АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
18 Мая 2021, 11:10

Күрә белһәң, тормош шундай матур!

Ғәҙәттә иртән эшкә ҡабаланып киләм. Бөгөн нишләптер яйлап атланым. Күпереп сәскә атҡан алмағастарға, муйылдарға, миләштәргә, сирендәргә һоҡланыуым… Көн дә үткән бер ихатаға килеп еттем. Бында тирәктәр ҙә, шыршылар ҙа үҫә. Гел ситләп тротуарҙан атлаһам, бөгөн һуҡмаҡ буйлап шул ағастар араһына ыңғайланым. Үҙе бер йәтеш кенә урманмы ни?! Ҡоштар һайрай! Иртә таңдан ҡыҙҙырған ҡояштан ҡасып, әлеге ағаслыҡҡа инеүемә ҡыуанып ҡуйҙым. Ниндәй рәхәт! Күләгәһе генә түгел, һауаһы, һайраған ҡоштары күңелгә аңлатып бөтмәҫлек рәхәтлек бирә. “Урман”дан ситтәрәк йәнә бер тирәк ултыра, уның төбөндә эскәмйә һәм өҫтәл.

--Ҡалай йәтеш кенә урын! Их, беҙҙең ихатала бындай бейек ағастар ҙа үҫмәй, ял итеү өсөн бындай ҡулайлы урын да юҡ. Сығып ҡына шунда ултырып сәй эсергә ине, - тип уйлап ҡуйҙым.
Төш йәнә ошо тапҡырҙан үтәм. Шул тиклем эҫе. Инде тирә-яҡҡа һоҡланырға ла, башты күтәреп ҡарарға ла тәҡәт юҡ. Әммә иртәнсәк күҙем ҡыҙып ҡараған теге эскәмйәлә ике иҫерек ҡатынды шәйләнем. Өҫтәлдә араҡы.
--Уф, бынауындай эҫелә лә кеше араҡы эсер икән, тәүбә, - тип уйланым мин.
Берәүһе ҡайҙалыр төбәлгән…Икенсеһе башын өҫтәлгә һалып йоҡлап киткән.
Өйгә ҡайтып тиҙ генә тамаҡ ялғап, кире эшкә киттем. Йәнә баяғы ихата. Йәнә баяғы өҫтәл менән эскәмйә. Башын өҫтәлгә һалып йоҡлаған ҡатын ергә төшөп үк ятҡан. Уны ниндәйҙер үҫмер ҡыҙ торғоҙоп маташа, ләкин көсө етмәй. 10 йәштәрҙәге малай 3 йәштәрҙәге малайҙы күтәреп янында ҡарап тора. Үҫмер ҡыҙ улай тартты, былай тартты, ҡатынды торғоҙа алманы. Шул саҡ эргәһенән үтеп барыусы бер егеттән ярҙам һораны. Егет ҡатынды торғоҙоп эскәмйәгә ултыртты ла юлын дауам итеп китеп барҙы…
Артабан ни булғандыр – белмәйем. Әммә тамаҡҡа төйөр тығылды.
Донъя шул тиклем матур! Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән, күпереп сәскә атҡан алмағас, муйыл, сирәндән хуш еҫ бөркөлә, матур итеп ҡоштар һайрай, күктә ҡояш йылмая… Эргәңдә балаларың йүгереп йөрөй. Нимә етмәй тағы? Йәшә генә ҡәҙерен белеп. Юҡ инде…
Эскелек проблемаһы бер бөгөн барлыҡҡа килмәгән, тиҙ генә унан ҡотолоп та булмаҫ… Эйе, был яҙмам менән ниндәйҙер асыш та яһаманым. Бары тик тормош матурлығын күрә, тоя белмәүселәрҙе йәлләйем. Ошондай насар ғәҙәттәре менән балаларының да тормошон гел ҡара болотлоға әйләндергәндәргә асыу ҡайнай… Атай эсһә – ярты донъя, әсәй эсһә - бөтә донъя яна, тигәндәй, балаларын үтә ныҡ йәлләйем…

Резеда Вәлиева.
Фото: интернеттан.
Социаль селтәрҙәге башҡа төркөмдәргә йә матбуғат баҫмаларына мәҡәләне алғанда "Атайсал" ға һылтаныу, авторҙы күрһәтеү мотлаҡ.
Читайте нас