Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Ноябрь 2021, 13:15

Тәүге ҡатын — тин алтын, һуңғы ҡатын һум алтын

Ошо һүҙҙәрҙең асылына төшөндөрҙө бит был тормош. ...Әсәйем гүр эйәһе булғанда атайыма 54 йәш ине. Әсәй мәрхүмәгә 45 кенәһе тулғайны. Бер ҡатын алып айырған 26 йәшлек атайыма әсәйемде 17 йәшендә генә тимләп кейәүгә биргәндәр. Атайҙың әсәһе ныҡ уҫал булды. Улын көнө - төнө ҡайыҙлап ҡына торҙо, әсәй хаҡында ла яҡшы һүҙе булманы, малайын уға ҡаршы ҡотортоп ҡына йәшәне. Ҡартәсәйҙең балын эсеп, уның һүҙенэ төшөп атай әсәйҙе гел ыҙалатты, кәмһетте, туҡманы, иҙҙе генә инде бырама ғына ла. Шулай туҡмалып йәшәп, һаулығынан яҙып 45 йәшендә генә һалҡын ҡараңғы гүрҙәренэ кереп тә ятты.

Тәүге ҡатын — тин алтын, һуңғы ҡатын һум алтын
Тәүге ҡатын — тин алтын, һуңғы ҡатын һум алтын

Мин баш бала, гел иланым әсәйҙе йәлләп, ҡасайыҡ атайҙан, йыраҡҡа ҡасайыҡ, атай тапмаһын эҙләп, тип сеңләнем.
"Ҡайҙа барайыҡ һуң, урыҫса ипләп белмәйем бит" ,— тип зарланыр ине мәрхүмәм...
Етем ҡалдыҡ шулайтып, инде атай беҙгә ҡаныҡты. 5 йыл йәшәгәндән һуң беҙҙең атайға бер ҡатын килеп керҙе лә беҙҙе атайҙан айырып, атай йортона 15 йылға ҡапҡаны бикләне лә ҡуйҙы беҙҙең өсөн.
Әле аралашҡан булабыҙ тик сәйер генә итеп. Әсәйең үлһә, атайың еҙнәгә әйләнә, тиҙәр, бәлки шуғалыр.
Элегерәк атайҙан һораған инем, әсәйҙе беҙҙең яраттыңмы һин, тип, яуап бирмәне. Тик, ул миңә ярап йәшәй белде, тип кенә ҡуйған ине.
Үәт шулай, 30 йыл уны тәрбиәләп, хәстәрләп, балалар табып биргән беҙҙең әсәй хаҡында шундай ғына баһа йөрөтә икән, тип уйлап әсәйемде йәлләп хәсрәтләнеп ҡуйған инем...
Теге ҡатынға рәхмәт инде...
Ҡырыҫ кеше, беҙҙе "һөйһөнмәгән " атай менән беҙҙе аралаштырмағаны өсөн, атайҙы һағынһаҡ та, барып - кереп йөрөмәнек, ҡапҡа эске яҡтан гел генә бикле торҙо, үҙебеҙ ҙә ашҡынманыҡ, юҡтың аты юҡ, тинек тә ҡуйҙыҡ. Әсәй ҙә әйтеп ҡуйған ине, мин үлһәм, атайығыҙҙың кем икәнен белерһегеҙ, тип.
Һәм, шулай килеп сыҡты ла...
Ә атай, инде өсөнсө ҡатынына мөлдөрәп кенә ҡарап тора, харап иғтибарлы, әйләнә лә хәлен һораша, ниңә күңелһеҙләнеп кенә тораһың, ултыраһың, тигән була.
Ҡыҫҡаһы, бәхете асылған, шикелле, атайҙың. Ҡыҫылып - мыҫылып ҡына торған ҡартәсәй ҙә күптән юҡ яҡты донъяларҙа.
Ә беҙҙең күҙ йәштәребеҙгә мансылып уҙған баласаҡ йәлке, ирекһеҙҙән, уйлап ҡуям шулай ҙа, бәхетле булған баласағыбыҙ, әсәйебеҙ булған баласағыбыҙҙа, тимен.
Ә атайҙың һуңғы бисәһе үҙе өсөн, тушны ғына, һум алтын.
Ә.апайығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева