Яңыраҡ бер танышым көйәләнеп һөйләне:
“Эштән парк аша ҡайтам. Бөгөн унда ике ҡатын рәхәтләнеп сиренде ботарлай ине. Өйөнә 2-3 көнгә гөлләмә ултыртам тип, ошолай оятһыҙ ҡыланыуҙарына түҙмәнем. Барҙым да: “Нишләп өҙәһегеҙ?”,--тинем. Улар миңә: “Тебе какая разница?”—тип һорауыма һорау менән яуап бирҙе. "Һин өйҙә матурлыҡҡа һоҡланғанда, ә мин яланғас ботаҡҡа ҡарарға тейешме",--тип әрләп киттем...”
Танышымдың һөйләгәндәре уйға һалды...
“Тебе какая разница?”… Эх, йәмәғәт, айырма шул тиклем ҙур шул. Былай ҙа йылдан-йыл тәбиғәтебеҙ бөтөү хәлендә: йылғалар ҡорой, урмандар яна, ямғырҙар яумай, тауҙар соҡола… Ә беҙгә һаман айырма юҡ! Вайымһыҙлыҡ бит был!
Тәбиғәткә һөйөү ошо бәләкәй генә аҙымдан башлана. Ярай, ерҙә үҫкән сәскәне өҙҙөң ти, башҡаларынан орлоҡ ҡалып, бәлки, урынына икенсе йыл үҫеп тә сығыр. Әммә ағас-ҡыуаҡтарҙағы сәскәне һеҙ бит суғынан ғына өҙмәйһегеҙ, ә ботағын һындыраһығыҙ.
Биология фәндәре кандидаты, ботаник баҡса хеҙмәткәре Ирина Окунева белдереүенсә, сирендәрҙе бөтөнләй һындырмау хәйерле. Беренсенән, дөрөҫ һындырмау уларҙы ауырыуға һабыштыра. Икенсенән, шытым биргән еренән өҙөү икенсе юлы ҡыуаҡты сәскәһеҙ ҡалдыра. Шуға ла белгес уларҙы теймәҫкә, өйгә алып ҡайтып 2-3 көн һоҡланғансы, урамда ғына һоҡланырға саҡыра.
Мин сирень, муйыл, алмағас сәскәләрен, ғөмүмән барлыҡ ялан сәскәләрен өҙмәү, урамда, урманда ғына һоҡланыу яҡлы! Ә һеҙ?