йомортҡа ятҡан таба...

Тормошта барыһы ла була. Тик ҡайһы берҙә уйланырға һәм иҫкә төшөрөргә кәрәк. Һәм, яҡын кешеңде ҡосағыңа алырға, бигерәк тә шундай бәләкәй кешеңде. Яҡындарың шулай бәләкәй генә булыуы ихтимал, йә, һин үҙең бәләкәй.

Мөхәббәт ул — шулай бәләкәй итеп күрһәтә белеүсе хис. Әммә ул йәшәргә, аңларға һәм ғәфү итергә көс бирә.

Интернеттан
Тәржемә: "Хазина" төркөмө

Автор:Гульдар Кадаева