Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Август 2021, 14:40

БЫЛ НИНДӘЙ ХИКМӘТ?

Хикмәтме был? Әллә осраҡлы хәлме? Өс нәмә янғында янманы...

БЫЛ НИНДӘЙ ХИКМӘТ?
БЫЛ НИНДӘЙ ХИКМӘТ?

Янғын темаһы беҙҙең төбәк халҡының төп темаһына әүерелде. Был аңлашыла ла. Тирә-яҡта ут ҡоторғанда һәр кем был "ҡыҙыл әтәс"тең үҙ урманына, үҙ ауылына килеп етмәүен теләне. Иң көслө янғындар Хәйбулла, Бөрйән тарафтарында ҡоторһа ла башҡа яҡтарҙа ла ут сыҡты. Улар урындағы халыҡ тарафынан тиҙ арала һүндерелде.

Мәҫәлән, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында ла ут сығып, мәлендә туҡтатып өлгөрҙөләр.

Римма Аҡманова был хаҡта "Бәйләнештә" селтәрендәге үҙ битләүендә бына былай тип яҙа:
--Ял мәлендә тыуған яғымда урмандарымды күреп килә торған ғәҙәтем бар...Был юлы барыуыма ҡапыл ауыл эргәһендә янғын сыҡты. Ҡот осҡос ут тиҙ арала урманға инде... Шатырлап янған уттың ҡаршыһына ташланыр ҡыйыу йөрәклеләр барлығына шөкөр иттем. Ҡырмыҫҡа бил ҡыҙҙарҙың ут - ялҡындан ҡурҡмай һыу һибешеүенә ҡыуандым. Артта төтәп ҡалған ерҙәрҙе ҡарап, һүндереп барған ололарға рәхмәт әйттем...Аллаһы Тәғәләнең киң ҡөҙрәтенә шаһит булдым...изгеләребеҙҙең алтын аҡылы, уларҙың вариҫтарының ихлас доғалары хикмәттәрен күрҙем....Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр!!! Ут ауыҙлыҡланды, тымды.

 

Ысынлап та, был юлдарҙың авторы хикмәткә тап булған. "Ут ҡолағына һыуыҡ һыу ҡойғас, өс нәмәнең утта янмауын күрҙек. Ҡырмыҫҡа иләүе, хәҙрәт үләне һәм әрем...", - ти ул.

--Урман янғындары күп нәмәне төшөндөрҙө...Янмай ҡалған ҡырмыҫҡа иләүе шулар кеүек дуҫ, татыу булыуҙы, яман көстәрҙән һаҡлау өсөн төтәҫләүгә шәп хәҙрәт үләне (боланут) иһә изгеләребеҙ доғалары бәрәкәтен, әрем шундай ныҡ булыу, һаулығыбыҙ көсөн аңларға ярҙам итте. Тыуған ер ҡәҙерен, баһаһын белеүселәр барлығы көс бирҙе. Алыҫ яҡтарҙан да ярҙамға килеп етеүселәр, һәр төрлө ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр күплегенә шөкөр! Ҙур рәхмәт! Килен булып төшкән хозур Әбештә лә, тыуған яғым Әбделкәримдә лә ҡояш элеккесә балҡыны! Һәр ике ауылды ла һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, инде именлек кенә булһын, иншәАллаһ!!!--тип яҙа Римма Аҡманова.

 

Болануттың (Иван-чай), әремдең һәм ҡырмыҫҡа иләүенең янмай ҡалыуын һеҙ хикмәт тип атар инегеҙме? Әллә осраҡлы хәлме? Нисек уйлайһығыҙ, фекерҙәр көтәбеҙ.

Автор:Резеда Валиева