Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Август 2021, 12:15

КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ ИКӘН?

17 йәшемдә генә әсәй булдым. Бала табыу йортонан атай кеше ҡаршы алманы. Ә ата-әсәйем, күршеләрҙән оят тип, ғәрләнеп мине өйгә индермәне. Асарбаҡ хәлендә ҡалдым, ҡулымда—сабый. Әммә мин бирешмәнем. Үзбәктәр һатыу иткән сауҙа нөктәһенә барҙым, ҡумта-йәшниктәр бушаттым, астан үлмәҫлек аҡса эшләнем. Балам павильонда йоҡланы. Уны имеҙәм дә кире ҡарбуз, һуған, картуф бушытарға йүгерәм. Шул саҡ

КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ ИКӘН?
КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ ИКӘН?

Кем ғәйепле икән?

Яңыраҡ  Белорет ҡалаһында Таһир исемле егет сауҙа үҙәге янында иҫһеҙ хәлдә ятыусы асарбаҡты күреүен яҙа:

--Бына нисәнсе тәүлектер 50-60  йәштәрҙәге ир сауҙа үҙәге янында ята. Уны тәү ҡат 27 июлдә күргәйнем. Үлгәндер тип уйланым, сөнки уны себендәр уратып алған. Ауыҙы асыҡ ине. Кешеләр уның янынан бер ни булмағандай үтә, әйтерһең дә был ғәҙәти хәл. Барып: “Һин тереме?”—тип һораным. Терелеген белгертте. Тере булһа ла, был йәшәү түгел шул,--тип яҙа Таһир социаль селтәрҙә.

Таһир уны нимә эшләтергә белмәй. Ултыртып та ҡарай, әммә уның һыны ағас һымаҡ кире ауа. Үтеп барыусы ярҙамы менән ултырталар. Таһир хушлашып китә. Ике көндән Таһир асарбаҡты ошонда уҡ йәнә осрата.

--Ул өшөнөм тигәс, яҡын магазиндан ҡумта ҡаптарын алып килеп, уны картон менән ябып киттем,--ти Таһир.

Эйе, асарбаҡтар проблемаһы бер белореттарға ғына таныш түгел. Беҙҙең төбәктә лә ундайҙар бихисап. Барыһын да эскелектә генә ғәйепләп булмайҙыр, шулай ҙа...

 

***

Ошо хәл тураһында яҙма интернет селтәрендә таралғас, Елена исемле ҡатын ошоларҙы бәйән итте:

--17 йәшемдә генә әсәй булдым. Бала табыу йортонан атай кеше ҡаршы алманы. Ә ата-әсәйем, күршеләрҙән оят тип, ғәрләнеп мине өйгә индермәне. Асарбаҡ хәлендә ҡалдым, ҡулымда—сабый. Әммә мин бирешмәнем. Үзбәктәр һатыу иткән сауҙа нөктәһенә барҙым, ҡумта-йәшниктәр бушаттым, астан үлмәҫлек аҡса эшләнем. Балам павильонда йоҡланы. Уны имеҙәм дә кире ҡарбуз, һуған, картуф бушытарға йүгерәм. Шул саҡ бер инәй менән таныштым. Ул мине үҙ фатирына йәшәргә саҡырҙы. Шунда йәшәп эшләүемде дауам иттем. Инәй үҙе ауырып киткәс, эшкә сыҡманы, баламды ҡараны, ә мин бөтәбеҙ өсөн аҡса эшләнем. Ауырлыҡтар булды, әммә бирешмәнем. Бөгөн ҡыҙыма 30 йәш. Аҙаҡ кейәүгә сығып, тағы балалар таптым. Бөгөнгө көндә 3 балам үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә, ә 3-әүһе мәктәптә уҡый.

 

***

Бынан утыҙ йыл элек йәш кенә Еленаның юғалып ҡалмауы, ҡыйыулығы һоҡландыра, әлбиттә. Ата-әсәһенең ҡыҙын, яңы ғына донъяға килгән ейәнсәрен йәлләмәүе аптырата.

 

Урамда ҡалыусы бөтә кешелә матур йәшәп китә аламы? Һеҙҙең тарафта асарбаҡтар бармы? Ярҙам итәһегеҙме? Асарбаҡтар проблемаһын нисек хәл итергә? Фекерҙәр көтәбеҙ.


Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева