Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Сентябрь 2021, 14:40

ҺУҢЛАП КИЛГӘН БӘХЕТ

Игеҙәктәрем донъяға килгәс, ул беҙҙе бала табыу йортонан килеп алманы. Мин операциянан һуң инем, ике баламды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, сумкаларымды ҡулыма тотоп сыҡтым. Шул саҡ алырға килгән таксистың аптырауҙан түңәрәкләнгән күҙен күрһәгеҙ?!

ҺУҢЛАП КИЛГӘН БӘХЕТ
ҺУҢЛАП КИЛГӘН БӘХЕТ

Редакцияға килгән аноним хаттан:

 

Ата-әсәйем мин иҫ белгәндән эсте. Ҙурайғас, мөмкин тиклем алыҫыраҡ китеп бәхетле булыу минең хыялым ине. Мәктәпте тамамлағас, күрше район үҙәгенә һөнәрселек училищеһына киттем. Шунда бер егет менән осраштым, ғашиҡ булдым. Тиҙерәк кейәүгә сығып, ата-әсә янына башҡа ҡайтмау теләге көслө ине.

Шулай итеп, йәшләй кейәүгә сыҡтым. Иремдең атаһы булманы, әсәһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде. Бер-бер артлы балалар тыуҙы. Иремдең эсеп юғалыуҙары, ҡайтып туҡмауҙары үҙәгемә үткәне етмәгән, ҡәйнәм һыйҙырманы. Ә ҡайтыр ерем юҡ ине. Исмаһам, ҡәйнәнән айырым йәшәргә тигән уй тыуҙы. Башҡа сығып киттек. Иремдең эсеүе көндән-көн йышайҙы. Төнөн ҡайтмаған саҡтары күп булды, аҡса бирмәне. Балалар аҡсаһына йәшәнем. Уларҙы балалар баҡсаһына биргәс, эшкә сыҡтым, унда-бында иҙән йыуҙым. Дингә баҫһам, һыҙланыуҙарым баҫылыр тип намаҙға килдем. Сабырлыҡ минең юлдашым булды. Барыр ерем булмағас, теш ҡыҫып түҙҙем. Йәнә ауырға ҡалдым. Ауырлы булыуым, сабыйҙың донъяға килеүе лә иремде туҡтатманы. Үҙе йөрөгәс, мине нахаҡҡа ғәйепләне, эсеп алһа туҡманы. Игеҙәктәрем донъяға килгәс, ул беҙҙе бала табыу йортонан килеп алманы. Мин операциянан һуң инем, ике баламды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, сумкаларымды ҡулыма тотоп сыҡтым. Шул саҡ алырға килгән таксистың аптырауҙан түңәрәкләнгән күҙен күрһәгеҙ?!

Бөтәһе алты балаға ғүмер бирҙем. Ҡәйнәм ҡайһы саҡ ярҙам итә ине. Тик, бер иргә түҙмәй ҡуртымға фатир алып сығып киткәс, артымдан килде лә:

-Балаларға мин алған быймаларҙы бир, - тине.

-Ул бит һеҙгә һыймай, уны ни эшләтәһегеҙ? – тип аптыраным.

-Ҡолағыма таҡһам да тағып йөрөрмөн, әммә һинең балаларыңа кейҙермәйем, - тине.

Биреп сығарып ебәрҙем. Эйе, ауыр ине, икмәк һәм һыу менән генә ултырған саҡтар булды.

Ирем бер килде. Инәлеп-ялбарып алып ҡайтты. Балалар хаҡына кире ҡайттым. Әммә үҙгәреш булманы.

Бер мәл бар көсөмдө туплап, балаларымды алып бөтөнләй икенсе районға, үҙәккә яҡын ауылға ҡасып киттем. Алама булһа ла өй алдым. Яулығымды сисеп ташланым, эшкә төштөм. Балаларым да ҙурайып ярҙам итә ашланы. Иң олоһо әрмелә контракт төҙөп ҡалды. Уның ярҙамы ныҡ ҙур. Туғыҙынсыны тамамлап, студент булғаны ла үҙ яйын үҙе күрә, эшләй ҙә, уҡый ҙа.

Осон-осҡа ялғап йәшәһәм дә үҙемде бөгөн иң бәхетле ҡатын итеп тоям. Ниһайәт, килде миңә был бәхет. Ә мин бала саҡтан ошоғаса ыҙалап йәшәнем...

Әйтер һүҙем: таянмаҫтай кешегә таянмағыҙ! Бары тик үҙегеҙгә үҙегеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ. Бәхетле булығыҙ!

Гөлсирә.

Автор:Резеда Валиева