Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Май 2021, 23:50

ҒӘЙЕП ҮҘЕБЕҘҘӘ

Эйе, мәктәптәрҙе уратып-уратып һаҡларға мөмкин, ата-әсәләрҙе индермәҫкә, ишектәрен бикләп бөтөргә була...Ә бының менән проблеманан ҡотолоп буламы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки уның эҙемтәһе менән түгел, сәбәбе менән көрәшергә кәрәк.

Ҡазанда булған хәл бар кешелекте тетрәндерҙе... Ә тетрәндергән хәл бер 11 май ғына булдымы? Быға тиклем дә күпме ҡурҡыныс ваҡиғалар теркәлде. Шау-гөр килдек, аптырандыҡ, уфтандыҡ һәм оноттоҡ. Әлбиттә, фажиғәнең ҡорбаны булғандар быны һис онотмай...
Эйе, мәктәптәрҙе уратып-уратып һаҡларға мөмкин, ата-әсәләрҙе индермәҫкә, ишектәрен бикләп бөтөргә була...Ә бының менән проблеманан ҡотолоп буламы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки уның эҙемтәһе менән түгел, сәбәбе менән көрәшергә кәрәк.
Бөгөн идеология юҡ, хеҙмәт тәрбиәһе юҡ. Тормош ауыр тиһәк тә, ул йылдан-йыл еңелләшә. Ауылда ла хәҙер балалар “эшһеҙ”: һыу ташырға кәрәкмәй, утын индерергә кәрәкмәй... Һарайға эшкә сығарыр ине, бөгөн күптәр мал да көтмәй... Ҡоролоҡ эҙемтәһеме, хатта картуф та сәсмәй. Нимә эшләһен үҫмер? Көнө буйы интернетта.
Әлбиттә, сағыштырмаса ауыл балалары эш күреп үҫә. Ә бына ҡалала фатирҙа йәшәүселәр бер-береһен күрмәй ҙә тиерлек. Һәр кем үҙ бүлмәһенә бикләнә лә телефонда йә компьютерҙа “соҡона”. Кем менән яҙыша, интернеттан нимәләр ҡарай – бер Хоҙай белә. Ата-әсә түңәрәктәргә йөрөтөр ине, аҡсаһы йә теләге юҡ.
Китап уҡыу – замана балалары өсөн “мода” иҫәпләнмәй. Спектакль-концертҡа балаларын түгел, үҙҙәре йөрөмәгән ата-әсәләр бар. Ни тиһәң дә, театр ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәләй, ямандан яҡшыны айырырға өйрәтә.
Замана мәғарифы ла аҡһай. Уҡытыусылар ҡағыҙға күмелеп, отчет өсөн эшләргә мәжбүр... Уҡытыусы бушамай, ата-әсә балаһына ваҡыт бүлә алмай... Бала ниндәй тәрбиә ала һуң? Интернеттың төрлө сайттарын ҡарап, аңы юҡ-бар менән “ағыуланған” йәш быуындан нимә өмөт итмәк кәрәк? Кем ғәйепле? Беҙ – ололар...

Үҙен Аллаһҡа тиңләгән әҙәм бөгөн мәктәпкә барһа, иртән икенсе ергә – һаҡ ҡуйылмаған, ишек-ҡапҡалары асыҡ ергә барыуы бик ихтимал... Аллам һаҡлаһын, әлбиттә. Бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын ине ул.

Фото интернеттан.