Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Ноябрь 2021, 15:50

ОЖМАХТЫ КҮРГЕМ КИЛӘ...

Ҡәҙерлеләрем ике яғымдан етәкләп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Ҙур бер торба янына килеп еттек. Иге-сиге булмаған торба буйлап барабыҙ ҙа барабыҙ. Ҡайһылыр бер мәлдә атайым да, апайым да юҡ булды. Бер мәлгә юғалып ҡалғандай булдым. Аптырандым, алйыным. Артҡа кире боролорғамы, алға атларғамы тип торғанда алыҫтан: “Әйҙә! Әйҙә!” – тигән күмәк кеше тауышы ишетелде. Үҙем торба буйлап осам ғына. Әйҙүкләгән тауыштар яҡынайғандан яҡыная. Күрәм: бөтә туғандарым йыйылған, иң алға әсәйем баҫҡан, тормош иптәшем дә, ҡыҙым да бар. Өҙлөкһөҙ саҡыралар...

ОЖМАХТЫ КҮРГЕМ КИЛӘ...
ОЖМАХТЫ КҮРГЕМ КИЛӘ...


Ниндәйҙер бер әйтеп аңлатҡыһыҙ моң... Бер ҡасан ишеткәнем булманы бығаса. Моң да түгел... Моңдан да сихрирәк аһәң. Зәп-зәңгәр күл. Һыуы шул тиклем таҙа. Матурлығы хушты алырлыҡ. Тирә-яғымда иҫ киткес гүзәллек. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа күрмәгән ағастар, тәмләп ҡарамаған емештәр. Ағастары һығылып ҡына тора. Бер туҡтауһыҙ һоҡлан да һоҡлан. Емештәре гүйә туҡтамаҫтан: “Мине өҙөп ҡап!”- тип ҡабатлай. Тәмдәре ысын мәғәнәһендә телеңде йоторлыҡ.

Ошо матурлыҡ менән таныштыра-таныштыра янымда кемдер йәнәш атлай. Ирме, ҡатын-ҡыҙ затынанмы икәнен дә айыра алмайым. Ҡайһы ваҡыт ипләп кенә ҡулдарымдан етәкләп ала. Үҙе бер туҡтауһыҙ ниҙер һөйләй. Илаһи тауышын тыңлағы ғына килеп тора, берҙә ялҡытмай. Өҙлөкһөҙ тыңлайым үҙен, әммә нимә һөйләгәнен аңлай алмайым. Әллә янымдағы иптәшемдең тауышынан, әллә тирә-яғымдағы матурлыҡ шауҡымынан бер ни зар һиҙмәйем, күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәт. Әйтерһең, әҙәм балаһы өсөн һис ҡайғы-хәсрәт юҡ. Бары тик рәхмәтлек, рәхәтлек тойғоһо ғына.

Бер мәл юлдашымды юғалттым да эргә-тирәмдәге хозурлыҡтан ҡапыл ҡараңғы бүлмәгә барып юлыҡтым. Ситтән генә күҙәтәм: ап-аҡ кәфенгә төрөлгән тәнем ләхет таҡтаһында ята. Тирә-яғымдан дүрт ап-аҡ зат уратып алған. Күмәкләшеп күтәреп алдылар ҙа, билдәһеҙлеккә алып киттеләр. Тағы зәңгәр күлле хозур ерҙәргә барып эләктем. Тик был юлы теге билдәһеҙ зат түгел, бер туған апайым ҡаршы алды. Эх, апайымды күптән күргәнем юҡ. Яман шеш араларҙы өҙгән. Үҙәктәргә үтеп һағындырған. Шунда уҡ ҡосаҡлап алдым үҙен. Яҡыным ҡат-ҡат ҡабатлай: “Хәҙер инде мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәм,янымда ғына ҡал”. Бындай рәхәтлектән, апайымдың эргәһенән киткем дә килмәй. Әммә яныбыҙға ашығып килеп еткән атайым быға ҡаршы. Һәр ваҡыттағыса ҡәтғи генә итеп: “Ҡайт!” – тип ҡуйҙы. Атаҡайым минең... Хәтһеҙ ваҡыт күргәнем юҡ бит үҙен. Әлеге лә баяғы яман шеш айырҙы ҡәҙерлемдән. Эстән генә атайымдың эргәһендә ҡалырға рөхсәт итеүен теләйем. Апайым да миңә сытырман йәбешкән. Үҙ һүҙен һүҙ итмәксе. Бала саҡтан шундай ул. Әрләп тә, юхалап та еңеп булмай үҙен. Әммә был юлы атайымдың уның ыңғайына торор уйы юҡ. Тауышын күтәрмәй генә: “Юҡ, Нәзирәгә әле бында ҡалырға иртәрәк. Ҡайтһын. Мәле еткәс, килер,”- тип ҡуйҙы.

Ҡәҙерлеләрем ике яғымдан етәкләп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Ҙур бер торба янына килеп еттек. Иге-сиге булмаған торба буйлап барабыҙ ҙа барабыҙ. Ҡайһылыр бер мәлдә атайым да, апайым да юҡ булды. Бер мәлгә юғалып ҡалғандай булдым. Аптырандым, алйыным. Артҡа кире боролорғамы, алға атларғамы тип торғанда алыҫтан: “Әйҙә! Әйҙә!” – тигән күмәк кеше тауышы ишетелде. Үҙем торба буйлап осам ғына. Әйҙүкләгән тауыштар яҡынайғандан яҡыная. Күрәм: бөтә туғандарым йыйылған, иң алға әсәйем баҫҡан, тормош иптәшем дә, ҡыҙым да бар. Өҙлөкһөҙ саҡыралар...

Ҡапыл күҙҙәремде астым. Баш осомда ап-аҡ фәрештәләй дүрт табип тора. Береһе йылмайып ҡуйҙы: “Ҡайттыңмы? Бына афарин”.
Янымда атайым да, апайым да юҡ. Теге сихри моң да, хозурлыҡ та юҡҡа сыҡҡан. Тимәк, мин был донъяла. Раббым миңә тәүбәгә килер мөмкинлек биргән.

Һәр кемдең – үҙ мәле. Кемдер иртәрәк, кемдер һуңыраҡ Раббыбыҙ янына юлланабыҙ. Был донъяға кире ҡайтарылғанмын икән, тимәк ваҡытым етмәгән, ашар ризығым бөтмәгән. Аллам мине ҡаты ауырыу менән һынаһа ла, терелеүемә сәбәп итеп, аҡ фәрештәләй табиптарҙы ебәргән.

Быларҙың барыһы ла төш булғандырмы, һаташыумы, әллә үлеп терелеүме – мөһим түгел. Иң мөһиме – Раббым минең күҙҙәремде асты. Быға тиклем динһеҙлек ҡараңғылығында үткән тормошом өсөн тәүбә ҡылып, ғибәҙәтле киләсәккә ынтылырға мөмкинлек бирҙе. Аллаға шөкөр, шул замандарҙан бирле намаҙҙамын. Сөнки теге хозурлыҡты тағы ла күргем килә минең. Һәр намаҙҙа Раббымдан Ожмах ҡапҡаларын асыуын һорайым.

Һәр кемебеҙҙең ғибәҙәттәре ҡабул булһын, туғандарыбыҙ, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә-бергә Фирҙәүес баҡсаларында осрашырға яҙһын. Әмин.

Нәзирә Алсынбаева

Автор:Резеда Валиева