Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Август 2021, 18:50

ҮӘТ, ҺЕМӘЙТӘЛӘР...

Ул: “Эй, хыялый, шул урамда торған әбейҙәргә ышанаһыңмы? Улар бит магазиндан ала ла шуны ҡыйбатлатып һата”, - тине.

ҮӘТ, ҺЕМӘЙТӘЛӘР...
ҮӘТ, ҺЕМӘЙТӘЛӘР...

Гәзитебеҙҙең социаль төркөмөнә түбәндәге хат-хәбәр килеп төштө, аноним ҡуйыуҙы һорайҙар:

Йәй тамамланыуға барған мәлде яратам. Сөнки инәйҙәр, олатайҙар урамда һәр төрлө емеш-еләк, йәшелсә һата башлай. Магазиндан генетик яҡтан үҙгәртелгән (ГМО), һәр төрлө химикат ҡушылған аҙыҡ алғансы, үҙебеҙҙең яҡта баҡсала үҫтерелгәнде алыу күпкә яҡшы бит. Ҡурҡмай алаһың, рәхәтләнеп ашайһың, ҡайнатма, турамалар әҙерләйһең.

Июль урталарында картуф өлгөргән, һата ла башлағандар, тигән хәбәрҙе ишеткәс вахтаға йыйынған ирем: “Әйҙә, быйылғы картуфты алып ҡыҙҙырып ашайыҡ әле”,--тине. Сибай буйлап эҙләнек. Бер ерҙә лә картуф юҡ ине. “Әле иртәлер ул, август тирәһендә өлгөрәлер”,--тинем иремә. Шул тиклем “яңы” картуф ашағыһы килгәнме икән: “Әйҙә, тағы бер урынды ғына барып ҡарайыҡ та”,--тине.

Барҙыҡ, таптыҡ, алдыҡ. Әммә бик шикләнеп ҡараным. Сөнки июль уртаһында картуф өлгөргән булһа ла, ул әле бәләкәй булырға тейеш. Был ҡыҙимге генә бит! Ярай, бәлки, сорты шулайҙыр тинем дә алдым. Ҡайтып йыуып, таҙалап ҡурғайныҡ, бер ниндәй ҙә яңы картуф тәме беленмәй.

Был хаҡта иртәгәһенә әхирәтемә һөйләнем. Ул: “Эй, хыялый, шул урамда торған әбейҙәргә ышанаһыңмы? Улар бит магазиндан ала ла шуны ҡыйбатлатып һата әлегә”, - тине.

Ысынлап та, шулай булғандыр. Сөнки берҙә генә лә тәме юҡ ине бит. Ирем вахтаға китеп, ике аҙна үткәс, үҙебеҙ йәшәгән яҡта ла картуф һатыла башланы. Үәт, исмаһам яңы картуф! Үәт, тәмле ине!

Ә теге инәйҙе белмәһәм дә күңелем ҡалды. Ғәҙәттә йәштәрҙе әрләйҙәр, тәрбиәһеҙ тиҙәр. Ә үҙҙәре нисек мутлаша?!

Шулай ҙа бөтәһе лә ундай түгелдер тип, бер көнө йәнә бер инәйҙән алма алдым. Йәтеш кенә биҙрәгә тултырылған алмалар ялтырап йылмайып ятҡандай. Ни бары 100 һум. Пакетҡа ауҙарттым да алып киттем. Ҡайтып, йыуып, рәхәтләнеп ҡыштырлатып ашамаҡ булғайным ни күрәм: яртыһы серек. Ерҙән йыйылғаны күренеп тора... Үәт, һемәйтә замана әбейҙәре!

Ә мин ололар барыһы ла иманлы була икән тип уйлай торғайным. Уларҙы гел йәлләп, пенсияларына әҙ булһа ла өҫтәлмә аҡса булһын тип алған булабыҙ. Алдамаһалар ҙа була инде...

Эльвира.

Сибай ҡалаһы.

Ә һеҙ алданғанығыҙ бармы? Магазинда йыш алданаһығыҙмы, әллә урамдамы?

Автор:Резеда Валиева