Бала саҡты хәтерләй башлаһаң, уның һәр мәле һағындыра… Ғәмһеҙ, бер проблемаһыҙ булғаны өсөн генә түгел, ә ул саҡтағы мөнәсәбәттәрҙе, тирә-яҡ матурлығын юҡһынам.
Мәҫәлән, ҡоштарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Урманда ғына түгел, ишек алдында ла шул тиклем ҡоштар күп булды. Күгәрсендәр көндөң көнө буйына гөрөлдәр ине. Әсәйебеҙ тауыҡҡа һалған емен ҡыҙғанып, әйҙә, шуларҙы ҡыуалай торғайны…Ә малайҙар ҡыйыҡҡа менеп, күгәрсен йомортҡаһын эҙләп ала. Уны ни эшләткәндәрҙер инде? Шуҡлыҡтары шул тиклем булғандыр… Бөгөн һайт-һайтлап кәртә-ҡура янынан ҡыуырлыҡ та күгәрсен юҡ. Аптырарһың.
Турғайҙар ҙа күп булды. Ҡыйыҡҡа оялайҙар ҙа сырҡылдығы сыға ине улар. Ни ғәжәптәндер, йәй иртәнсәк йәп-йәшел үләндә көн дә яңы ғына йомортҡанан сығып үлеп ятҡан турғай себешен таба инек. Хатта ҡыҙыҡ күреп ҡустым менән икәү ярыша инек: “Кем иртәрәк тора? Кем иң беренсе турғай балаһын үлән араһынан таба?” Ниңә улай булғандыр: әллә сибектәрен, сирлеләрен турғайҙар ҡыйыҡ башынан үҙҙәре этеп төшөрҙөмө икән? Әллә башҡа сәбәбе бармы? Был миңә ҡараңғы. Тик шуныһы аптырата: бөгөн турғайҙар ҙа һирәк.
Һаҡмар буйына һыу инергә барһаҡ, яр тулы ҡарлуғастар булды. Яр тишкеләнеп бөткән, йәғни шул тиклем оялары күп ине. Бөгөн Һаҡмар һайыҡты, бысранды, ярҙарында кәйелеп осҡан ҡарлуғастарҙы ла, уларҙың ояһын да күрмәйем.
Яҙ етһә, һәр малайҙың ҡулында таҡта һәм сүкеш-сөй булды. Сыйырсыҡҡа оя эшләйҙәр ине. Улары килер ине, ояһына инер ине һәм моңло йырын һуҙыр ине…Бөгөн оялар ҙа буш тора. Ғәжәп.
Хатта ауыл араһында туҡылдығы сығып йөрөгән тумыртҡа ла осрай ине. Һеҙ нисектер, мин күптән тумыртҡа күргәнем дә юҡ.
Ҡайҙа бара был донъя? Тереклеккә, тәбиғәткә ни булды? Экологияның бысраныуы ошо хәлгә еткерҙеме беҙҙе? Рәхәтләнеп химикаттар ҡулланыу ғәйеплеме?
Әйткәндәй, әлеге мәлдә беҙҙең төбәктә ебәк күбәләккә ҡаршы химик эшкәртеү бара. Әлбиттә, ағастарҙы был ҡоротҡостан ҡотҡарыр кәрәк. Тик шул ғына һорау тыуҙыра: ошо эшкәртеү ҡоштарға тәьҫир итәме икән? Итәлер, моғайын. Сөнки химик эшкәртеү мәлендә халыҡҡа ла урманға сыҡмай торорға кәңәш иттеләр. Бахыр ҡоштар нишләйҙер? Бисаралар ҡайҙа бара икән?
Ә һеҙҙә ҡоштар һаны кәмегәне тойоламы? Кәмеһә, сәбәбе ниҙә тип уйлайһығыҙ? Комментарийҙар яҙығыҙ.