Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Май 2021, 15:35

НИ ӨСӨН ҠОРАЛ ҺАТАЛАР?

Хәрбиҙәрҙә, хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәрендә, һунарсыларҙа ғына булһа аңлар инем. Ә ниңә башҡаларҙа ҡорал бар һуң? һунарсы тигәндәй, бүрегә, эткә, башҡаһына атырға ярамай ти ҙә закон ҡабул итәләр, улайһа кемгә атырға бирәләр һуң уны?

Гәзит уҡыусы һорауы:
Матбуғат баҫмаларын да уҡып барырға тырышам, телевизорҙан яңылыҡтарҙы ла ҡалдырмай ҡарайым. Һунарсы түгелмен, кейек аулау менән мауыҡмайым. Әммә нисә ҡараһаң да уның талаптары үҙгәреп тора, йә уға, йә быға һунар итеүҙе тыялар. Бер мәл күп кенә ауылдарға бүреләр килде. Һунарсылар атырға хоҡуҡ юҡ тип йөрөнө. Ә бүреләр кеше малын йыҡты.
Яңыраҡ Учалыла эттәр баланы талап үлтергәс тә йәмәғәт берәҙәк эттәрҙе атырға тине. Әммә закон тыя икән. Тота килеп бер кем дә эткә ата алмай.
Хәҙер миндә шундай һорау тыуа: эткә лә, бүрегә лә, башҡаһына ла атырға ярамағас, ниңә мылтыҡ һаталар, ниңә уны бирәләр?
11 майҙа йәш егет Ҡазанда уҡыусыларҙы, уҡытыусыларға атты. Бынан 1-2 йыл элек Учалыла ҡатыны менән талашып киткән ир ҡатынын да, күршеләрен дә атты. Бындай хәлдәр йыш ҡабатланып тора.
Кешеләр атышһын өсөн ҡорал һатыламы? Аңлар инем, әгәр ул хәрбиҙәрҙә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрендә һәм һунарсыларҙа булһа. Ә ниңә башҡаларға рөхсәт бирелә? Мәҫәлән, Ҡазандағы 19 йәшлек егет кем һуң ул? Хәрби түгел, полицияла эшләмәй, һунарсы ла түгел… Ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ бит, йәмәғәт!
Фәйзрахман Усманов, хеҙмәт ветераны.
Баймаҡ районы.
Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.