АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Ноябрь 2021, 20:55

БИЛДӘМЕ БЫЛ, ОСРАҠЛЫ ТАП КИЛЕҮМЕ?

Тереләр һәм әруахтар араһында бәйләнештәрҙең иң таралған төрө төштәр, моғайын. Мәҫәлән, һуңғы төшөм: әсәйем ашхананан сығып бара. "Ҡыҙым, мин йылы ашһыҙ ҡалдым", - тей. Ә минең ҡулымда бер алдыр эҫе аш! "Кил, ашатам, әсәй!", - тием икән. Кистән әруахтар рухына яҡшы итеп доғалар уҡып ятҡайным.

БИЛДӘМЕ БЫЛ, ОСРАҠЛЫ ТАП КИЛЕҮМЕ?
БИЛДӘМЕ БЫЛ, ОСРАҠЛЫ ТАП КИЛЕҮМЕ?

Һеҙгә "теге донъя"нан билдә (знак) ебәрәләрме?

Тереләр һәм әруахтар араһында бәйләнештәрҙең иң таралған төрө төштәр, моғайын. Мәҫәлән, һуңғы төшөм: әсәйем ашхананан сығып бара. "Ҡыҙым, мин йылы ашһыҙ ҡалдым", - тей. Ә минең ҡулымда бер алдыр эҫе аш! "Кил, ашатам, әсәй!", - тием икән. Кистән әруахтар рухына яҡшы итеп доғалар уҡып ятҡайным.

Тағы бер миҫал. Ирем менән аят уҡытырға һөйләштек. Аш өсөн картуф артынан Илфатты бер ауылдаш ағайға ебәрҙем. Теге ағайҙың ҡатыны, 5-6 йыл элек әсәйем мәрхүмәнән үтескә алып торған китапты тоттороп ҡайтарған. Китап араһынан әсәйҙең йылмайып торған ҙур фотоһы килеп сыҡмаһынмы! Һис шикһеҙ, беҙҙе хуплап, ҡыуанып йөрөй, тип яҡшыға юраным.

Тағы бер аяттыбыҙҙан һуң, өҫтәлде йыйып, һауыт-һабаны йыуып, бер аҙ ятып торҙом. Күҙем йомолоуы булды, кемдер ишек шаҡыны. Кире тороп, асып ебәрһәм, ата - әсәйем ауыҙҙары ҡолағына етеп баҫып тора. Өн менән төш араһы ғына -- ҡәнәғәт булыуҙарын белгертеп, күренеп тә ҡуйҙылар.

Әйткәндәй, фотоларға аптырамайым да ул хәҙер. Ата - әсәйҙе уйлап, бошоноп китһәм, мотлаҡ берәйһе уларҙың фотоһын ебәрә. Бер аҙна элек, 7 ноябрь -- ҡәҙерле кешеләремдең туй көнөндә лә, "Архивымдан килеп сыҡты", -- тип фотоларын һалдылар.

Бөгөн иһә, автобуста әсәйемдең үлгән көнө, тип, бер мосолман апайға хәйер бирҙем.
-- Әсәйеңдең исеме кем? Доға бағышлармын.
-- Гөлнур.
-- Атаҡ, мин дә Гөлнур бит!..

Совпадение? Юҡ. Был билдә. Әсәм бөгөн минән риза, Аллаға шөкөр.

Арағыҙҙа минең кеүек медиумдар бармы? Мәңгелек йортҡа күскән яҡын кешеләрегеҙ һеҙгә билдә ебәрәме?
Әллә быға психиатрға күренергә кәрәк, тип, көлөп ҡуйҙығыҙмы?????

 

АВТОР: ЛИЛИӘ ХӘЛИТОВА.

Автор:Резеда Валиева