АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
26 Мая 2021, 10:55

АУЫЛЫМА ҠАЙТҠЫМ КИЛӘ

Әле ҡалала эҫе һыуҙы һүндергәндәр ҙә, бынау тиклем эҫелә йыуына алмай аҙапланғас, уйҙарға бирелеп илап алдым… Эйе, хәҙер һыу йылытҡыс ҡуйырға була, магазинда теләгәнеңде һайлап ал. Тик…Баштаныраҡ һөйләйем әле. Ауылдан сығып китеүемә хәтһеҙ ваҡыт үтте. Унда хәҙер мине көтөп алған ата-әсәйем дә юҡ. Бер туған ҡусты йәшәй ҙә ул, әммә уға ата-әсәңә ҡайтҡан кеүек иркенләп ҡайтып булмай шул… Тыуған ауыл һағындыра. Рәхәтләнеп үҙем атлап-йүгереп үҫкән туғайҙарҙа йөрөгөм, йылғаһында һыу төшкөм, мунсала рәхәтләнеп йыуынғым, унан яйлап ултырып сәй эскем килә… Теләк күп тә ул. Тик мине унда кем һалып ҡуя әле оҙаҡҡа? Ҡунаҡҡа, аяттарға барып ҡайтһаң—бик шәп. Бынау коронавирус тигәне башланғайны, бөтөнләй юлдар ябылды…

М. исемле апай редакцияға хат ебәргән. “Кәңәш һорамайым, күңелемдәген аҡ ҡағыҙға теҙеп, хәлемде генә һеҙгә аноним һөйләйем”, - тип башлаған яҙмаһын. Һеҙ ҙә күҙ һалығыҙ әле. Бәлки, кәңәш һорамаһа ла кәңәш итеүсе табылыр.
“Әле ҡалала эҫе һыуҙы һүндергәндәр ҙә, бынау тиклем эҫелә йыуына алмай аҙапланғас, уйҙарға бирелеп илап алдым… Эйе, хәҙер һыу йылытҡыс ҡуйырға була, магазинда теләгәнеңде һайлап ал. Тик…
Баштаныраҡ һөйләйем әле. Ауылдан сығып китеүемә хәтһеҙ ваҡыт үтте. Унда хәҙер мине көтөп алған ата-әсәйем дә юҡ. Бер туған ҡусты йәшәй ҙә ул, әммә уға ата-әсәңә ҡайтҡан кеүек иркенләп ҡайтып булмай шул… Тыуған ауыл һағындыра. Рәхәтләнеп үҙем атлап-йүгереп үҫкән туғайҙарҙа йөрөгөм, йылғаһында һыу төшкөм, мунсала рәхәтләнеп йыуынғым, унан яйлап ултырып сәй эскем килә… Теләк күп тә ул. Тик мине унда кем һалып ҡуя әле оҙаҡҡа? Ҡунаҡҡа, аяттарға барып ҡайтһаң—бик шәп. Бынау коронавирус тигәне башланғайны, бөтөнләй юлдар ябылды…
Иртә кейәүгә сыҡтым. Йәшлек хатам. Ирем эсте, йүнләп эшләмәне. Ятаҡтан –ятаҡҡа, кеше фатирынан – кеше фатирына йөрөп ғүмер үткәрҙек тиерлек. Бер-бер артлы ике бала тыуҙы. Тешемде ҡыҫып түҙҙем, эшләнем, хатта ике урында эшләгән саҡтарым булды. Ярай, ипотека тигәне килеп сыҡты, шул ипотеканы йәнә үҙемә юлларға тура килде. Балалар ҙурайғас, ҡырға эшкә киттем. Үртәләндем, яндым, көйҙөм, әммә банкка бурысты ҡапларға кәрәк ине. Ирем үҙгәрмәне. Эсте, эштәренән ҡыуылды, өйҙә ятты, йәнә эшкә сыҡты, йәнә ҡыуылды…Шулай йөрөй торғас, мәрхүм дә булды.
Ҡыҙым ҡырға сығып киткәйне, шунда юҡ булды, эҙенә лә төшә алманыҡ, әллә башына етеп ҡуйҙылар… Улым минең менән бергә. Холҡо атаһына оҡшаған инде. Килен түҙеп йәшәй, йә ҡайтып китә лә, бала хаҡынамылыр, кире килә. Булған ғына пенсиямды биреп ярҙам итеп маташам. Ни генә булһалар ҙа бергә булһындар, бәләкәстәрҙе етем итмәһендәр, тигән булам. Йә квартплата түләйем, йә аҙыҡ-түлек, йә балаларға кейем алам. “Теләһә нимә эшләгеҙ”, тип сығып китер инем, барыр ерем юҡ. Үҙҙәрен дә сығарып ебәрә алмайым. Бәләкәстәрҙе йәлләйемме, әллә бушаҡмынмы бигерәк?
Һүҙемде йылы һыуҙан башлағайным… Бына шул заманса ҡоролмаларҙы – һыу йылытҡысты бер нисек тә алып ҡуя алмайым. Пенсиямды арттыра алмайым. Ҡалала йылы һыу һүнһә, эх, ауылға ҡайтып ҡына рәхәтләнеп мунса инергә тип уйлайым да, тағы уйымдан ҡайтам. Кем мине ҡолас йәйеп ҡаршы ала унда? Эйе, кил тип саҡырһалар, бер ни йәлләмәй, күстәнәстәр тотоп барып төшөр инем дә бит. Кәрәкһә, эштәрен дә эшләшергә, һыуын ташып, мунсаһын үҙем яғырға ла ризамын да ул…Тик …хәҙер кешеләр үҙгәрҙе шул. Заман үҙгәрмәне, кешеләр үҙгәрҙе… Элек беҙ бала саҡта мунсаһы булмағандар күршеһенә бара ине. Ул осорҙа кеше ихлас, алсаҡ булды шул. Ныҡ ҡатышып йәшәне, бер телем икмәген дә бүлешергә әҙер ине.
Хәҙер ни ҡапҡалар бикле, ишектәр бикле, күңелдәр бикле. Телефондан шылтыратмайынса, аңғартмайынса күршеңә лә инеп булмай. Кешеләр бер-береһен сәйнәп ашап алып бара. “Мин уға должна что ли?” – тип ебәрәләр бит. Кешегә бурыслы булған өсөн генә изгелек эшләргә, ихтирам итергә, хөрмәт күрһәтергә тимәгән бит. Бер көнлөк ғүмерҙә матур йәшәргә ине лә ул.
Башҡаларҙы ла ғәйепләй ҙә алмай, уларҙы ла аҡлау өсөн сәбәптәр эҙләйем. Бәлки, минең кеүек проблемаға батып, шул проблемаһын кешенән йәшереп, ҡатышыуҙан ҡурҡып йәшәйҙәрҙер…
Мин бала сағымды һағынам…Әллә ғәмһеҙ булғанмы ул? Әллә ысынлап та ул саҡта барыһы ла кешеләрсә булғанмы?
Йәштәргә теләгем бар. Барығыҙҙың да тормошо минеке һымаҡ ауыр булмаҫ, тик шуны әйтәйем: ата-әсәйегеҙ иҫән саҡта йышыраҡ ҡайтығыҙ, йортта ҡалыр кеше булмаһа, уны һис кенә лә һатмағыҙ, йәйҙәрен булһа ла ҡайтып йөрөрһөгөҙ. Хәлегеҙҙән килһә, ауылда йәтештән булһа ла өй күтәрегеҙ. Олоғайғас, тыуған яҡ ныҡ тарта. Ҡайтыр, көтөр кешең булмаһа, шул тиклем ауыр.
Ихтирам менән—М.апайығыҙ.”

Фото: интернеттан.
Читайте нас