АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Август 2021, 21:15

ҺӘҮКӘШКӘЙЕМ ҠАЙТЫП КИЛӘ...

Бына нисәнсе көн инде тиһәм аҙ булыр, өсөнсө ай көтөү ҡаршылағанда күңелем әрней...Малҡайҙарым үкерешеп, әлһерәшеп, йонсоп ҡайта. Ул көтөү тигәндәрендә үлән дә юҡтыр инде, урман ситенән, күләгәле йә дымлыраҡ ерҙән әҙ-мәҙ йолҡоп ашаған булаларҙыр. Йылға иһә ҡороно, шуға һәүкәштәрем һыуһап ҡайта, бахырҡайҙарым.

ҺӘҮКӘШКӘЙЕМ ҠАЙТЫП КИЛӘ...
ҺӘҮКӘШКӘЙЕМ ҠАЙТЫП КИЛӘ...

Бына нисәнсе көн инде тиһәм аҙ булыр, өсөнсө ай көтөү ҡаршылағанда күңелем әрней...Малҡайҙарым үкерешеп, әлһерәшеп, йонсоп ҡайта. Ул көтөү тигәндәрендә үлән дә юҡтыр инде, урман ситенән, күләгәле йә дымлыраҡ ерҙән әҙ-мәҙ йолҡоп ашамаһалар. Йылға иһә ҡороно, шуға һәүкәштәрем һыуһап ҡайта, бахырҡайҙарым. Ҡайтыуҙарына ем әҙерләп ҡуйған булабыҙ ҙа ул, уныһын да мул итеп һалып булмай. Ҡоролоҡ йылында улары ла ҡиммәт бит хәҙер.

Эсергә һөт кәрәк, май-ҡаймаҡ ашағы килә...Әлеге лә баяғы йонсоған һыйҙырҙарҙы бергилке быҙауҙары имгәндән һуң, мин һауам. Үҙем һауам, үҙем һәүкәшемде йәлләп илайым. Ярай, әлегә ишек алдында ҡоҙоҡтан һыу сыға...Уныһы ла бөтһә ни эшләрбеҙ? Хоҙайым, киләсәкте уйлап йөрәгем һыҡтай. Балалар ни эшләр?

Ҡышҡылыҡҡа бесән етмәҫтәй булһа, бер нисә башты тотонорбоҙ тип торабыҙ. Уныһын да арзан ғына хаҡҡа алып китерҙәр инде...

Юҡ-бар уйҙарымдан (улай тиһәң, уйын эш түгел) эсем боша. Пессимист булмайым әле тигән булам да ул, килеп сыҡмай.

Донъялар былай барһа ни эшләрбеҙ икән, йәмәғәт? Һеҙ ниндәй уйҙар менән йәшәйһегеҙ? Шайтан ғына өмөтһөҙ тиһәләр ҙә бер ҙә генә яҡшыға өмөтләнә алмайым...

Борсолоуҙарын еткереүсе - Дилара З.

Автор:Резеда Валиева