АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Август 2021, 17:45

ТЕРҺӘКТЕ БУЛМАЙ ТЕШЛӘП

- Эшем дә бар, ашым да бар, бай йәшәйбеҙ. Тик барыбер ҙә үҙемде бәхетле тип әйтә алмайым...

ТЕРҺӘКТЕ БУЛМАЙ ТЕШЛӘП
ТЕРҺӘКТЕ БУЛМАЙ ТЕШЛӘП
Көтмәгәндә Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташымды осраттым. Бик ҡиммәтле еңел машина руле артында ине ул. Мине танып, эргәмдә туҡтаны. Йәйәүле бән фәҡирегеҙҙе янына ултыртып алды. Тыуған яҡҡа ҡарай елдерәбеҙ, хәл-әхүәл һорашабыҙ. Ҙур ғына урында түрә булып эшләй, ҡатыны мәрйә икән.
– Эшем дә бар, ашым да бар, бай йәшәйбеҙ. Тик барыбер ҙә үҙемде бәхетле тип әйтә алмайым, туған. Тыуған ергә, тыуған моңға етмәй икән ул. Илдең баш ҡалаһында йәшәүең менәнме ни, өйөңдә башҡортса һөйләшеү яңғырап тормағас. Улдарымды башҡорт итеп тәрбиәләй алманым. Туған телдәрен белмәйҙәр, икеһе лә мәрйәнән кәләш алдылар. Ғүмеремде бушҡа йәшәп үткәргән һымаҡ хис итәм. Үкендерә, туған, үкендерә. Терһәкте тешләр инем дә, буй етмәй, – тине. Музыка ебәрҙе. Машина салонында Абдулла Солтанов йырлауында "Илсе Ғайса" йыры яңғыраны:
Аҙаштырған болан балаһылай
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.
Күрәһең, ошолай башҡорт йырҙарын тыңлап йыуана, күңелен баҫа яҡташым. Бик тә йәл булып китте ул миңә... Ә шулай ҙа һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында.
 
Тәлғәт Шаһманов.
Автор:Резеда Валиева