Бөтә яңылыҡтар
Фекер
28 Август 2021, 20:50

НАХАҠ ҺҮҘҘӘРЕНӘН АРЫНЫМ...

Ирем ҡунаҡ һайын ныҡ эсә. Шуға ҡунаҡҡа барырға ҡурҡып торам, берәйһе саҡырып ҡына ҡуймаһын тип теләйем. Саҡырылһа, бер нигә ҡарамай бара. Мин баш тартһам, әрләй, ыҙғыш сығара һәм барыбер алып китә. Ә кешелә эсеп алһа, барса халыҡ алдында йөҙөмдән ала, кәмһетә...

НАХАҠ ҺҮҘҘӘРЕНӘН АРЫНЫМ...
НАХАҠ ҺҮҘҘӘРЕНӘН АРЫНЫМ...

 

НИҘӘР ГЕНӘ ЭШЛӘЙЕМ ИКӘН?

 

Редакциябыҙға килгән хат:

Ирем менән 23 йыл бергә йәшәйбеҙ... Түҙеп йәшәй торғас, 40-ты ла уҙып киткәнмен. Ниңә йәш саҡта уйламаным икән? Үҙгәрер тип өмөт иткәнмендер инде...

Йәшләй генә өйләнештек. Биш йыллап балабыҙ булманы. Тәүҙә аңлап ҡараны. “Булыр әле”, --тип йыуата ине. Аҙаҡ эскән һайын юҡ-бар хәбәр әйтә башланы, күңелемде ҡыйҙы. Үҙемде ғәйепле тойоп үртәләндем, ураған һайын табиптарға күрендем. Барыһы ла яҡшы ти ҙә сығаралар. Инәлә торғас, иремде күндереп, табипҡа алып барҙым. Сәбәп унда булып сыҡты. Дауаланды. Күптән көткән балаларыбыҙ—улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Әле улыбыҙ мәктәп тамамланы, ҡыҙ—уҡыусы. Барыһы ла яҡшы һымаҡ. Өй бар, балалар бар, машинабыҙ бар, эшебеҙ бар... Тик тыныслыҡ юҡ.

Әле ҡунаҡтан ҡайттыҡ та күҙ йәштәремде тыя алмай хат яҙам. Анонимно ғына сығарһағыҙ ине. Исемемде үҙгәртеп, Гөлнәзирә тип кенә ҡуям. Бәлки, кәңәш биреүсе табылыр.

Ирем ҡунаҡ һайын ныҡ эсә. Шуға ҡунаҡҡа барырға ҡурҡып торам, берәйһе саҡырып ҡына ҡуймаһын тип теләйем. Саҡырылһа, бер нигә ҡарамай бара. Мин баш тартһам, әрләй, ыҙғыш сығара һәм барыбер алып китә. Ә кешелә эсеп алһа, барса халыҡ алдында йөҙөмдән ала, кәмһетә.

Кисә ҡалаға ҡунаҡҡа барғайныҡ. Аш ашап бөтөп, сәйгә күскәнсе ирем “инде әҙер” ине. Ирҙәр менән анекдоттар, әрме хәлдәрен һөйләшеп ҡытҡылдашып ултыралар. Сәй тигәс, ҡапыл машина багажнигында күстәнәскә алып килгән һөт иҫкә төштө. Иремә: “Ҡана әле, асҡысты бир, багажниктан һөттө алырға онотҡанбыҙ”,--тип әйтеүем булды мәшхәр башланды. “Һин машинаға инеп ни эшләйһең? Ана, фәлән-фәлән тәмәке тартырға тышҡа сыҡҡайны, һөйләшеп ҡуйғайнығыҙмы? Теләһә ҡайҙа барығыҙ, тик машинаға инмәгеҙ” һәм башҡа әшәке һүҙҙәрен теҙҙе.

-Ҡуйсы, юҡты һөйләмә, һөттө алам тим бит һуң!

-Нимә, мине аңра тип беләһеңме? Хәҙер бына ошо шешә менән башыңды яра һуғам!—тип ҡыҙа башланы.

Башҡалар алдында уңайһыҙланып, күҙемә йәштәр алып, икенсе бүләмгә сығып ултырҙым.

Ирем табын артында берсә үҙ яйына ултырҙы, берсә мине таптырып, нахаҡ һүҙҙәр тағып ҡаңғырҙы... Ситкә йөрөгән ҡатын түгелмен, балаларым, ғаиләм тип кенә йәшәйем, артыҡ бер ни талап итмәйем...Ниңә улай миңә нахаҡ ғәйеп таға икән? Етмәһә кеше алдында. Ояты ни тора!

Ирем эскәс кисә ҡайта алманыҡ. Бөгөн төшкә ҡайттыҡ. Юлда шым ғына килдем. Һөйләшеүҙән, аңлатыуҙан фәтүә юҡ икәнен беләм. Төн уртаһына тиклем йоҡлатмай ул ғауғалаһа, аҙаҡ йәнем көйөүҙән үҙем йоҡлай алманым.Шуға башым да ауырый ине. Һөйләшергә кәйефем дә булманы.

Әле ул рәхәтләнеп ял итә, йоҡо “һимертә”. Ә мин йорт эштәрен бер аҙ тамамлап, илай-илай хат яҙам. Ҡайһылайтырға миңә? Инде балалар буй етеп килгәндә айырылыу дөрөҫ булырмы? Бергә йыйған донъябыҙ ҙа насар түгел бит, ташлап сығыуы йәл. Эсмәһә йәшәрлек тә ул, эсһә холҡо юҡ шул...

Гөлнәзирә.

Хатҡа фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан алынды.

 

Автор:Резеда Валиева