Фекер
23 Мая 2021, 06:30

Башҡорт теленең көсө

Беҙҙең телебеҙҙә, әйтергә кәрәк, донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар тиерлек. Шулай уҡ Урал тәбиғәтендә ишетелгән бөтә тауыштарҙы ла башҡорт телмәренән табырға була. Ғөмүмән, башҡорт теле—медитатив тел. Был телдә һөйләшкән башҡорттарҙың аңы көн һайын “бысраҡ”тан таҙартыла. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле—ысын мәғәнәһендәге аңдың тәбиғи иммунитеты...

ДАУАМЫ:
Әгәр инде телмәрҙә өндәр әҙ ҡулланылһа, ундай телдә һөйләшкән кешеләр психик көсөргәнешлеккә тиҙ бирешеүсән була. Шуға уларға медитация менән шөғөлләнеү бик файҙалы. Уның өсөн төрлө методтар уйлап сығарылған. Мәҫәлән, “ОМ”, “АУМ”, “АМИН” кеүек өндәр йыйылмаһын (мантра) яйлап һәм һуҙып әйтеү бөтә донъяға таралғандыр, тип уйлайым. Ә бына «Тарабара» тигәне башҡаларҙан ябайлығы менән айырылып тора. Ябай тип әйтәм, сөнки уның менән һәр теләгән кеше шөғөлләнә ала, эффектлы ла булып иҫәпләнә. Хатта уның ҡайһы бер алымдары психотерапияла ла актив ҡулланыла. Бына береһенең методикаһы ошолайыраҡ: кеше күп итеп өндәр әйтергә тейеш. Әҙ телендә булғандарын да, шулай уҡ булмағандарын да. Ни тиклем күберәк өндәр әйтһәң, шул тиклем кеше психикаһы өсөн файҙалыраҡ.
Хәҙер башҡорт теленә киләйек. Беҙҙең алфавитыбыҙҙа бөтәһе 42 хәреф бар… Татар һәм удмурт телендә—39, рус телендә—33, сыуаш телендә—37, инглиз, француз һәм немец телдәрендә 26 хәреф иҫәпләнә. Нисек уйлайһығыҙ, медитация күҙлегенән ҡарағанда, ҡайһы тел аңды яҡшыраҡ таҙарта?
Әлбиттә, башҡорт теле. Беҙҙең телебеҙҙә, әйтергә кәрәк, донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар тиерлек. Шулай уҡ Урал тәбиғәтендә ишетелгән бөтә тауыштарҙы ла башҡорт телмәренән табырға була. Ғөмүмән, башҡорт теле—медитатив тел. Был телдә һөйләшкән башҡорттарҙың аңы көн һайын “бысраҡ”тан таҙартыла. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле—ысын мәғәнәһендәге аңдың тәбиғи иммунитеты.
...Шулай уҡ башҡорт телендә парлы өндәрҙең өҫтөнлөк итеүе лә кеше психикаһы өсөн файҙалы. Беҙ башҡорт телендә һигеҙ парлы тартынҡы бар, тип һөйләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына өҫтәнерәк, дөйөм өндәр күҙлегенән ҡарағанда, улар күберәк. Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле: б-п, д-т, в-ф, з-с, ҙ-ҫ, к-г, ҡ-ғ, ж-ш—былары традицион парлы өндәр (тартынҡылар), артабан дауам итәм: а-ә, о-ө, у-ү, ы-и, н-ң, һ-х... Башҡорт алфавитындағы 42 хәрефте өндәргә әйләндерһәң, 36 өн буласаҡ. Йәғни я, ю, е, е, ъ, ь хәрефтәрен һанамайбыҙ. Шулай итеп, 36 өндөң 28-е парлы, йәғни аҙаҡҡылары өҫтөнлөк итә. Нимә ул парлы өндәр? Образлы итеп әйткәндә, улар ике яҡта тороп, тигеҙлекте һаҡлаусы өндәр: бер яҡта—ҡалын, икенсе яҡта—нәҙек һуҙынҡылар, шулай уҡ бер яҡта—яңғырау, икенсе яҡта һаңғырау тартынҡылар (һ.б.) урынлашҡан. Бына ошо парлы өндәр өҫтөнлөк иткән башҡорт телмәре шул телдә һөйләшкән кешеләрҙең психикаһындағы тигеҙлекте—балансты барлыҡҡа килтерә. Кешене психик яҡтан бер яҡҡа “ҡыйшайып” китеүҙән тотҡарлай.
...Бына шуға башҡорттар тыныс холоҡло, ипле һәм донъялары теүәл булыуҙары менән башҡа халыҡтарҙан айырылып тора. Киң күңелле, ҡунаҡсыл, ваҡ-төйәк өсөн тауыш ҡуптарып йөрөмәйҙәр. Бер ваҡытта ла үҙҙәре һуғыш башламаған, йәғни агрессив түгелдәр. Аңдары сәләмәт булғас, һаулыҡтары ла ныҡ. Әйтәйек, ХХ быуатҡа тиклем беҙҙең крайҙы өйрәнгән ғалимдарҙың бөтәһе лә башҡорттарҙың сәләмәт халыҡ булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алғандар. Хәҙер ҙә бит башҡорт егеттәрен армияға ҙур теләк менән ҡабул итәләр…
Тел һәм һаулыҡ тураһында һүҙ йөрөткәс, тағы бер күренешкә туҡталып китергә кәрәктер. Көнсығыш медицинаһы буйынса, өндәр кешенең тәне һәм эске ағзалары менән дә туранан тура бәйле икән. Уларҙың фекеренсә, һәр бер өн кешенең ниндәйҙер бер ағзаһын көйләй, уларҙың тәбиғи торошон һаҡлай. Икенсе төрлө әйткәндә, өндәр—тән ағзаларының камертондары. Мәҫәлән, “а” һәм “о”—тотош кәүҙәне көйләүсе өндәр булып һанала. Артабан дауам итһәк, “ш”—бауырҙың камертоны, “с”—үпкәнеке, “х”—йөрәктеке, “ч”—бөйөрҙөкө, “м”—тын юлыныҡы... Шулай уҡ башҡорт теленә генә хас булған өндәр ҙә ниндәйҙер ағзалар менән бәйлелер, тип уйлайым. Әйтәйек, “ҫ”—“с” өнөнә, “ң” “м” өнөнә ярҙам итергә мөмкиндәр... Иң мөһиме: телмәрҙә ни тиклем өндәр күп, шул тиклем эске ағзалар өсөн яҡшыраҡтыр...
Ә бына өндәр һаны әҙ булған телдәрҙең аңды таҙартыу көсө самалыраҡ. Был күренеш шул халыҡтарҙа ниндәй сифаттарҙы барлыҡҡа килтереүен аҡылы булған кеше үҙе уйлап белә ала. Ғөмүмән, һәр милләттең үҙенә генә хас психологияһы һәм характеры бар икән, уларҙы формалаштырыуҙа әсә теленең роле бик ҙур.
Тағы бер ҡыҙыҡлы ғына күренешкә иғтибар итәйек. Телдәргә алфавиттарындағы өндәр һаны кәмей барыу сиратында ҡараһаң, уларҙың лексикаһында һүгенеү һүҙҙәренең арта барыуын күрергә була. Бының дөрөҫлөгөн иҫбатлау өсөн рус теленең йәнле һөйләү стилен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ә инлгиз телендә рус теленекенән дә күберәктер. Мәҫәлән, күренекле яҙыусы Джек Лондон ике инглиз матросының һөйләшеүе тураһында бер иҫтәлек яҙып ҡалдырған. Ул, уларҙың һөйләшеүен тыңлап, хайран ҡала: телмәрҙәре тулыһынса тиерлек һүгенеү һүҙҙәренән тора, хатта берәүһен егерменән артыҡ мәғәнәлә ҡуллана алғандар.
Телдәрҙә булған бындай күренештәрҙең сәбәбе ябай ғына: тел аңды тулыһынса таҙарта алмағас, һүгенеү һүҙҙәре ярҙамға килгән—етешмәгән өндәрҙе улар компенсациялай. Нимәгәлер асыу килгәндә һүгенеп ебәрһәң, рәхәт булып ҡала, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә була. Ысынлап та, дөрөҫ. Мәҫәлән, аңдағы психик көсөргәнешлелектең күп кенә өлөшөн тамаҡ төбөндә барлыҡҡа килгән өндәр таҙартырға тейеш. Башҡорт телендә улар бишәү: х, ғ, ҡ, һ, ң, ә рус телендә бер «х» өнө генә. Күреүебеҙсә, рус теле тамаҡ төбөндә яһалған өндәргә ҡытлыҡ кисерә. Бына уларҙың урынына тамаҡ төбөнән әйтелгән һәм «х» өнө менән башланған һүгенеү һүҙҙәре ярҙамға килә лә инде. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа рус психологтары үҙҙәре һүгенеүҙең кеше психикаһы өсөн файҙалы булыуын фәнни яҡтан иҫбатлай башланы. Хатта уларҙың был туралағы хеҙмәттәрен хәҙер китап магазиндарында йәки киоскыларында табырға була.
Ә башҡорт телендә бөтөнләй һүгенеү һүҙҙәре булмаған. Быны бигерәк тә оло быуын кешеләре раҫлай ала, тип уйлайым. Мәҫәлән, олатайымдың һөйләгәнен иҫкә төшөрөп үтәйем әле. Улар бәләкәй саҡта ауылға ниндәйҙер эш менән килгән урыҫтарҙың арттарынан эйәреп йөрөргә яратҡандар. Бәләкәй малайҙар өсөн уларҙың һүгенеп һөйләшеүҙәре мәрәкә булып тойолған. Баҡһаң, ХХ быуаттың башында башҡорттар бөтөнләй һүгенмәгәндәр икән… Ундай һүҙҙәр кәрәкмәгән дә, сөнки башҡорт теленең аңды таҙартыу һәләте бик көслө. Ә рухи һәм физик яҡтан да сәләмәт кешеләрҙә һүгенеү һүҙҙәренә ихтыяж булмай.
Бына шуның өсөн дә мин башҡорт телен донъялағы иң сәләмәт телдәрҙең береһе тип атайым. Әйткәндәй, көнсығыш фәлсәфәһе күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле генә түгел, башҡорт йыры ла, башҡорт ҡурайы ла, башҡорт бейеүе лә медитатив күренештәр…

Наил Юлдашбаев.

Мәҡәләнең тулы варианты гәзитебеҙҙә.
Читайте нас