Көтөү—бөгөн һәр ауылдың ҙур проблемаһы. Ауыл тулы эшһеҙҙәр булыуға ҡарамаҫтан, көтөүсе табып булмай. Кеше ялҡаумы, әллә халыҡ ваҡытында аҡсаһын түләмәй биҙҙереп бөткәнме? Был һорау асыҡ ҡала…
Көс-хәлгә көтөүсе табыусылар ҙа бар, үҙ ауылы кешеләрен күндерә алмағас, ситтән саҡырыусылар ҙа осрай. Шулай уҡ был эште сиратлап башҡарыусылар ҙа була. Тик кемдер үҙ сиратына яуаплы ҡараһа, икенселәр иҫе китеп бармай: йә сиратында сыҡмай, йә иртә алып ҡайта. Шунлыҡтан ауыл халҡында низағ сыға. Йәнә үҙ сиратын кемгәлер хаҡ түләп тапшырыусылар бар. Ҡайҙалыр ялланған бер көнлөк көтөүсегә 800 һум түләп, йәнә ашарына һалып, тәмәке тарта икән сигарет бирәләр. Был сумма ҡайһы бер ерҙәрҙә 1800 һумға барып етә. Тимәк, “йомошсо малай” ролендә лә аҡса эшләргә була. Әйткәндәй, шундай үҫмер малайҙарҙы ла беләм. Бер йәй эсендә ололарҙың сиратында мал көтөп, уларҙың утынын ярып машиналыҡ аҡса эшләгән үҫмерҙәр бар. Бында хеҙмәт тәрбиәһе биргән ата-әсәгә тик “афарин” ғына.
Бер нисә йыл Себерҙә эшләп, үҙебеҙҙең яҡта ла аҡса эшләп була тигән ирҙәр ҙә осрай. Мәҫәлән, бер һыйырға айына 300 һум ҡаралған икән, 100 баш малдан айына 30 мең һум сыға. Әлбиттә, көтөүсе эше ауыр, шуға мотлаҡ улар икәү. Тимәк, был сумма икегә бүленә, йәғни айына 15 мең һум килә. Ә 200 баш мал икән, айына 60 мең һум, йәғни 30-шар мең һум аласаҡтар. Әлбиттә, ҙур аҡса түгел. Әммә йәй көнө ғаиләһе янында булып, йорт-ҡураһын ҡарап, бесәнен сабып, өй мәшәҡәттәрен барлаған ир өсөн ҡәҙимге килем. Йәйге осорҙа Себер тарафына китмәйерәк торһа ла була тигән һүҙ…
Эйе, эҫелә йә йәшенле ямғырҙа көтөү көтөү, һәр кешенең малының теүәллеге, именлеге өсөн яуап биреү – бик ауыр эш. Бәлки, айына бындай ҙур сабырлыҡ талап иткән эшкә юғарыраҡ эш хаҡы ла кәрәктер. Әммә ул рәсми эш түгел, килешеү буйынса башҡарыла. Осон-осҡа ялғап йәшәүсе халыҡтың да һәр тине һанаулы. Булған ғына малын имен ҡышҡа индерергә, ҡышын алдына һалырға бесән эшләргә лә кәрәк бит әле, был да күп кенә сығым талап итә. (Әйткәндәй, беҙҙең Урал аръяғы төбәгендә мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе бик ҡырҡыу. Нисә йыл ҡоролоҡ булыу сәбәпле, йүнләп бесән дә үҫмәй. Ҡайһы берәүҙәр мал һанын да ҡыҫҡарта). Шулай ҙа ауылда көтөүсе табылһа—был ҙур ҡаҙаныш. Ҡасандыр мәктәптә насар өлгәшкән малайҙарҙы ололар: “Уҡымаһаң, көтөүсе буласаҡһың”, - тип ҡурҡытһа, бөгөн иһә был һөнәр ҙур һорау тыуҙырған, инәлеүҙе, ялбарыуҙы талап иткән һөнәргә әйләнде. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: көтөүсе табыу—көнүҙәк мәсьәлә.
Ә һеҙҙең тарафта хәлдәр нисек? Бер баш малға күпме хаҡ ҡаралған? Көтөүсегеҙ бармы, әллә сиратлап ҡарайһығыҙмы? Әллә “электрокөтөүсе” тигән замана әйберенә күстегеҙме?
Мәҡәләне алғанда "Атайсал"ға һылтаныу, авторҙы күрһәтеү мотлаҡ.