АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Ноябрь 2021, 13:00

УН КӘҢӘШ

Әгәр яҙмышың һиңә лимон тотторһа, унан лимонад яһа...

УН КӘҢӘШ
УН КӘҢӘШ

Дейл Карнеги кәңәштәре

  1. Бәхет тапҡығыҙ килһә, кемдәндер рәхмәт көтмәгеҙ. Үҙегеҙгә шатлыҡ, ҡәнәғәтлек килтергән эш менән булығыҙ.
  2. Дошмандарығыҙ менән булышмағыҙ, уларға зыян килтерәм тип, үҙегеҙгә зыян эшләрһегеҙ.
  3. Генерал Эйзенхауэр кеүек булығыҙ: үҙегеҙгә оҡшамаған кешене бер минут та уйламағыҙ.
  4. Тәнҡитләмәгеҙ, кемделер насарламағыҙ, ғәйепләмәгеҙ.
  5. Әңгәмәсегеҙ хаҡлы булмауы ла ихтимал. Әммә ул улай уйламай. Ғәйепләмәгеҙ.
  6. Икенсе кешене аңлар өсөн уның позицияһына баҫырға өйрәнегеҙ. Быны эшләй алғандар һәр кем менән уртаҡ тел табыр.
  7. Әгәр кеше һеҙҙе үҙ маҡсатында ҡулланырға теләй икән, ул кешене дуҫтар исемлегенән алырға ла мөмкин.
  8. Әгәр яҙмышың һиңә лимон тотторһа, унан лимонад яһа.
  9. Һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл булығыҙ. Был донъялағы иң арзан, әммә эффектив дарыу.
  10. Үҙегеҙҙе бәхетле итеп хис итегеҙ һәм ысын бәхетле булырһығыҙ!



Автор:Резеда Валиева