Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Сентябрь 2021, 20:35

ҠӘЙНЕШЕҢ ҮҘЕҢӘ БУЛҺЫН

Ышанмайым. Бер ынтылышы ла, бер маҡсаты ла, бер хыялы ла юҡ бит уның. Хатта машина алырға уйламай, “Миңә ул нимәгә, бензин ҡиммәт бит. Машина менән ҡайҙа барайым”,—ти. Ныҡ баҫҡандар. Бер нәмәне лә үҙе хәл итеп өйрәнмәгән, ахыры. Еңгәй, миңә ундай “быҙау” кәрәкмәй. Уға сығып, бөтә ғаилә проблемаһын үҙем хәл итәмме шунан? Мин бит иргә арҡаланып, уның ышығында ғына йәшәгем килә.

ҠӘЙНЕШЕҢ ҮҘЕҢӘ БУЛҺЫН
ҠӘЙНЕШЕҢ ҮҘЕҢӘ БУЛҺЫН

 

—Әлфиә апай, ҡәйнешең менән минең бикәсте таныштырайыҡ әле? Кейәүгә сыҡмай, оҙаҡлап китте. Бәлки, оҡшатышып ҡауышырҙар.

—Юҡ, башҡа таныштырамайым берәү менән дә!

—Нишләп?

—Юҡ, юҡ…

Әлфиә апайҙы күпме генә өгөтләһәм дә ҡәйнешенә кәләш димләргә риза булманы. Баҡтиһәң, быға тиклем бер коллегаһының әхирәте менән таныштырып ҡараған икән дә уныһы: “Ҡәйнеше үҙенә булһын!” —тип сәләм ебәргән икән.

—Һыу һөлөгөндәй һылыу, һомғол буйлы ике туған ҡәйнешем ауылда ятып, бер ҡайҙа сыҡмай ҡартайып бара. Инде 35 йәште үтте. Их, мин әйтәм, бер уңған ғына ҡыҙ булһа, янына барып ҡына йәшәһә, бынамын тигән ғаилә барлыҡҡа килер ине.  Ауылда ла бит хәҙер бар шарттары булған өй төҙөп сығалар, матур йәшәйҙәр. Шуны уйлап та коллегамдың тәҡдимен ҡабул итеп, уның әхирәте менән таныштырырға булып, ҡәйнешемдең интернеттағы “Бәйләнештә” селтәрендәге һылтанмаһын биргәйнем. Үҙҙәре яҙышһын, аралашһын, аңлашһын тигән маҡсат менән… Теге ҡыҙға 32 йәш тулып килә. Сос ҡына икән. Үҙе башлап яҙған ҡәйнешемә. Яҙыша торғас, оҡшатмай башлағандыр инде, миңә “ҡәйнеше үҙенә булһын!” тигән сәләм ебәргән. Шуға башҡа ҡыҫылып йөрөмәҫкә булдым, таныштырмайым берәү менән дә,—тип көйәләнде Әлфиә апай.

—Ҡуйсы, берәү оҡшатмаһа, икенсеһе оҡшатыр. Ниңә уға көйәһең? Элек тә димселәр булған. Димсе диңгеҙ кистерә. Таныштырырға кәрәк, Әлфиә апай. Егет әрәм булмаһын. Яңғыҙ ҡыҙҙар ҙа күп.

—Юҡ, юҡ. “Мамсик” итеп тәрбиәләнгәс, ятһын, яңғыҙ ҡартайһын. Башҡа ҡыҫылаһым юҡ!—Әлфиә апай һүҙенән кире ҡайтманы.

Рәсүл—ике ҡыҙ араһында үҫкән егет. Апаһы, һеңлеһе лә, үҙе лә сибәр, буй-һыны ла килешле генә. Татыу, матур ғаиләлә буй еткергәндәр. Мәктәптә яҡшы уҡығандар. Тик ниңәлер ата-әсә уларҙы артабан юғары уҡыу йортонда уҡытыу кәрәк тип тапмаған. Ҡыҙҙар һөнәрселек училищеһында ашнаҡсыға уҡыһа, егет иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙ иткән. Әлбиттә, һылыу, өндәшмәҫ кенә ҡыҙҙарҙы егеттәр тиҙ эләктереп алған. Рәсүлдең һеңлеһе лә, апаһы ла йәшләй генә ғаилә ҡорған. Уларҙың икеһе лә икешәр ҡыҙ үҫтерә. Ә Рәсүл райондан ары сыҡмаған, яҫы табанлыҡ менән йонсоғас, әрмегә лә бармай ҡалған. Әле лә ауылда ғына эшләй икән, ата-әсәһе менән йәшәй.

—Ғаиләләрендә еңгәй, йәғни Рәсүлдең әсәһе—баш. Ул нимә әйтә—барыһы ла шулай. Ҡайнағамдың өнө лә, тыны ла сыҡмай. Рәсүл ҡойоп-ҡуйған атаһы, баҙнатһыҙ. Ошо йәшкәсә әсәһе итәгенән ысҡына алмай йөрөй. Берәй ҡалаға барып, ҡуртымға фатир алып, ата-әсәһенән айырым йәшәһә, күптән кәләшле лә, өйлө лә булыр ине. Ә хәҙерге ҡыҙҙар ауылға, етмәһә ҡайны-ҡәйнә янына һис кенә лә барғылары килмәй. Ҡайнаға менән еңгәнең хатаһы ҙур бында. Ҡырҡҡа етеп барған улдарын иркәләтеп һалып ҡуйғансы, бар ҡырға эшкә кит, үҙ йүнеңде үҙең күр, тип сығарып ебәрһәләр була бит инде. Юҡ инде, шундай шәп, белемле генә егетте әрәм иттеләр.

—Туҡта әле, Әлфиә апай, егетте әрәм итмәй тор. Ауылды ла күтәрерлек, унда йәшәрлек егеттәр кәрәк бит. Оҡшай икән, торһон ауылда. Уға ауылда йәшәрлек ҡыҙ ғына табырға кәрәк!

—Ҡуйсы, ҡайны-ҡәйнә менән ауылда кем йәшәргә риза булһын? Юҡ,юҡ, берәү ҙә бармаясаҡ.

—Өҙә һуҡма әле. Ҡана әле, миңә лә интернеттағы сәхифәһен, исем-фамилияһын әйт. Бикәсем, бәлки, оҡшатыр. Үҙем таныштырып ҡарайым.

Ныҡышлығым менән егет хаҡында мәғлүмәттәр алып, бикәсемә тапшырҙым. Бикәсем кире ҡаҡманы, яҙышып ҡарармын, тине.

Ике аҙнанан бикәсемдең хәлен белештем.

—Шунан, бикәс, хәлдәр нисек? Егет шәпме?

—Әллә… Йөҙгә матурлыҡҡа матур ҙа ул. Яҙышҡанда хатаһыҙ ғына, бик грамоталы яҙа. Тик бигерәк нәҫ баҫҡан, бер маҡсаты юҡ, бер нәмә хаҡында хыялланмай. Ҡырға сығыу теләге бөтөнләй юҡ, ауылында ла өй һалып башҡа сығырға уйламай ҙа шикелле. Ата-әсә менән йәшәү уға ҡулай. Үлем—Хоҙайҙан, ашау байҙан, тип йәшәп тик ята шикелле.

—Һуң…ғашиҡ ит үҙеңә. Бәлки, һине күрер өсөн ҡалаға килер ҙә ҡалыр ҙа ҡуйыр. Унан инде рулде үҙ ҡулыңа алырһың.

—Әллә…Осрашам тип килерме икән ул? Ышанмайым. Бер ынтылышы ла, бер маҡсаты ла, бер хыялы ла юҡ бит уның. Хатта машина алырға уйламай, “Миңә ул нимәгә, бензин ҡиммәт бит. Машина менән ҡайҙа барайым”,—ти. Ныҡ баҫҡандар. Бер нәмәне лә үҙе хәл итеп өйрәнмәгән, ахыры. Еңгәй, миңә ундай “быҙау” кәрәкмәй. Уға сығып, бөтә ғаилә проблемаһын үҙем хәл итәмме шунан? Мин бит иргә арҡаланып, уның ышығында ғына йәшәгем килә.

—Ике аҙна әҙ әле, бикәс. Бәлки, бер нисек үҙгәртеп булыр ә?!

Бикәсемә шулай тинем дә үҙем аптырап ҡуйҙым. Ҡырҡҡа етеп барғанды үҙгәртеп булырмы һуң? Эх, егеттәр, егеттәр… Ир була белегеҙ, әсәй итәгенә “йәбешеп” ятмағыҙ һәм үҙегеҙ ҙә үҙ һүҙе булған ҡыйыу, сос, аҡыллы, хәстәрлекле улдар үҫтерегеҙ. Нәҫелегеҙ һеҙҙә туҡтап, өҙөлөп ҡалмаһын ине. Милләт яҙмышы—һеҙҙең ҡулда.

Г. Сыңғыҙова.

Редакциянан: исемдәр үҙәртеп алынды.

"Атайсал" гәзите сайтынан мәҡәләләрҙе рөхсәтһеҙ алып, башҡа сайттарҙа баҫтырыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева