АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
24 Август 2021, 20:30

ЭШЛӘҺӘМ ДӘ КЕҪӘМ БУШ...

Күршем ҡырға китеп эшләй ҙә, айына 40 мең һум алып ҡыуанып ҡайтып инә. Ауыл өсөн ҙур аҡса, аңлап торам. Бында ул хужалыҡта 7 мең һум тирәһе алып йөрөнө. Шулай ҙа төҙөлөш эшендәге ир-егеткә 40 мең һум аҙ һымаҡ, көнө буйы тышта йөрө сәле бынау эҫелә? Эшселәрҙең ҡәҙере китте инде... Уның ҡарауы туп типкәндәр күп ала...

ЭШЛӘҺӘМ ДӘ КЕҪӘМ БУШ...
ЭШЛӘҺӘМ ДӘ КЕҪӘМ БУШ...

Баш ҡаланан таксиҙа ҡайтып киләм. Юлдаштарым ир-егеттәр. Береһе оло йәштәге олатай, икенсеһе урта йәштәрҙәге ир. Әлбиттә, улар һөйләшеүенә ҡыҫылманым, шым ғына барҙым, әммә тыңларға теләмәгән хәлдә лә ишетәһең бит инде.

Һөйләүҙәренән аңлауымса, олатай баш ҡаланан дауахананан ҡайтып килә. Ә йәш ир--вахтанан.

 

Ҡыҫҡаса һәм яҡынса уларҙың һөйләшкәнен яҙам.

--Себерҙә ыҙалап эшләп йөрөйһөң дә ул, ҡустым. Түләйҙәрме һуң?

--Түләйҙәр. Түләмәһәләр йөрөмәҫ инем.

--Күптәр алданып, буш ҡул менән ҡайта ла килә бит. Беҙҙең ауылдаштар Себерҙән дә, Мәскәүҙән дә буш ҡайтҡаны булды.

--Ағай, уларҙың хужалары түләйҙер ул. Тик бына хужалар үҙҙәре килеп һәр эшсеһенә аҡса таратмай бит. Официально эшләмәйһең икән, һиңә бригадир, ғәҙәттә, ҡул аҡсаһы таратып сыға. Бында инде бригадирҙың намыҫынан тора.

--Улайҙа буламы?

--Була. Хатта үҙем алданғаным булды. Үҙебеҙҙең яҡта эш ябылғас, интернеттан иғлан табып, бер бригадаға тупланып, сит ҡалаға төҙөлөш эшенә киттем. Ябай ғына ауыл ирҙәре йыйылған, күптәре йүнләп русса белмәй, ҡайһы берәүҙәре эсергә ярата. Тегендә бригадирҙар быларға һауалы ҡарай, икенсе сорт тип ҡабул итә. Һөҙөмтәлә, алдан килешелгән сумманы бирмәйҙәр. Ойошма түләгән хәлдә лә, бригадир үҙенә “йомоп” ҡала. Йәнәһе был эскән кешегә 20 мең дә етә, йә иһә ауыл кешеһенә бара, ул 30 меңгә лә ҡыуанасаҡ… Ирҙәр йә мәшәүлеге, йә эсеүе, йә шул йүнләп русса белмәүе арҡаһындамы үҙ аҡсаларын йүнләй алмай күнеп эшләй ҙә йөрөй. Мин ул ойошмала ике ай йөрөнөм. Тәүге ай вәғәҙә иткән суммаларын бирҙеләр, икенсе айына ике тапҡырға кәмене. Бригадирға барып әйтеп, талашып таптырып алдым да ҡайтып киттем. Әле Себерҙәмен, рәсми урынлашҡас, рәхәт. Айына ике тапҡыр картаға күсерәләр, бухгалтерия аңлатып яҙылған ҡағыҙын да бирә. Унан ҡарап күпме налог, ниндәй надбавкалар барлығын белеп ултырабыҙ.

--Күршем ҡырға китеп эшләй ҙә, айына 40 мең һум алып ҡыуанып ҡайтып инә. Ауыл өсөн ҙур аҡса, аңлап торам. Бында ул хужалыҡта 7 мең һум тирәһе алып йөрөнө. Шулай ҙа төҙөлөш эшендәге ир-егеткә 40 мең һум аҙ һымаҡ, көнө буйы тышта йөрө сәле бынау эҫелә? Эшселәрҙең ҡәҙере китте инде. Уның ҡарауы туп типкәндәр күп ала,--тип уфтанды олатай.

 

 

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Ни өсөн ир-егеттәр ҡырҙан алданып, буш ҡул менән ҡайта? Үҙ хоҡуҡтарын белмәйҙәрме? Килешеү төҙөшмәйҙәрме? Әллә ысынлап та бирелгән суммаға шөкөр итеп, ҡалғанын таптыра белмәйҙәрме?

 

Автор:Резеда Валиева