АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Сентябрь 2021, 21:25

Йәшлегемдә бер сибәрҙе яраттым...

Өҙөлөп, иҫем китеп яраттым. Донъяла унан башҡа берәүҙе лә күрмәнем дә, белмәнем дә тиерлек. Әммә ул миңә, эскерһеҙ мөхәббәтемә хыянат итте: армиянан көтмәй кейәүгә сыҡты. Шул саҡта донъямды ҡара болот ҡаплап алды, йәшәүемдең тәме, йәме китте. Беренсе һәм мәңгелек мөхәббәтемде юғалтҡас, йәшәгем килмәне: мин насар юлға баҫтым, эстем, зина ҡылдым, аҡты-ҡаранан айырманым. Тормоштан төңөлгәндә упҡындан мине бер ҡыҙ сығарҙы, уға өйләндем. Аллаға шөкөр, 15 йыл ғүмер итәбеҙ, ҡатыным аҡыллы, егәрле, ул булмаһа әлеге мин дә булмаҫ инем. Дауамы сайтта.

Йәшлегемдә бер сибәрҙе яраттым...
Йәшлегемдә бер сибәрҙе яраттым...

...Көтмәгәндә ҡала урамында беренсе мөхәббәтемде осраттым. Һәм шаҡ ҡаттым! Уның элекке матурлығының эҙе лә ҡалмаған, бөткән эскесе, бәлки, наркомандыр ҙа. Йөҙө шул тиклем ҡурҡыныс, килеп тороп ҡарт күренә, үлемесле ябыҡ, сәсе ап-аҡ.

Ҡасандыр ошо бисура өсөн ғүмеремде бирергә әҙер булыуымды уйлап үҙемдән-үҙем оялып киттем. Унан ныҡ ытырғандым. Ярай әле тормошомда ҡатыным осраған, ул ғына мине кеше итте. Быға ҡәҙәр мин ҡатынымды ихтирам иттем, рәхмәтле булдым...тик яратам тип уға бер ваҡытта ла әйтәнем. Беренсе мөхәббәтемде осратҡандан һуң ғына хәләл ефетемде яратҡанымды аңланым! Ул был донъяла иң гүзәл зат икән дә! Алайҙа Аллаһ Тәғәлә уны юлыма сығарған. Шулай булмаһа, мин дә теге бисәнән дә артыҡ эскесе булыр инем, бәлки эсеп үлер ҙә инем, баш төрмәнән сыҡмаҫ ине.

Хат яҙыуымдың әтнәкәһе шунда: был донъяла нимәләр генә булһа ла, яҡшыға икән. Алламдың ваҡытында мине яман юлдаштан айырғаны өсөн мең рәхмәт!!! Эй, яҙмышым рәхмәт, һиңә, ошо бәхетем өсөн! Әсе-сөсөһөн татытып, татлыһын биргән өсөн!  

Р.ағайығыҙ.

Фото: Интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева