Фекер
5 Сентября 2021, 14:00

АУЫЛДЫ ЙӘМҺЕҘЛӘЙ

Ауылда буш өйҙәр күбәйгәндән-күбәйә...Ҡайһы берәүҙәренә мәрхүм хужаларҙың балалары ҡайтып, рәтләп, ҡоймаларын буяп китә, ә бәғзеләр ауылда торһа ла, ата-әсәһенең йортон ҡарамай. Улары сереп, ҡапҡалары ауып, ауылдың йәмен ебәреп ултыра. Шулай уҡ янған өйҙәрҙең нигеҙҙәре лә ҡап-ҡара булып ята. Бер кем алмай, таҙаламай. Ауыл советы рәйесенә әйтеп ҡараным, фәтүә булманы...

АУЫЛДЫ ЙӘМҺЕҘЛӘЙАУЫЛДЫ ЙӘМҺЕҘЛӘЙ
АУЫЛДЫ ЙӘМҺЕҘЛӘЙ

Редакциябыҙға килгән һорау:

“Ауылда буш өйҙәр күбәйгәндән-күбәйә...Ҡайһы берәүҙәренә мәрхүм хужаларҙың балалары ҡайтып, рәтләп, ҡоймаларын буяп китә, ә бәғзеләр ауылда торһа ла, ата-әсәһенең йортон ҡарамай. Улары сереп, ҡапҡалары ауып, ауылдың йәмен ебәреп ултыра. Шулай уҡ янған өйҙәрҙең нигеҙҙәре лә ҡап-ҡара булып ята. Бер кем алмай, таҙаламай. Ауыл советы рәйесенә әйтеп ҡараным, фәтүә булманы. Тағы ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?”

Яуап көтөп – Вәкил олатайығыҙ.

Был хәлде шул ауыл биләмәһе башлығы хәл итергә тейештер, тип уйлайбыҙ. Ә гәзит уҡыусыларыбыҙ ниндәй кәңәш бирер?

Һеҙҙең тарафта ла емерек буш өйҙәр күпме?

 

Хатҡа фото интернет селтәренән алынды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас