АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Август 2021, 21:15

ТАЙЫП МУЛЛА НИ ТИГӘН?

Мин аптырап: “Бәлки, артабан донъяла ниҙәр булырын да беләһеңдер?!” - тим көлөмһөрәп. “Ниңә белмәҫкә – барыһын да күреп торам мин, - тип яуаплай ине бабайым һәм күҙен ҡыҫыбыраҡ алып, һөйләп китә торғайны. – Ил тарҡалыр, уны мөһөрлө батша тарҡатыр. Уға алмашҡа Ағас батша килер. Уныһын Юлдыбай батша алмаштырыр. Бер аҙ Айыу батша хакимлыҡ иткәс, тағы теге Юлдыбай килер. Унан инде Ғәлимә батшабикә, унан һуң Абдулла һәм уның улы Айбулат батшалыҡ итер. Айбулат 40 йыл хакимлыҡ иткән осорҙа халыҡ бик иркен, рәхәтләнеп йәшәр, 40 йыл 40 көн һымаҡ ҡына үтер ҙә китер. Тик бына батшалыҡ икегә бүленгән һымаҡ күренә.

ТАЙЫП МУЛЛА НИ ТИГӘН?
ТАЙЫП МУЛЛА НИ ТИГӘН?
Яҡупов Тайып Лоҡман улы 1886 йылда Һайран ауылында донъяға килгән. Ғаиләлә иң оло бала булып, уның Яхъя һәм Дауыт исемле ҡустылары ла була. Үҫеп буй еткәс, Тайып Камила исемле ҡыҙға өйләнә. Полк муллаһы сифатында Беренсе Бөтә донъя һуғышына киткәндә уның Исмәғил исемле улы тыуып ҡала. Тайып мулланың ҡайҙа, нисек һуғышып йөрөгәне билдәһеҙ, ә бына 1915 йылда әсиргә эләккәне, һәм шул сифатта Көнбайыш Европаның байтаҡ илдәрендә, атап әйткәндә, Германия, Австрия, Венгрияла йөрөгәне мәғлүм. Ул заманына күрә ныҡ белемле һәм үтә лә үткер кеше булараҡ, әсирлектә йөрөгәндә лә үҙенең аң кимәлен күтәреүҙә байтаҡ эш алып бара. Тайып мулланың венгер ҡыҙына өйләнеп, унан ике ҡыҙы тыуыуы ла һәм ниндәйҙер ойошмалар арҡылы ғәрәп илдәренә сығып, тарих фәнен, боронғо яҙмаларҙы өйрәнеүе лә билдәле.
 

Нисек кенә булмаһын, тыуған ер, тыуған төйәк һәр саҡ үҙенә тарта. Бына шул тартыу көсө Тайып мулланы ла, Венгриялағы ғаиләһен ҡалдырып, үҙ яғына ҡайтырға мәжбүр иткәндер. Бер уйлаһаң, бында ла уны ата-әсәһе, туғандары, яратып өйләнешкән Камилаһы һәм улы көткән бит инде.
 

Тайып Яҡупов 1930 йылда Һайранға ҡайтып төшә, ләкин уны һөйөклө ҡатыны ғына көтмәгән, икенсегә кейәүгә сыҡҡан була. Тайып мулла Маһурый исемле ҡыҙға өйләнә. Унан Хөснури, Рауза һәм Дәүләтбай исемле балалары тыуа. Был ваҡытта Һайран ауылы Ҡыҙыл таш тип йөрөтөлгән артелгә ҡарай һәм ауыл халҡы септә, ҡап һуғыу, селек һепертке бәйләү менән мәшғүл була. Тайып мулла ла артель эшенә йөрөй, шулай уҡ дини йолаларҙы үтәүҙә әүҙем ҡатнаша, ауылдаштарының аң-белемен күтәреүҙә байтаҡ эш алып бара. “Беҙ мулла абызыйҙан күп нәмәгә өйрәндек” – тип әйтер уны белеүселәр.
 
 

«Һай, Сталин, уай, Сталин...»
 

Ҡәһәрле золом Яҡуповтар нәҫелен дә урап уҙмай. Был йылдарҙа ошаҡсыларҙың роле ифрат ҙур була. Бына шуларҙың ялыуы һөҙөмтәһендә күпме кеше ыҙа сигә, аҫылакиҫелә. Стәрлетамаҡ “Заготконтора”һынан кәрәк-яраҡ алып ҡайтып барған Яхъя Яҡупов иптәшенең аты Биксән кисеүендә һыуға бата. Яхъя, үҙ атының ҡойроғона икенсе атты бәйләп, йөктө һөйрәтеп сығара. Улар менән бергә булған әҙәм: ”Яхъя артель атын үлтерә яҙҙы”, - тип тейешле урынға ялыу яҙа һала. Яхъяны шунда уҡ килеп алып китәләр һәм, һуңғараҡ, Дауыт ҡустыһы менән бергә Стәрле төрмәһендә атып үлтерәләр.
 

Тайып мулла шиғыр сығарырға ифрат оҫта була. “Һай, Сталин, уай, Сталин, бик күптәрҙең башына етте һинең большевиктарың”, - тип йырлағаны өсөн уны ла төрмәгә алып китәләр. Тәфтишсе янына алып килгәс уныһы: ”Йә, Яҡупов, Сталин тураһында ниндәй йыр йырланың әле?” – тип һорай. Тайып мулла: “Бына ошо йырҙы йырланым”, - ти ҙә, юлбашсыны маҡтаған йырын йырлап ебәрә. Тәфтишсе: “Юҡ, һин шуны йырлағанһың бит”, - тип мулланың тәүге йырын ҡабатлай. “Ә-ә-ә, һеҙ бөйөк Сталинды яманлайһығыҙмы, хәҙер начальнигығыҙға еткерәм”, - тип, тәфтишсенең ҡотон ала Тайып мулла һәм уны, үҙен алып килгән “Черный ворон”ға ултыртып, ҡайтарып ебәрә һалалар. Әйткәндәй, мулла өҫтөнән тағы ла бер нисә ҡат ялыу яҙып, уны төрмәгә ултыртырға маташалар. Әммә ул ниндәйҙер яйын табып тороп ҡала һәм, ялыу яҙыусының үҙен яптырып ҡуйып, һөргөнгә ебәрттерә.
 

Өлкән быуын кешеләре: “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙ әллә ни өшөмәнек тә, аслыҡты ла бик ныҡ күрмәнек, сөнки ул йылдарҙа утын өсөн Баймөхәмәт бабай, ә иген өсөн Тайып бабай яуап бирҙе”, - тиер булғандар. Тимәк, был ике ир-уҙаманы ауылдаштарына нисектер утын менән дә, иген менән дә ярҙам итер булғандар, бәлки, күрмәмешкә һалышҡандарҙыр.
 
 

Ванганан кәм түгел ине
 
 

Мин Тайып мулла тураһындағы күп кенә мәғлүмәттәрҙе уның яҡын туғаны, мәғариф ветераны Ғаяз Яҡуповтан алған инем һәм шунда мулла абызыйҙың халыҡҡа бик үк белгертмәгән тағы ла бер һәләте барлығын белдем.
 

Беҙҙә бит башлыса Джуна, Ванга, Кейси кеүегерәк бөйөк кешеләрҙең әйткәндәрен күтәреп сығып, ябайыраҡ әҙәмдәрҙең фаразлауҙарына, күрәҙәлек ҡылыуҙарына иғтибар итеп бармайҙар. Йәнәһе, кем һуң ул киләсәгебеҙҙе күҙаллаусы, беҙҙең һымаҡ бер бәндә инде! Ә шулай ҙа ныҡлабыраҡ уйлап ҡараһаң, уларҙың да юрағаны юш килеп тора бит.
 

Тәүҙә Ғаяз ағай былай тип һөйләгәйне: “1965 йылда беҙ, дүрт малай, Ишембай баҙарында йөрөп ятабыҙ. Шунда бер яҡ мөйөштәрәк ултырған һуҡыр бабай беҙҙе үҙ янына саҡырып алды ла алдындағы асыҡ ятҡан китапҡа күрһәтеп: “Егеттәр, аҙыраҡ аҡса бирһәгеҙ, ошо китап һеҙҙең артабанғы яҙмышығыҙҙы тулыһынса әйтеп бирер, хатта ҡасан үлерегеҙҙе лә. Ризаһығыҙмы?” – тине. Беҙҙең әҙерәк дыуамалыраҡ та, тилерәк тә саҡ бит инде. Көлөп-шаярышып риза булыуыбыҙҙы әйтә һалдыҡ. Әлбиттә, уның әйткәндәренә ышанып бармаҫыбыҙҙы ла белә инек. Беҙ аҡса түләгәс, ҡарт һәр беребеҙгә киләсәге тураһында әйтеп бирә башланы. Ҡасан, кемгә өйләнәсәген, нисә балаһы булыуын, шулай уҡ ҡайһы йылда ниндәй ауырыу менән үләсәген дә һөйләне. Юлдарға: “Һин һөйгән ҡыҙыңа түгел, икенсе берәүгә өйләнәсәкһең, 2 балаң тыуа һәм аҙаҡ министр дәрәжәһенә күтәреләсәкһең”, - тигәс, уға министр тигән ҡушамат та таҡҡайныҡ.
 

Ә миңә инде биш ҡыҙың тыуа, бишенсеһенә Айгөл тип исем ҡушасаҡһығыҙ тигәс, малайҙар “эшкинмәгән” тиеберәк көлөп тә ҡуйғайнылар хатта. Ысынлап та, биш ҡыҙым тыуып, мин өйҙә булмау сәбәпле яҡындарымдың иң кесе ҡыҙыма Айгөл тип исемләүҙәрен ишеткәс, сәстәрем үрә торҙо тиһәң дә була. Теге бабайҙың әйткәндәре барыһы ла дөрөҫкә сыҡты ла ҡуйҙы бит.
 

Мин быны шуға һөйләнем, сөнки Тайып мулла ла ысын мәғәнәһендә күрәҙәсе ине. Бына хәҙер уның әйткәндәрен иҫләһәм, иҫем китә. Барыһы ла дөрөҫкә сығып тик бара. Беҙҙең өләсәй умарта тотто һәм бал балы ла мейес башында һәр саҡ гөжләп ултыра торғайны. Мин шуны берәй һауытҡа һалып алам да Тайып бабайҙарға китәм. Башҡаны мөрхәтһенмәһә лә, бал балын ифрат ярата торғайны. Шуны эсеп алып, биттәренә ҡыҙыллыҡ йүгергәс, теле асылып китеп, күргән-белгәндәрен миңә һөйләргә тотона. Мин иҫем китеп тыңлай торғайным. Ысынлап та, белмәгән нәмәһе юҡ ине шул уның.
 

Үлеренә бик аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, бына нимә тигән ине ул миңә: “Бына һеҙ Аллаларҙы, муллаларҙы инҡар итәһегеҙ, коммунистарға, Ленин ҡартҡа табынаһығыҙ, ләкин килер бер көн, барыһы ла баш түбәнгә әйләнер. Ленинын да, коммунистарын да һанламай башлаясаҡһығыҙ. Колхоз-совхоздарығыҙ ҙа юҡҡа сығасаҡ. Киреһенсә, күпләп мәсет, сиркәүҙәр төҙөйәсәктәр, Хоҙайҙы иң алға ҡуясаҡтар”. Мин шым ғына тыңлап ултырам да, аҙаҡ уның менән бәхәсләшергә тотонам. Нисек инде беҙ Алла урынына күргән Ленинды һанламаҫҡа ла, көндән-көн нығый, үҫә барған колхоз-совхоздарҙы юҡҡа сығарырға?! Ә бабайым һаман үҙенекен тыҡый. Мин аптырап: “Бәлки, артабан донъяла ниҙәр булырын да беләһеңдер?!” - тим көлөмһөрәп. “Ниңә белмәҫкә – барыһын да күреп торам мин, - тип яуаплай ине бабайым һәм күҙен ҡыҫыбыраҡ алып, һөйләп китә торғайны. – Ил тарҡалыр, уны мөһөрлө батша тарҡатыр. Уға алмашҡа Ағас батша килер. Уныһын Юлдыбай батша алмаштырыр. Бер аҙ Айыу батша хакимлыҡ иткәс, тағы теге Юлдыбай килер. Унан инде Ғәлимә батшабикә, унан һуң Абдулла һәм уның улы Айбулат батшалыҡ итер. Айбулат 40 йыл хакимлыҡ иткән осорҙа халыҡ бик иркен, рәхәтләнеп йәшәр, 40 йыл 40 көн һымаҡ ҡына үтер ҙә китер. Тик бына батшалыҡ икегә бүленгән һымаҡ күренә. Американы һыу менән ут ашағандай. Рәсәйгә сығып ҡалмаһалар, япондар ҙа ҡырыласаҡ төҫлө. Күргән нәмәләр күп тә ул, ләкин барыһын да һөйләп бөтөп булмай. Мин әйткәндәр ҙә әлеге ваҡытта икебеҙ араһында ғына ҡалһын. Сөнки беҙҙең баштарыбыҙҙан һыйпамаясаҡтар”.
 

Ул бына ошоларҙы вафаты алдынан миңә һөйләгәйне. Үҙе 1969 йылда үлеп китте”.
 

“Тайып мулла, йәки башҡаһы миңә шуларҙы һөйләгәйне тип мин дә әйтә алам. Ҡайҙа һуң яҙып, ташҡа баҫтырып ҡалдырғандары?!”
– тип үрҙә яҙылғандарға ышанмаусылар ҙа булыр, әлбиттә. Бында һәр кем үҙенсә дөрөҫ һәм был уларҙың хоҡуғы тип әйтәһе ҡала.
Һәм дә шул уҡ ваҡытта бер аҙ уйланырға ла мәжбүр итә. Кем булған ул Тайып мулла?
Күрәҙәсеме, әллә ғәрәп илдәрендә булған сағында уның ҡулына үткәндәребеҙ һәм киләсәгебеҙҙе һүрәтләгән яҙмалар килеп эләккәнме? Хәҙерге көндә быға яуап табыуы ҡыйын һәм ваҡыт барыһын да күрһәтер, тип әйтәһе генә ҡала. Бөйөк тип донъя кимәлендә билдәлелек алған әҙәмдәргә генә табынмайыҡ, ә Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт һәм башҡалар кеүек оло шәхестәребеҙҙе лә тейешенсә баһалайыҡ, уларҙы ла онотмайыҡ.

"Торатау" гәзите сайтынан: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2019-05-30/kem-in-tayyp-mulla-263446
Автор:Резеда Валиева